Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 450 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИЛЕН ТУНЫ
төшөрөп алды. Ә. Хәкимов. [Мәстурә еңгәй:] Аллаһы Тәғәлә бойороп, иҫән-имен ҡайтһаң, ҡарт көнөмдә әллә, өйгә килен төшөрөп, игелек курһәтер инең, донъя мәшәҡәттәренән арындыртыр инең... Й. Солтанов.
КИЛЕН ТУНЫ (Р.: ритуальная шуба невесты; И.: bride’s fur coat; T.: gelin kürkü) и. этн.
Кейәүҙең туй ваҡытында киленгә бүләк иткән туны йәки башҡа кейем-һалым. □ Ритуальная шуба невесты (подарок жениха невесте в виде одежды).
КИЛЕН ҺАНДЫҒЫ (Р: ритуальный сундук невесты; И.: bride’s ritual chest; T.: gelinin sandığı) и. этн.
Туйҙа кейәү яғына таратыу өсөн бүләктәр һалып алып килгән килен һандығы. □ Ритуальный сундук невесты (с подарками для раздачи родственникам жениха и его сородичам). ■ Ҡилен һандығын егет яғынан иң яҡын апаһы буләк әйтеп аса. Халыҡ ижадынан.
КИЛЕН ҺӨЙӨҮ (килен һөй-) (Р: обряд посвящения невесты в невестки; И.: sort of ethnographic wedding ceremony; T: düğün âdeti) ҡ. этн.
Яңы төшкән киленде һөйөп, теләк теләп, бүләк биреү. □ Обряд посвящения невесты в невестки свекровью. ■ Ата йорто менән хушлашыуға арналған «килен һөйөу», «бит асыу» көсөргәнешле йолаларында ҡыҙға психологик йоғонто яһау ниәте менән әйтелгән һуҙ айырым көскә эйә булған. Р. Солтангә-рәева.
КИЛЕН ӘЙТТЕРЕҮ (Р: обряд сватания; И.: brocage ceremony; T: kız istemek) и. этн.
Ҡыҙҙы һөйләшеп ҡоҙалашыу. □ Обряд сватания невесты. ■ [Хисмәтулла:] Мин... мин килен әйттерергә уйлайым, әсәй. Я. Хамматов. [Ҡотлоғужа:] Һай, улым, улым, оло мәшәҡәт ул килен әйттереу: яусыларға, килешергә, никахын, туйын уткәрергә кәрәк... Был турала һуҙ ҡуҙғатыр йәшкә еткәс, йомшарып торма, шартлатып һөйләш. Н. Мусин.
КИЛЕП (Р: вдобавок; И.: in addition; T: üstelik) р.
1. Ниндәйҙер фекерҙе, төп төшөнсәне көсәйтеү өсөн ҡулланыла; өҫтәүенә. □ Вдо
бавок, да ещё. И Әйтерһең, уларҙың [ауыл кешеләренең] һәр береһе, кәм тигәндә, ысын губернатор нәҫеле. Етмәһә, килеп тороп маҡтансыҡтар. М. Кәрим. Гөрһөлдәп туптар ярыла, килеп тороп, шарт-шорт йәшен ата. Ә. Хәкимов. [Атаһы:] Миңлеғәле өс-дурт йәшкә ҡыҙымдан олораҡ булһасы! Ох та тимәҫ инем. Килеп тороп, ата-әсәһе, туған-тыумасалары ла һәйбәт... Я. Хамматов.
2. Рәүештәр менән бергә эш-хәрәкәттәге үҙгәреште күрһәтеү өсөн ҡулланыла. □ Используется с наречиями для передачи изменений в процессе. И Аҙаҡ килеп, Сыуаҡ батырҙың ғәскәре ҡырылып бөтә яҙа, Тамъян ханынан яңы көс килерен көтөп, ипләп-ипләп, дошманды ҡыра-кыра сигенә башлай. Н. Мусин. Лидия Николаевна зәңгәрһыу куҙҙәрен тушәмгә текләп уйлана бирҙе лә бер хәбәр һалды: «Мин уның [Сәбиләнең] бер көн килеп айнығып китеуенән... ҡурҡам!» Т. Ғарипова. • Донъя мине алданы: бер көн килеп, «ал», тине, бер көн килеп, «һал», тине. Мәҡәл.
КИЛЕП КИТЕҮ (килеп кит-) (Р: временами приходить; И.: visit occassionaly; T.: uğramak) ҡ.
Бер килеп, бер китеү, килгеләү. □ Временами приходить, приезжать куда-н., бывать где-н., посещать кого-н. (на короткое время). Бер нисә тапҡыр килеп китеу. Йыш килеп китеу. Ул һирәк килеп китә. ■ Ҡыям һаман элекке һымаҡ килеп китеп йөрөнө. Р. Солтангәрәев. Ҡыҙылдар менән бәрелеш туҡталды. Делегаттар һөҙөмтәһеҙ килеп-китеп йөрөй. Ә.-З. Вәлиди. Сабаҡлы ауылынан һирәк-һаяҡ һыбай килеп киткеләгән ир-егеттә ине уның куңеле. Т. Ғарипова.
КИЛЕР I (Р: будущее; И.: the future; T.: gelecek) и.
Алдағы тормош; киләсәк. □ Будущее. Ҡилере яҡты булыр. Ҡилере хәйерле булһын. Килерҙе фаразлау. ■ Үткәндәре артыҡ алыҫлаша, килерҙәре бигерәк ашыға. М. Ғәли.
КИЛЕР II и. ҡар. килем. ■ Халыҡтың килерҙәре артыу менән бергә аҙыҡ һәм сәнәғәт тауарҙарын һатыу ҙа артасаҡ. «Башҡортостан», 10 сентябрь 1998.
КИЛЕРЕ и. диал. ҡар. килем.
450