КИҘЕҮ
1. Бер-бер артлы алмашынып килгән тәртип һәм шул тәртип эсендәге урын; нәүбәт, сират. □ Очередь. Киҙеугә яҙылыу. Киҙеугә баҫыу. Киҙеу буйлап эшләу. ■ Фәһим менән Низай аҫҡы урам малын көтә, өйҙән өйгә йөрөп, киҙеу буйынса ашай. Ф. Иҫәнғолов. Ирназаров, уҙ киҙеуендә, бер генә минут та ваҡытын әрәм итмәне, кескәй генә яҙыу яҙып, Исламғәле ҡарт ялсыларынан береһен ат мендереп, Кул ауылындағы комиссарға саптырҙы. И. Насыри.
2. Бер-бер артлы алмашлап башҡарылған эш. □ Дежурство. Киҙеу атҡарыу. Киҙеугә тороу. Киҙеу етеу. Киҙеуе етмәгән.
3. һөйл. Эште сират буйынса башҡарған кеше; дежур. □ Дежурный. Я Өсөнсө көнөнә өйҙә киҙеу булып Камыр батыр ҡалған. Әкиәттән. Киҙеугә ҡуйылған ике немец ары-раҡта тәмәке тартып тора. Ә. Хәкимов.
4. Хужаға эш ҡоралын алып тороп файҙаланған өсөн бирелгән өлөш; түләү, гәрнис.
□ Гарнцевый сбор (плата хозяину за использование его орудия труда). Киҙеу өлөшө. ■ Ике кунәк һөт һыйышлы сепарат алды Гәрәй. Куршеләр сепаратҡа йөрөй, аҙна һайын киҙеу туләй. Б. Бикбай.
КИҘЕҮ II (Р.: эпидемия; И.: epidemy; T.: salgın) и.
1. Айырым биләмәлә бер үк осорҙа билдәле бер йоғошло ауырыуҙың таралыуы.
□ Эпидемия, повальная болезнь. Һары киҙеуе. ■ Тапма киҙеуе уҙып, [Емеш] куҙен асҡанда, уның янында бойоғоп ҡына Һибеш апаһы ултыра ине... 3. Биишева. Мең дә туғыҙ йөҙ ҙә дуртенсе йылғы яман киҙеу ҙән ата-әсәһе, ҡусты-һецлеләре у леп бөткәс, ун йәшлек Шәрғиәне һары сиренән баш ҡалҡытыуы менән ҡалаға яҡын ғына нәҫелдәре — бай сауҙагәр Вәлишин йортона аҫраулыҡҡа оҙаталар. Ә. Хәкимов.
2. Ниндәй ҙә булһа йоғошло инфекцион ауырыу. □ Инфекционная болезнь. Киҙеу тейгән. ■ Хәйерһеҙ киҙеу аяҡтан ауҙарҙы. И. Солтанов. Бабай ҡайтыуға өс улының өсөһө лө киҙеу менән ауырып улгән. Әкиәттән.
3. миф. Ауырыу эйәһе. □ Дух болезни.
КИҘЕҮЛӘҮ I (киҙеүлә-) (Р.: чередоваться; И.: alternate; take turns; T.: nöbetleşmek) ҡ.
Билдәләнгән тәртип буйынса алмашлау; сиратлау. □ Чередоваться, делать что-л. по очереди. Өй эшен киҙеуләп эшләу. Һаҡта киҙеуләп тороу. Тамаҡҡа киҙеуләп әҙерләу. ■ [Арҫлан]: Яныңа кешеләр ал. Кунған ереңдә төнгә йәшерен бағауыл ҡуй. Киҙеуләп торһондар. Ғ. Ибраһимов. Башҡалар ҙа йоланы һаҡланылар: киҙеуләп ит һоғондороу китте. Ж. Кейекбаев.
КИҘЕҮЛӘҮ II (киҙеүлә-) (Р: болеть инфекционной болезнью; И.: be sick; T.: salgın hastalığına uğramak) ҡ.
Киҙеү менән ауырыу. □ Болеть, заболеть (инфекционной болезнью). Я Балаларым сирҙең ни икәнен дә белмәйҙәр. Берәйһе киҙеуләһә, хәҙер фельдшерға алып барам — ауылда медпункт эшләй. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2008.
КИҘЕҮЛӘШЕҮ (киҙеүләш-) ҡ. урт. ҡар. киҙеүләү I. взаимн. от киҙеүләү I. Киҙеуләшеп өй йыйыштырыу. Киҙеуләшеп көтөу көтөу.
КИҘЕҮ ТЕЙЕҮ (киҙеү тей-) (Р: заболеть инфекционной болезнью; И.: be sick; T.: salgın hastalığına uğramak) ҡ.
Киҙеү менән ауырыу. □ Заболеть инфекционной болезнью.
КИҘЛӘҮ (киҙлә-) ҡ. иҫк. ҡар. йәшереү.
КИҘӘГӘЙ (Р: ганаши; И.: horse’s lower jaw bone; T.: at çenesinin alt kısmı) и.
1. Йылҡының аҫҡы яңаҡ һөйәге. □ Ганаши (нижняя челюсть лошади).
2. диал. Теш ите. □ Десна. И Атаң тирлән мал табыр, тере иткәнен ҡоро итмәҫ. Әсәң балдан ҡот табыр, киҙәгәйеңде ҡоротмаҫ. Йырҙан.
3. миф. Эре мөгөҙлө малдың ауырыу эйәһе. □ В мифологии: дух болезни коров.
КИҘӘГӘЙ ШЕШЕҮ и. диал. ҡар. зәңге.
КИҘӘК I (киҙәге) и. ҡар. киҙеү I, 1, 2. И Кинйәнең киҙәк биреу ваҡытына өлгөрмәһәләр ҙә, имен-аман булыуына бик ныҡ ҡыуаныштылар. Ғ. Ибраһимов. Директор, уҙ киҙәгендә, бригадир Шамилға шелтә бирҙе. X. Мохтар.
КИҘӘК II (киҙәге) и. ҡар. тиҙәк 2. Киҙәк яғыу. Киҙәк көлө.
442