Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 444 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИЗЕЛЕ ТАҪТАМАЛ
КИЗЕЛЕ ТАҪТАМАЛ (Р.: вышитое холщовое полотенце; И.: linen towel; T.: ketenden nakışlı havlu) и. диал.
Сигеүле киндер таҫтамал. □ Вышитое холщовое полотенце.
КИЗЕ-МАМЫҠ (Р: хлопчатобумажная пряжа; И.: cotton yarn; T.: iplik) и.
1. Мамыҡ еп. □ Хлопчатобумажная пряжа. / Хлопчатобумажный. И Ойоҡ һәм ойоҡбаштың һалҡын миҙгелдә йөндән, ә йылы ваҡытта кизе-мамыҡтан бәйләнгәне яҡшы.
В. Ғүмәров.
2. Кизе, мамыҡтан туҡыма. □ Хлопчатобумажная ткань, хлопчатка. / Хлопчатобумажный. Кизе-мамыҡ кулдәк.
КИЗЕМИР БИЛҒАУ (Р: пояс жениха; И.: belt of the groom; T.: damat kemeri) и. этн. диал.
Кейәү билбауы. □ Пояс жениха.
КИҘЕҮ и. диал. ҡар. киҙәксе.
КИЗЕ ШӘЛ (Р: кашемировая шаль; И.: cashmere shawl; T.: kaşmir şal) и. диал.
Сәскәле кешмир шәл. □ Кашемировая шаль (с узором).
КИЗЛӘҮ и. диал. ҡар. күҙләүек.
КИЙ [рус. < пол. ky\ (Р: кий; И.: (billiard) cue; T.: bilardo sopası) и. спорт.
Бильярд уйнай торған оҙон таяҡ. □ Кий. Кий менән төртөу.
КИЙЕҘҒОЛАҠ с. диал. ҡар. тыңлауһыҙ.
КИЙЕМм. диал. ҡар. пар.
КИЙӨКЛӨК (кийөклөгө) и. диал. ҡар. үртән.
КИК (киге) (Р: месть; И.: revenge; T.: kin) и. кит.
Үс, кенә. □ Месть, мщение. ■ Кирелектә башыма килгән бәлә — кисектермәй дошмандан кик алығыҙ, асыуланып хан инде ярлыҡ ҡылды. Картотека фондынан. Минең юҡ яҡшығыҙға әсемдә кик. М. Аҡмулла.
КИКЕЛ (Р: чёлка; И.: forelock; T: kakül) и.
1. Йылҡы малының маңлай сәсе.
□ Чёлка (у лошади). ■ Ат бик бейек, аяҡтары оҙон, муйын ялы ҡырҡылған, кикел сәсе матур итеп урелгән. Ә. Ихсан. Көйөнмә, — тине Көмөш Тамсы, атының кикелен һыйпап. Ә. Хәкимов. Колон сағынан уҡ ҡарап уҫ-тергән һәм әлеге мәшәҡәтле юлды бергә ут-
кәргән оҙон тороҡло, кикел сәсле Турысайы, юғалтҡан хужаһын танырға теләгәндәй, икеләнеп ҡарап тора. К. Мәргән.
2. диал. ҡар. кикерек.
3. диал. ҡар. супай 1.
КИКЕЛ СӘС и. диал. ҡар. тауыҡ бүреге.
КИКЕЛ ЯЛ и. диал. ҡар. кикел.
КИКЕРҘӘК (кикерҙәге) и. диал. ҡар. боғарҙаҡ.
КИКЕРЕК (кикереге) (Р: отрыжка; И.: belch(ing); T.: geğirme) и.
Ашҡаҙандан ауыҙ аша бүленеп сыҡҡан һауа. □ Отрыжка. Кикерек сығарыу. Кикерек менән яфаланыу.
КИКЕРЕНЕҮ (кикерен-) (Р: отрыгиваться; И.: belch; T.: geğirmek) ҡ.
Ваҡыт-ваҡыт кикереп ҡуйыу. □ Отрыгиваться. Туҡтауһыҙ кикеренеп ултырыу. ■ Ир-аттар, олор аҡтар сиҙәм өҫтәренә келәм-балаҫтар йәйеп, һыйлашып, ара-тирә кикеренеп, әлхәмделиллаһын әйтеп сайран килделәр. Ғ Хөсәйенов.
КИКЕРЕҮ (кикер-) (Р: рыгать; И.: belch out; T.: geğirmek) ҡ.
Ашҡаҙандан бүленеп сыҡҡан һауаны ауыҙ аша сығарыу. □ Рыгать. М [Заһретдин] кирелә биреп бөтә вагонға ишетелерлек итеп кикерҙе, ашъяулығын йыйып, сумаҙанына кире тыҡты. Р. Солтангәрәев. Вәләуетдин, туйып, ҡарҡ кикереп, кире урындыҡ ширлегенә ултырҙы, ашыҡмай ғына тәмәке урап, береһен ағаһына тотторҙо, икенсеһен тешенең араһына ҡыҫып, мөрйәне асып, мейес алдына сугәләне. Т. Ғарипова. Изге ике бәндәнең тырышлығы менән әҙерләнгән һый-хөрмәт ғарыҡ итеп кикергәнсе туйырлыҡ мул ине, һәм табын ярты төнгә хәтлем һуҙылды. Б. Бикбай. • Ас кикерер, туҡ һикерер. Әйтем.
КИКЕРТЕҮ (кикерт-) ҡ. йөкм. ҡар. кикереү. понуд. от кикереү. И [Игелек:] Бар ул сысҡан яҫтығын [картуфты] ҡабып ҡарағаным: һаҫыҡ кикертә. Беҙ уны сәсмәйбеҙ ҙә, ашамайбыҙ ҙа. Б. Бикбай.
КИКЛӘҮ (киклә-) ҡ. диал. ҡар. кенә тотоу.
КИКРЕК (кикреге) (Р: гребень; И.: crest; T.: ibik) и.
444