Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 443 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИЗЕЛЕ
КИҘӘКСЕ (Р.: дежурный; И.: person on duty; orderly; T.: nöbetçi) и.
Эште бер-бер артлы алмашлап башҡарыусыларҙың береһе, дежур. □ Дежурный. Киҙәксе саҡыртыу. Киҙәксене билдәләү.
КИҘӘМ (Р.: упрямый; И.: stubborn; Т.: dikkafalı) с. диал.
Кире холоҡло, кеҙе. □ Упрямый. Киҙэм кеше.
КИҘӘНЕҮ (киҙән-) (Р: замахиваться; И.: lift one s arm (against); T.: keskenmek) к.
һуғырға атлығып, ҡулды һелтәү. □ Замахиваться. Һуғырға киҙәнеү. Киҙәнмәйенсә һуғыу. И Һыбайлы француз һалдаты ҡылысы менән киҙәнгән саҡта, хужаһын һаҡлап, Буранбайҙың аты бик йыш ситкә тайпылды, янтайҙы йәки алғы аяҡтарын юғары күтәрҙе. Ғ. Ибраһимов. Халыҡ араһында шау-шыу көсәйгәндән-көсәйҙе, ҡайһы берәүҙәр уларҙың алдына уҡ барып йоҙроҡтары менән киҙәнеп тә алды. М. Тажи. Сырым, йөҙөн йәмрәйтеп, әсирҙең башына тоҫмаллап, йән асыуы менән һуғырға киҙәнде. Ә. Хәкимов. Ғабдрахмандың күҙҙәре ҡанланды, үңәс тамырҙары бүртенде, ҙур көслө ҡулдары йомарланды, Ғабдрахман эсен тотоп көлә торған хужа улына киҙәнде, ләкин һуҡманы, тик эсенә төрттө. А. Таһиров. • Күркһеҙ биҙәнер, йөрәкһеҙ киҙәнер. Мәҡәл. Уң ҡулың киҙәнһә, һулы менән тот. Мәҡәл.
КИҘӘНЕШ (Р: замах; И.: swing; T: keskenme) и.
1. Ҡулды һелтәү. □ Замах. И [Фәғилә:] Их һин, әллә шөрләйһең инде! — тип, шаян киҙәнеш менән, башымды түбән эйелдерҙе. Й. Солтанов.
2. күсм. Киң даирә, таралыш. □ Размах, диапазон. ■ Әгәр ҙә [Шнейдер] уны киңерәк киҙәнеш алыу, ҙур нефть майҙаны тыуҙырырға тырышыу маҡсаты менән эшләгәнен һөйләһә, ышанырҙармы? И. Насыри.
КИҘӘҮ I (киҙә-) (Р: насадить стрелу на тетиву; И.: put an arrow to the bowstring; T: oku kirişe yerleştirmek) ҡ.
1. Уҡты атыу өсөн киҙеһе менән керешкә ҡуйыу. □ Насадить стрелу на тетиву зарубкой, приладить стрелу к тетиве. ■ Куҙыйкүрпәс уғын йәйәһенә киҙәп, шун
дай көслө һәм мәргән атып ебәрә, уҡ көпшәне ҡуҙғатмай-нитмәй тишегенән үтә сыға һәм бөкөнө үҙе менән йәнә йөҙ аҙымға ары алып китә. «Ҡуҙыйкүрпәс».
2. Тоҫҡап атырға йәки бәрергә йүнәлтеү.
□ Нацеливать что-то на кого-л. Уҡты киҙәү. Мылтыҡты киҙәү. Киҙәп атыу.
3. күсм. Нимәгәлер тоҫҡау, йүнәлтеү.
□ Направлять. Дошманға нәфрәтте киҙә.
КИҘӘҮ II и. ҡар. киҙе.
КИЖЕ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡаңлы ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-канглы.
КИЗЕ [фарс. ûJjS] (Р: бумажная пряжа; И.: spun cotton; T: iplik) и.
1. Сигеү өсөн тәғәйенләнгән төрлө төҫтәге мамыҡ еп. □ Бумажная пряжа (фабричная, слабого кручения). Төрлө төҫтәге кизе. Йәшел кизе менән сигеү. Кизе менән сигелгән. ■ Өй эсе бик һәйбәт итеп йыйыштырылған, стеналарға, сәйҙәргә кизенән, дебеттән сигеп һуҡҡан таҫтамалдар эленгән. Ж. Кейекбаев. Хеҙмәтсе ҡатын ҡыҙыл кизенән шаҡмаҡлап һуғылған ашъяулыҡ менән ябылған өҫтәлгә аш әҙерләне. Ғ. Хәйри. Кул йыуҙырып бөткәндән һуң, ҡыҙыл кизеләр менән матурлап, етен ебенән һуғылған ҙур яңы ашъяулыҡ уртаға йәйелде. 3. Биишева.
2. Шундай ептән һуғылған туҡыма.
□ Ткань из такой пряжи. Күлдәклек кизе. Кизе ашъяулыҡ. Кизенән һуғылған шаршау. Кизе яулыҡ.
3. диал. ҡар. тыжым I.
КИЗЕЛЕ (Р.: бумажный; И.: spun cotton; T: pamuk, kâğıt) c.
Кизе ҡатыштырып һуғылған. □ Бумажный (из фабричной пряжи, на основе бумажной или шерстяной нити). Кизеле ашъяулыҡ. Кизеле шаршау. ■ Ғөлбикә ҙур һандыҡтан кизеле таҫтамалдар алып, уларҙы көҙгө башына, кәштәләргә элә. Н. Асанбаев. [Ишбулдин] тирле елкәһен төрлө гәрез менән сиккән кизеле ҡыҙыл башлы таҫтамалға һөртә-һөртә урынынан ҡуҙғалды. Ә. Вәли.
443