Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 448 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИЛЕН АЛЫУ
ярлының ҡыҙы бул. Мәҡәл. Атаһыҙҙы кейәу итмә, инәһеҙҙе килен итмә. Мәҡәл. Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған туренә урын һалыр. Мәҡәл. Бер килен алһац, билецде бер ерҙән, ике килен алһац, ике ерҙән, өс килен алһац, өс ерҙән быуырһың. Мәҡәл.
2. Кесе туғандың йәки үҙеңдән кесе таныш-белеш кешенең ҡатыны. □ Молодица, молодуха, молодая женщина (только что вышедшая замуж). И Халык ҡәҙимге тормошо менән йәшәне: бала-саға, йәш килендәр көтөу ҡыуҙы, кистәрен ҡаршыланы, йәшелсә, картуф баҡсаһында булашты. Б. Бикбай. Ауылдың өйләнмәгән йәш егеттәре, ут-керерәк килендәре, һирәк-һаяҡ ҡына булһа ла, йәш ҡыҙҙары Ғарифтыц бейек ҡоймалы баҡсаһы йәнәшәһенән уҙған тыҡрыҡ буйлап яҙ көнө яһала торған киске уйынға ағылдылар. Ғ. Хәйри.
3. Ололарҙың йәш килендәргә өндәшеү һүҙе. □ Обращение старших к молодым замужним женщинам. И [Йәноҙаҡ бабай:] Хәтирә килен, бөгөн бакуйҙы төшкә тиклем йыйып бөтһәк, кәбән ҡойоп ҡайтырмын тигәйнем. Н. Мусин. Минзәлә килен, һицә бер башмаҡ, — тине [Шаҡман турә] һәм, табындың хуплау ын көтөп, яҡ-яғына ҡарап алды, — яҡшы йәшәгеҙ, бәхетле булығыҙ, инсафлы хеҙмәт итегеҙ. К. Мәргән.
4. миф. Башҡа ырыуҙан килгән кеше булараҡ яҡлауға, һаҡлауға мохтаж кеше.
□ Мифологизированное лицо (в свадебном обряде наиболее уязвимое, подверженное воздействию нечистой силы, потому наиболее оберегаемое лицо).
КИЛЕН АЛЫУ (килен ал-) ҡ. этн. ҡар. өйләндереү.
КИЛЕН БИРНӘҺЕ (Р.: приданое не весты; И.: bride’s ritual gift; T.: çeyiz) и. этн.
1. Ҡыҙҙың артынан килгән мал-мөлкәт.
□ Приданое невесты.
2. Ҡыҙ яғынан егеттең ата-әсәһенә бирелгән бүләк. □ Ритуальный подарок невесты (родителям жениха).
КИЛЕН БИТЕН АСЫУ (килен битен ас-) ҡ. этн. ҡар. килен күреү. ■ [Шаҡман турә:] Килен битен асыу көндәрен әҙәм рәтлерәк уткәрербеҙ тигәйнем... К. Мәргән.
Килен килде, курегеҙ, курмәлеген бирегеҙ. Килен битен асабыҙ. Өлөшөн әйтеп инегеҙ. Йырҙан.
КИЛЕН БҮЛӘГЕ (Р: ритуальный подарок невесты; И.: bride’s ritual present; T.: gelin hediyesi) и. этн.
Оҙатылып килгәс, килен таратҡан бүләк. □ Ритуальный подарок невесты (родственникам жениха). И [Бәҙғолъямал — Өрҡиәгә:] Бына ошонда килен буләктәре, ижап уҡығас, һин таратырһың. Н. Мусин.
КИЛЕНДӘШ (Р: сношеница; И.: sisterin-law; T.: elti) и.
Бер туған ағай-эненең ҡатындары (бер-береһенә ҡарата)', апһын. □ Сношеница, жёны родных братьев. И Ике килен — килендәш, береһе ялҡау, береһе йәш. Халыҡ йырынан. Беҙҙән дурт өй аша Ғәйшә менән Гөлсирә исемле ике килендәш тора. М. Кәрим. • Килен — килендәшкә көндәш. Мәҡәл. Ағай-эне татыу булһа, менергә ат етә, килендәштәр татыу булһа, ашарға аш етә. Мәҡәл.
КИЛЕН ЕБЕ (Р: ритуальный подарок невесты; И.: bride’s ritual sewing; T.: gelin hediyesi) и. этн.
Килен исеменән апай-инәйҙәргә таратылған еп. □ Ритуальный подарок невесты (нитки, раздаваемые от имени невесты пожилым женщинам).
КИЛЕНЕҮ (килен-) ҡ. эйһ. ф. ҡар. килеү 2, 3, 12, 22. Һуңлап киленгән. Кәтғи ҡарарға киленде. Был эш алдан тикшереп киленде. Ул һәр ваҡыт телгә алынып киленде. ■ Һөйләшкәс-кәцәшкәс, ҡомо юҡ һыу булмаҫ, бейе юҡ ил булмаҫ, тип, бер кешегә куҙ төбәргә, ил өсөн яуаплы мәлдә шуның ҡушыуын тыңларға кәрәк тигән уйға киленде. Ғ. Ибраһимов. Беренсе донъя һуғышы барышында Көнбайыш Рәсәйҙән алып киленгән «ваҡытлы кускенселәр»ҙец иц кубеһе көньяҡ-көнсығыш Башҡортостанда Үҫәргән волостарында, ундағы рус ауылдарында ереккәйне. Ә.-З. Вәлиди. Бына хәҙер, иҫемә килгәс, йөрәгем жыу итеп китә. Уйын эш тугел: ни әйтһәц дә, улем ояһына киленгән бит... Ш. Бикҡолов.
КИЛЕН ЙӘРӘШТЕРЕҮ и. диал. ҡар. килен әйттереү.
448