КИЛЕН
куңелен килделе-киттеле төрлө уйҙар сыуалта. Й. Солтанов.
КИЛДЕЛӘР (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡырғыҙ ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-киргизов.
КИЛДЕРҮШ с. диал. ҡар. килде-китте.
Килдеруш хәбәр. Килдеруш кеше.
КИЛЕ (Р.: ступа; И.: mortar; T.: havan) и.
1. Төрлө нәмәне төйөп онтай, йомшарта торған тирәсе бейек һауыт. □ Ступа. Килелә өнтау. Фарфорҙан яһалған киле. Килелә бойҙай төйөу. Килелә шәкәр онтау. ■ Ошо килелә тары ярмаһы ярып, Гөлбаҙыян уларҙы тары буткаһы менән һыйлар, байрамдарҙа тары онлап, купертеп тары ҡоймағы бешерер ине. Картотека фондынан.
2. миф. Күрәҙәселектә, им-томда ҡулланылған предмет. □ Предмет, применяемый в гаданиях. ■ Баҡшы уларҙы урындыҡ ширлегендә бәләкәй генә килелә ниҙер төйөп ултырған хәлендә ҡаршыланы. Т. Ғарипова.
КИЛЕ БУТКАҺЫ и. ҡар. талҡан.
КИЛЕЙЕК (килейеге) (Р: славка-завирушка; И.: lesser whitethroat; T: küçük ak-gerdan) и. зоол.
Турғайҙан бәләкәйерәк, түбәһе һоро, арҡаһы көрән, ҡанаттарының осонда нәҙек арҡыры һыҙыҡтар булған ҡош. □ Славка-завирушка (птица) (лат. Sylvia curruca}.
КИЛЕМ (Р: доход; И.: income; T: gelir) и.
Хеҙмәттән йәки йыйымдан аҡсалата, әйберләтә төшкән файҙа. □ Доход, прибыль. Юғары килем. Килем иҫәбенә. Килем алыу. ■ Буласаҡ көрәштең ҙур килем биререн аңдып алып, цирк администрацияһы билет хаҡын арттырҙы. Т. Килмөхәмәтов. Уның [Ныязғолдоң] хужалығының төп килеме өйөр-өйөр малда. М. Минһажетдинов. Матди яҡтың көндән-көн насарланыуы, эшһеҙ булыу, килем булмау.. арҡаһында, быға ҡәҙәр ҙә яҡшы булмаған ғаилә тормошо тағы ла насарланды. Ғ. Хәйри.
КИЛЕМ-КИТЕМ (Р: гости; И.: visitors; T: misafir) и. йыйн.
Килгән киткән кеше; ҡунаҡ-төшөм. □ Гости. ■ Кунаҡ, туй-фәлән — бөтәһе лә уратып утә Биксәндәрҙе. Килем-китем юҡ. Р. Солтангәрәев. Алдарбайға килем-китем булғанда, тип ҡороп ҡуйылған айырым тирмә тәғәйенләнгәйне. Н. Мусин.
КИЛЕМЛЕ (Р: доходный; И.: profitable; T: gelirli) с.
Килеме булған; төшөмлө. □ Доходный, прибыльный. Килемле кәсеп. Килемле предприятие. Килемле вазифа. Килемле эшкә урынлашыу. ■ Уҡытыусы, Йәрмит уйынса, иң еңел хеҙмәтле, шул уҡ ваҡытта ҙур килемле интеллигент ине. Й. Солтанов.
КИЛЕМ-ТӨШӨМ (Р: доход; И.: income; T: gelir) и. йыйн.
Ниндәйҙер хеҙмәттән йәки йыйымдан төшкән файҙа. □ Доход, прибыль (собирательно). Килем-төшөм юҡ. Йыллыҡ килем-төшөм. Килем-төшөм алыу. ■ [Фәйзулла ҡарт:] Килем-төшөмдө лә, сығымды ла рәйес менән бер рәттән тракторсы ла, һауынсы ла белеп торорға тейеш. Ә. Әминев.
КИЛЕМТӘК I (Р: сговорчивый; И.: compliant; T: uyuşkan) с. диал.
Кеше ыңғайына килеүсән, яйлы. □ Сговорчивый, податливый. Килемтәк кеше. Ки-лемтәк булыу.
КИЛЕМТӘК II (килемтәге) и. диал. ҡар. килмешәк. ■ Килемтәктәр тулды башҡорт иленә. Экспедиция материалдарынан.
КИЛЕМҺЕҘ (Р: недоходный; И.: unprofitable; T: kârsız) с.
Килеме юҡ; төшөмһөҙ. □ Недоходный, неприбыльный. Килемһеҙ етештереу. Килемһеҙ ширҡәт. Килемһеҙ тамамланған йыл. Килемһеҙ эш.
КИЛЕН [боронғо төрки келин\ (Р: сноха; И.: daughter-in-law; T: gelin) и.
1. Улдың ҡатыны. □ Сноха, невестка. Уртансы килен. Уңған килен. Йәш килен. Килен менән ҡәнәғәт булыу. Килен менән татыу йәшәу. ■ Айым килен Арыҫлан ауылына яңы йәм өҫтәгән төҫлө булды. Ғ. Ибраһимов. Үҙ һуҙҙәренә мауыҡҡан килен менән бейем, малайҙарҙы курмәй, бәхәстәрен дауам итте.
3. Биишева. • Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыцла. Әйтем. Байҙың килене булғансы,
447