Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 446 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИЛБӘТҺЕҘ
КИЛБӘТҺЕҘ (Р.: некрасивый; И.: unattractive, plain; T.: çirkin) с.
Һыны, рәүеше килешһеҙ, ямаҡ. □ Некрасивый, неуклюжий, нескладный. Килбәтһеҙ егет. Килбәтһеҙ тотоноу. ■ Мәктәп яғынан ике малай килә. Береһе йыуантаҡ, килбәтһеҙ кәуҙәле. Н. Ғәйетбаев. Хамбал тигәндәре атта килбәтһеҙ ултыра — ике аяғын ике яҡҡа тарбайтып ебәргән, уҙе артҡа ҡайҡайған, тағы бер аҙ елпенһә, елгә осор ҙа ҡалыр төҫлө. Р. Солтангәрәев.
КИЛБӘТҺЕҘЛЕК (килбәтһеҙлеге) (Р: непривлекательность; И.: lack of attractiveness; T.: çirkinlik) и.
һөмһөҙлөк, йәмһеҙлек. □ Непривлекательность, безобразность, уродливость. И Ҡыҙ Кәлиҙең.. килбәтһеҙлеген куреп, ҡырт ҡына Кәшфи ҡоҙаларға кереп киткән. Интернет селтәренән.
КИЛБӘТҺЕҘЛӘНЕҮ (килбәтһеҙлән-) (Р: становиться некрасивым; И.: become unattractive; T: çirkinleşmek) ҡ.
Һыны, рәүеше килешһеҙ, йәмһеҙгә әйләнеү. □ Становиться (стать) некрасивым, уродливым, неуклюжим. Килбәтһеҙләнә барыу. Килбәтһеҙләнеп бөтөу. Килбәтһеҙләнеп йөрөу. Картайғас, хәрәкәттәр килбәтһеҙләнә. ■ Әхтәм буйға тартылып, килбәтһеҙ-ләнгән һайын, Сания матурлана барҙы. Ә. Хәкимов.
КИЛБӘҮ (килбә-) (Р: придать форму; И.: to form; T.: şekillendirmek) ҡ. диал.
Билдәле бер формаға килтереү. □ Придать форму.
КИЛГЕ и. диал. ҡар. килмешәк.
КИЛГЕЛӘҮ (килгелә-) (Р: приходить; И.: drop in (at); T.: uğramak) ҡ.
Килеп-китеп йөрөү, ваҡыт-ваҡыт килеп китеү. □ Приходить, приезжать, посещать, захаживать (иногда, время от времени, изредка). ■ Тары бешә башлағас, Ваһаптың ҡарсығы ара-тирә килгеләп башаҡ алды, башаҡты куҙәп, ҡыҙҙырып, килелә төйөп, бутҡа бешерҙе. Ж. Кейекбаев. Аҙнаевтыц өйөнә Әхмәҙулла ҡарттыц әбейе менән килене алмаш-тилмәш килгеләп торҙо:мейесенә ут яғып, өйөн йылыталар, сәй ҡайнаталар,
ыңғайҙарына өйҙәренән йылы аш алып киләләр. Н. Мусин.
КИ Л ГЕН и. диал. ҡар. килмешәк.
КИЛГӘН-КИТКӘН (Р: приходящие-уходящие; И.: coming and going; T.: gelen giden) c.
Килеп-китеп йөрөгән (кешегә ҡарата). □ Приходящие-уходящие (о посетителях). Килгән-киткән кешеләр. Килгән-киткән ысынлап та ишәйҙе. ■ [Аҫылбикә] килгән-киткәнде яҡты йөҙ менән ҡунаҡ итте, ҡымыҙ ҡойолған баҙыян сеуәтәләрҙе уҙ ҡуллап бирҙе, һоғондораһым һоғондорҙо, тоҙлоҡло һурпаһын эсерҙе. Ғ. Ибраһимов. Өҫтәлмә электр уттарын да балҡытҡас, кетәк эсе ысынлап та ожмахҡа әуерелде: килгән-киткән турә-ләргә кургәҙмәгә ҡулайлаштырылған махсус булексә ине был. Й. Солтанов.
КИЛГӘН МАЛ и. этн. ҡар. бирнә.
КИЛДЕКӘЙ с. диал. ҡар. мәғәнәһеҙ.
КИЛДЕ-КИТТЕ I (Р: ненормальный; И.: abnormal; T.: anormal) с.
1. Аҡылға бер төрлө, аҡылға еңелерәк булған; килделе-киттеле. □ Ненормальный, не в своём уме. Килде-китте әҙәм. ■ һөй-ләуеңә ҡарағанда, Зәлифә килен бер ҙә улай килде-китте кешегә оҡшамай. 3. Ураҡсин.
2. Етди булмаған, еңел, теләһә ниндәй; килделе-киттеле. □ Не заслуживающий внимания, нестоящий; плохой. Килде-китте хәбәр. И Кара көҙ ине. Көндәрҙең дә килде-киттеле булып торған сағы. Н. Мусин. Заманаһы шулай килде-киттеле ине шул.
3. Ураҡсин.
КИЛДЕ-КИТТЕ II (Р: ненормально; И.: abnormally; T.: anormal)/?.
Етди түгел, еңелсә, сәйер. □ Ненормально, несуразно, странно. Килде-китте һөйләнеу. Килде-китте эшләу. ■ [Мәрфуға — Ғәйнуллаға:] Теләмәһәң, эсмә, ҡыҫтамайым, әлеге, килде-китте һөйләнмә. Картотека фондынан. «Дә-әәә...— тип көрһөнә Ғәбдеян. — Былай минең малайҙың килде-китте генә уйлап әйләнер сағы уткән инде». Н. Мусин.
КИЛДЕЛЕ-КИТТЕЛЕ с. ҡар. килде-китте I. ■ Эш мәшәҡәтен онотөп, келтер-келтер юл йыры тыңлап барғанда, Йәуҙәт
446