КИЛЕҮ
КИЛЕР ЕР (Р.: источник дохода; И.: income; T.: gelir) и.
Килем сығанағы, файҙа алыу мөмкинлеге. □ Источник дохода.
♦ Килер ерең киң булһын мал-мөлкәт, табыш күп булһын, тип теләгәндә әйтелә.
□ Пожелание добра и благосостояния. ■ Тир ағыҙып, кукрәк киреп эшләһәң, килер ерец дә киң булыр, ғумерең, бәхетең дә тиң булыр. А. Игебаев. Көнсөлдөң йәне ҡом булһын, байлығым минең сикһеҙ, килер ере лә киң уның, китер ере лә сикһеҙ. Р. Хисаметдинова.
КИЛЕҮ (кил-) [боронғо төрки кәл-} (Р: идти; И.: come; T.: gelmek) ҡ.
1. Былай табан, ниҙеңдер янына хәрәкәт итеү, яҡынлау. □ Идти, двигаться куда. Йәйәуле килә. Машина килә. Трактор килә. Шәп килеу. Яй килеу. Етеп килеу. Балыҡ эркеуе килә. ■ Артта саң-туҙан борҡотоп, шәп тиҙлектә кранлы машина етеп килә ине. Д. Бүләков. Уға табан (кемдәр тиһегеҙме?) Батыр менән Хәлит килә ята ине. Н. Ғәйетбаев. Бына, нимәгәлер ҡаты һуҡранып, аһылдай-ухылдай Бибисара абыстай йугерә-атлай килеп инде. 3. Биишева.
2. Нимәлер ярҙамында былайға табан хәрәкәт итеү, яҡынлау. □ Приезжать, прибывать, приплывать, прилетать, передвигаться на чем-то. Санала килеу. Автомобилдә килеу. Пароходта килеу. Мотоциклда килеу. В Килен дә ҡупшы ауыл санаһында килә. Б. Бикбай. Гибадулла төш етә яҙғас ҡына һыбай килде. Н. Мусин. Ана, һаҙ юлынан берәу ат менән килеп сыҡты. Т. Ғарипова.
3. Һауа менән йәки башҡа төрлө ағым менән бирегә хәрәкәт итеү, бирегә табан ағылыу (болот, томан, һыу һ. б. ҡарата).
□ Идти, надвигаться (об облаке, тумане). Ямғыр килә. Томан килә. И Килә болот, килә ямғыр, китһен урман буйына. Халыҡ йырынан. Шул саҡ ямғыр куҙе төшә башланы. Әллә ҡайҙан болот килеп сыҡҡан. Н. Мусин. Кыҙы менән кейәуе китеп бер аҙ торғас, ҡайҙандыр өйөрөлөп ҡара болот килеп сыҡты. Ф. Янышев.
4. Ҡоштарҙың осоп килеүе тураһында.
□ Прилетать (о перелётных птицах). //
Прилёт. ■ Матур моңло ҡоштар килә башлар инде аҡрынлап. Ш. Бабич. Туғайға ҡайҙандыр ҡоштар килеп тула һәм көн уҙәгендә лә, кисен ҡояш байығансы моңло итеп һайрай. М. Ху-жин.
5. Хәрәкәт итеп, билдәле бер урынға етеү. □ Приходить, подойти, прибывать, добраться до какого-то места. Йылғаға килеу. Клубка килеу. Кеше килгән. И [Фәузиәнең] йылғаға килеп етеп, баҫмаға куҙ һалыуы булды, яр аҫтынан Шәңгәрәйҙең йомро ҡаҡ башы куренде. Т. Ғарипова. Өйәңке кешеләргә йәл, ауылдыҡылар бында килгән һайын уға әсенеп ҡарап китә. Р. Солтангәрәев.
6. Берәй маҡсат менән ҡайҙалыр юл тотоу. □ Пойти куда-то с целью (пойти в гости, учиться и т.д.). Эшкә килеу. Бесәнгә килеу. Ял итергә килеу. Ярышҡа килеу. ■ Егеттәрҙең береһенең дә Сәмигә зыяны тейгәне юҡ былай, киреһенсә, йомошҡа килһәң йәки берәй эш ҡушһаң, ярҙамлашырға әҙер торалар. Ә. Әминев. • Ялҡау ашҡа килер, уңған эшкә килер. Мәҡәл.
7. Ҡатын булып ғаиләгә инеү, кейәүгә сығыу. □ Становиться женой или невестой. Катын булып килергә ризалашыу. ■ [Көнбикә] көндәш өҫтөнә килеп төшөуенә куңеле кителеберәк, уҙе менән рәтләп һөйләшмәй йөрөгән Ғилмиязаға икәуҙән-икәу ҡалған саҡтарында әйтте: «Һин көйһөҙләнеп йөрөмә, Ғилмияза. Алдар икебеҙгә лә етер, ул бисәне хур итә торған ир тугел. Үҙебеҙ татыу йәшәйек». Н. Мусин.
8. кусм. Ниндәйҙер эш, хеҙмәт әлкәһенә инеү. □ Приходить, поступать, зачисляться, становиться кем. Шиғриәткә килеу. Спортҡа килеу. Драматургияға килеу. Фәнгә йәш көстәр килде.
9. Кайҙандыр ебәрелеп, тәғәйенләнгән ергә етеү, бирегә алыныу (хат, хәбәр, әмер, әйбер һ. б. ҡарата). □ Идти, прибывать, поступать. Почта аша аҡса килде. Гәзит килде. Телефонограмма килде. Хәбәр килде. Яуап килде. Пенсия килде, а Һуғыш башланғас, Әхмәдиҙән «һуғышҡа керәбеҙ» тигән бер генә хат килде лә, ҡабат хәбәре-хәтере булманы. Ж. Кейекбаев. Әбубәкере өсөн куңеле
15*
451