Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 452 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИЛЕҮ
тыныс. Һөйөнөслө хәбәр килер кеуек уҙенән. Т. Ғарипова.
10. Керем рәүешендә ҡулға инеү. □ Идти, поступать (о пользе, процентах). Акцияларҙан файҙа килә. Аҡсанан процент килә.
11. Таралып, йәйелеп йәки берәй нәмә эсенән былай табан етеү (еҫ, тауыш, төтөн, һ. б. ҡарата). □ Идти, исходить откуда-то, распространяться, доноситься, раздаваться. Төтөн килә. Әсе еҫ килә. Мейестән йылы килә. Тәҙрәнән һыуыҡ килә. Тауыш килә. Торбанан эҫе һыу килә. Ярыҡтан яҡты килә. ■ һалам өйөмө... Эсенән йылы бөркөлә, уҙенән бойоҡ йөҙлө, Кукбурене туйындырған, башынан иркәләп һыйпаған еҫ килә. Т. Ғарипова. Ирҙәр йылп итеп тауыш килгән яҡҡа ҡараны. Н. Ғәйетбаев.
12. Организмдан, эстән бүленеп тышҡа сығыу (ҡан, йәш һ. б. ҡарата). □ Идти, течь, выделяться. Яранан ҡан килә. И Ауыҙына ҡапҡан ҡыяҡты ул сәйнәп бөтөрә алманы, куҙенән йәш килеп, кире төкөрҙө. Й. Солтанов. Емеш куҙҙәренән йәш килгәнсе айға текләне. 3. Биишева.
13. Бирегә табан үтеү, уҙыу, һуҙылыу (юл, һуҡмаҡҡа ҡарата). □ Проходить, протягиваться, пролегать. Ауылға асфальт юл килә. Һуҡмаҡ һырт буйлап килә.
14. Тормошта билдәле бер ваҡыт тыуыу, осор етеү, хәл тыуыу. □ Идти, наступать. // Наступление, приход, подступ. Бәхетле көн килде. Ауыр көндәр килде. Беренсе мөхәббәт килде. Ҡайғы килде. Шатлыҡ килде. ■ Был ғумерҙәр беҙгә ике килмәй, уйнап-көлөп кенә ҡалайыҡ. Халыҡ йырынан. Шулай уҡ мөхәббәт килде микән Таңдысаға?! Юҡ, юҡ! Т. Ғарипова. «Берәй бәлә килеп тыуҙымы икән ни?» — тип уйланы Ҡаҙанбаев. Н. Мусин. Тирә-яҡтағы уҙгәрештәрҙец шацдауы ишетелмәҫ, шойҡаны бында ла килеп етмәҫ тимә. Я. Хамматов.
15. Миҙгелдең билдәле бер ваҡыты башланыу, булыу. □ Идти, наступать (о временах года). Йәй килде. Көҙ килде. Ғинуар килде. Бесән ваҡыты килде. Яҙ һуңлап килде. ■ Ни ғәжәп: иртә ҡыш килһә, иҙел өҫтө лә ҡара көҙҙән ук сайрап ағара. Й. Солтанов. Ҡарҙар ирене, йәмле яҙ килде. Ғ. Хәйри. Яҙ
иртә килһә, йәй яҡшы булмай, һыуыҡ була. Һынамыш. • Эшец булһа йөҙ, туҡлыҡлы килер көҙ. Мәҡәл.
16. Ҡасандыр башланып, әлеге ваҡытта дауам итеү, ғәмәлдә йөрөү. □ Передаваться, переходить кому-л. другому. Ата-бабанан килгән ғәҙәт. Куптән килгән йола. Былтырҙан килгән бурыс. Нәҫелдән килеу. Былтырҙан килгән эш. Я Был мулланыц, хохол һыйырҙары шикелле, эре нәҫелдән килгән биш баш ҡатыны булып, биш ҡатынға биш өйө бар. Ғ. Хәйри. [Әпкәләй:] Һәй, алйот, ул хикмәт тигән нәмә өйрәтә торған нәмә тугел. Ул нәҫелдән килә. Д. Юлтый.
17. Талапҡа ярашлы, тейешенсә булыу, килешеү. □ Подходить, соответствовать (по размеру, росту и т.д.). Буй-Һыны менән килгән. Бар ере менән дә килгән. План буйынса тап килмәй. ■ «Була бит булғас ошондай матур ҡыҙҙар» — тип [Исмәғилев] уйлаһа, һис тә ғәжәп тугел, сөнки ысынлап та килмәгән ере юҡ ине Тацһылыуҙыц. Ә. Хәкимов. [Ҡыҙрасов:] Ҡыркҡа ла инмәгән был ҡатынды Ғәлимә ницә курә алмай әле? Ахыры, көнләшәлер. Бигерәк һылыу шул уҙе лә. Килмәгән ере юҡ. Т. Ғарипова.
18. Билдәле бер ауырлыҡта, оҙонлоҡта йәки башҡа бер кимәлдә булыу. □ Весить, тянуть, потянуть. Был аҡсаға ике метр ситса килә.
19. гром. Ҡулланылыу, йөрөү (һуҙ йәки ялғауға ҡарата). □ Употребляться, использоваться. Ҡылым алдынан килеу. Сифат менән килеу. һөйләм киҫәктәренең килеу тәртибе. Өндәрҙең сиратлашып килеуе.
20. Төбәү килештәге исемгә эйәреп, билдәле бер фекергә туҡталыуҙы йәки билдәле бер тойғо, фекерҙең яралыуын аңлата. □ Приходить, возникать, проявляться что-л., у кого-л. Бәлә килде. Ваҡиғалар иҫкә килде. ■ Ғиндулла тиҙ генә аныҡ ҡарарға килә алмай ыҙаланды. Й. Солтанов. Тимәк, төпсөй башлаһаң, һалдат та офицерҙарҙы ҡурҡыта ала икән тигән уйға килдем. А. Таһиров.
21. Эш-хәлде белдереүсе төбәү килештәге исем менән ниндәйҙер бер хәлгә күскәнде аңлата. □ Приходить в ... . һушҡа килеу. Аңға килеу. Ипкә килеу. Тейешле рәуеш-
452