Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 445 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИЛБӘТЛӘНЕҮ
Ҡайһы бер ҡоштарҙың башындағы киртләсләнеп торған таж ите. □ Гребень, гребешок. ■ Һылыу әтәстәр, кикректәре ҡыҙарып еткән, инәлек тойғоһо менән шатланған тауыҡтар йугерешеп йөрөп, ҡышҡы көл-дәрҙе тибеп аунайҙар. Ғ. Дәүләтшин. Кикрек һытылыр сиккә етеп ҡыҙарған, ә ҡаурыйҙарына ҡараһац, куҙ ҡамаша. Т. Ғарипова.
♦ Кикреген төшөрөү (йәки шиңдереү) Берәй кемдең тәкәбберлеген ҡыйратыу, артыҡ маҡтаныуына сик ҡуйыу. □ Сбивать спесь. Кикрек киреү мин дә мин тип маһайыу; кәпәренеү. □ Кичиться, чваниться. Кикрек төшөү (йәки һалыныу, шиңеү) бойоғоу, күңелһеҙләнеү. □ Упасть (о настроении). ■ [Ғәфур Дауытҡа:] Ни булды һицә? Нимәгә кикрегең төштө? Ш. Янбаев. Иҫән ҡалған атамандарҙың кикрек шиңгән. Ғ. Хөсәйенов.
КИКРЕКЛЕ (Р.: имеющий гребешок; И.: crested; T.: ibikli) с.
Кикреге булған. □ Имеющий гребешок. Ҙур кикрекле куркә. Итләс кикрекле әтәс. Кикрекле тутый ҡош. ■ Үткер суҡышлы, ҡыҙыл кикрекле ҡупшы әтәс һыңар куҙе менән ситәндәге турғайҙарҙы ҡарап ала. Й. Солтанов. Кып-ҡыҙыл кикрекле аҡ әтәс кенә, егетлек курһәтеп, шундуҡ ашарға йәбешмәне, тамағын ғолҡолдатып, ҡанаттарын тубән һалындыра биреп, муйын йөндәрен ҡабартып, тауыҡ өйөрөн бер әйләнеп сыҡты. Н. Мусин.
КИКРИ-КҮК (Р: кукареку; И.: cock а doodle doo; T.: üüüürüü) оҡш.
Әтәс ҡысҡырған тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание крику петуха: кукареку. И Әтәс Сафуан мине мискә өҫтөнә баҫтырҙы. Бына хәҙер ошонда торған көйө, ике ҡулыңды елпеп, бер Мәулетбайға, бер Сафуанға төбәп: Ғолдор-ғолдор кикри-ку-ук! Ғолдор-ғолдор кикри-ку-ук! Ғолдор-ғолдор кикри-ку-ук! — тип йөҙ тапҡыр, юҡ, мең тапҡыр ҡысҡырырға ине. М. Кәрим.
КИЛА [рус.] и. диал.
1. ҡар. сырхыуат.
2. миф. Башҡорт мифологияһында аяҡ, енес-бәүел юлдарының ауырыуҙары эйәһе. □ В башкирской мифологии дух болезней ног и мочеполовых путей.
КИЛА ҠАҒЫЛЫУ (кила кағыл-) (Р: болеть рожей; И.: fall ill; T.: hastalanmak) ҡ.
Кила ауырыуы менән сирләү. □ Болеть рожей, заболеть рожей. ■ Кила ҡағылһа, eme төрлө нәмәне ергә уҡынып кумәһең. Экспедиция материалдарынан.
КИЛБӘҘӘ и. ҡар. кибәҙә. ■ һәр ҡайһы землянкала тип әйтерлек ҡаҙан, йыуылмаған табаҡ, кейеҙ, кейеҙ менән тышланған килбәҙә, бер нисә тун, итек, һәр өйҙә ике-өс бисә, кубеһе йәштәр. А. Таһиров.
КИЛБӘТ [фарс. (Р: образ; И.: image; T: suret) и.
1. Тышҡы ҡиәфәт; төҫ-баш. □ Образ, облик, внешность. И Бураншин дәу килбәтенә ярашһыҙ нескә тауыш менән ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Ә. Хәкимов. Бына, исмаһам, директор тиһәң дә директор! Буйы-һыны, килбәте генә ни тора! 3. Биишева. • Килбәте килмәгәндән кәңәш һорама. Мәҡәл. Килбәт — кейемдә. Мәҡәл.
2. Тышҡы төҙөлөш; рәүеш. □ Форма, внешний вид. ■ Януарҙың ҡырҡылған телен урынына ҡуйып ҡараһалар — килбәте килде, ти. «Бабсаҡ менән Күсәк». • Килбәте ниндәй — куләгәһе шундай. Әйтем.
КИЛБӘТЛЕ (Р: статный; И.: stately; Т: endamlı) с.
Һыны, рәүеше килешле, матур. □ Статный, хорошо сложенный. Килбәтле һын. ■ Сөнәғәт әллә шатлыктан, әллә Фатиманың килбәтле һынына, матурлығына һоҡланыуҙан бер аҙ өндәшмәй йылмайып ҡарап торҙо. Ж. Кейекбаев. Егет бик килбәтле, уҙе мөһабәт, дәу кәуҙәле икән. «Алып батыр». • Килен килбәтле булһын, һуҙе шәрбәтле булһын. Әйтем. Киткән килен килбәтле. Мәҡәл.
КИЛБӘТЛЕЛЕК ( кил бәтл елеге) (Р: стройность; И.: slenderness; T: zariflik) и.
Матурлыҡ, һомғоллоҡ, зифа буйлылыҡ. □ Стройность, статность, складность. ■ Сығышы яғынан да, дәрәжә яғынан да һәм кил-бәтлелек яғынан да ул [Ядкәр] уҙенән дә йәтешлерәк кеше курмәне. К. Мәргән.
КИЛБӘТЛӘНЕҮ (килбәтлән-) (Р: подходить; И.: just right; T: yakışmak) ҡ. диал.
Тап килеү. □ Подходить.
445