КИҘЕҮ
КИБРИЯ [ғәр. (Р: гордость; И.: pride; T.: kibir) и. иҫк.
Ғорурлыҡ. □ Гордость, высокомерие, гордыня. ■ Төхфәтуллин йырсы, баҡырыусы, мөфәссир кибрия. Үпкәләһәң, упкә ашарһың: һәммә эштәрең рыя. Ш. Бабич.
КИБӘ и. диал. ҡар. сәсә 3. Кибә ҡуйыу.
КИБӘҘӘ (Р.: фанера; И.: plywood; T.: kontrplak) и.
1. һөйл. Шыр таҡта; фанер. □ Фанера.
2. Шыр таҡтанан эшләнгән ҡапҡаслы йәшник, ябай һандыҡ. □ Фанерный ящик.
3. диал. Оҙон күнәсек, көбө. □ Посуда, сделанная из полого ствола дерева, высотой больше метра, предназначенная для приготовления кумыса и сбивания масла.
КИБӘТӘ и. диал. ҡар. тирмә. ■ Кейеҙ кибәтәнең эҫтәрендә була икән егет солтаны. Халыҡ йырынан.
КИВЕР и. иҫк. ҡар. кибер II. И Улар [һалдаттар] ҡулбаштары аша мылтыҡ аҫҡандар, баштарына киверҙар кейгәндәр. Картотека фондынан. Куйы төтөн һәм һәр саҡ һикерәнләгән киверҙар ағымы өҫтөндәге осо алтынға ялатылған ағас һаптарға беркетеуле, өс төҫкә буяулы француз байраҡтары өҙлөкһөҙ сайҡалды һәм ҡурҡынған һымаҡ ҡалтыранды... Я. Хамматов.
КИВИ I [рус. < маори kiwi] (Р: киви; И.: kiwi; T.: kivi) и. зоол.
Яңы Зеландияла ғына йәшәгән ҡанаттары үҫешмәгән, оҙон нәҙек суҡышлы осмай торған ҡоштарҙың береһе. □ Киви (лат. Apteryx australis).
КИВИ II (Р: киви; И.: kiwi; T.: kivi) и. бот.
1. Оҙонса формалы, йәшкелт-һоро тышлы емеш бирә торған тропик ағас. □ Киви (лат. Actinidia). Киви сәсеу. Киви уҫтереу.
2. Шул ағастың емеше. □ Киви. Киви ашау. Киви һатыу.
КИВӘК (кивәге) и. зоол. диал. ҡар. ҡандала. ■ Кандаланы кивәк тиһәң, кибә, бөтә. Экспедиция материалдарынан.
КИГЕРЛӘЙ и. диал. ҡар. боғарлаҡ.
КИГЕРЛӘК I (кигерләге) и. диал. ҡар. боғарлаҡ.
КИГЕРЛӘК II (кигерләге) и. диал. ҡар. кигермәк 1. Ағас кигерләге.
КИГЕРМӘК I (кигермәге) (Р: пробка;
И.: cork; T.: mantar) и.
1. Ҡайһы бер ағастарҙың үле туҡыманан барлыҡҡа килеп, суғырмаҡланып торған ҡалын ҡаты ҡабығы. □ Пробка. Имән кигермәге. Кигермәктән тығын яһау. ■ Карағай ҙа ағас бик ҙур ағас, юнып ҡына алһаң — кигермәк. Халыҡ йырынан. Терәктәрҙе яһау өсөн һәр төрлө шыйыҡса, пружина, резина, кигермәк һәм уларҙың ҡушылмалары ҡулланыла. «Башҡортостан», 18 август 2005.
2. диал. ҡар. ҡалҡыуыс. Карм,аҡ кигермәге. Йылымға кигермәк ҡуйыу.
КИГЕРМӘК II (Р: пробковый; И.: cork; T.: mantar) с.
Кигермәктән эшләнгән. □ Пробковый. Кигермәк тығын. Кигермәк ҡалҡыуыс.
КИГЕРМӘКЛӘНЕҮ (кигермәклән-) (Р: превращаться в пробку; И.: to turn into cork; T.: mantarcıl olmak) ҡ.
Кигермәк хәленә килеү, кигермәклегә әйләнеү. □ Превращаться в пробку (о коре). Ағас ҡайыры кигермәкләнгән.
КИГЕРТӘ и. диал. ҡар. киртләс.
КИҘАЙ и. диал. ҡар. ауылсы.
КИҘҘЕК (кигеҙҙеге) и. диал. ҡар. киҙе.
КИҘҘУТ и. диал. кар. күҙлут.
КИҘҘӘҮ и. диал. ҡар. шишмә. Киҙҙәугә барып һыу алыу.
КИҘЕ I (Р: выемка; И.: indentation; T.: çukur) и.
1. Уҡтың тупаҡ башында керешкә эләктереү өсөн эшләнгән киртеге; киҙәү. □ Выемка, вырез (на тупом конце стрелы). ■ Уҡтың керешкә ҡуя торған сатлы киҙеһе янында тамға бар. Ғ. Ибраһимов. Лоҡман һаҙағынан осло һөйәк башаҡлы, бөлдөргәһе ҡанатлы һыҙғыр уғын һайлап алды, киҙеһен килешле итеп керешкә ултыртты. Ғ. Хөсәйенов.
2. Уйып, киртеп алған урын; киртек. □ Зарубка, насечка. Мылтыҡ һабындағы киҙе.
КИҘЕ II с. диал. ҡар. тиҫкәре.
КИҘЕЛӘҮ (киҙелә-) к. диал. ҡар. кеҙәләү I.
КИҘЕҮ I (Р: очередь; И.: queue; T.: kuyruk) и.
441