КИЛЕҮ
кэ килеу. ■ Бөтәһе лә хәрәкәткә килде. Т. Ғарипова. Сираев яйға килмәгәнлектән, һуңғы көндәрҙә уның [Каҙанбаевтың] сабырлығы өҙөлә башлағайны инде. Н. Мусин.
22. 3-сө заттағы эйәлек ялғаулы исем менән ҡулланғанда, нимәгәлер мөмкинлек табылыуын, уңайы сығыуын аңлата. □ Совместно с существительными с аффиксами категории принадлежности в 3-м лиңе выражает возможность чего-л. Яйы килгәндә кереп сығыу. Барып сығырға ыңғайы килмәй. Көйө килеу. ■ [Һәр кем] йуне килһә, элергә әҙер тора, ҡармағы алыҫ тугел бармағында. М. Аҡмулла.
23. Төбәү килештәге сифат менән торғанда, эш-хәлдең башҡарылыу шартын белдерә. □ Совместно с прилагательными в направительном падеже выражает условие реализации чего-л. Бесән эштәре ауырға тура килде. Имтихан тапшырыу еңелгә тура килде. Бурыс утәу ҡыйынға килде. Барыһы ла тығыҙға килә. ■ Боғара, билдәле, нуғайҙар менән асылышлы булмаҫҡа, ауырға килһә лә, өҫтәге бурыстан бер әмәлен табып ҡотолорға өндәне. Ә. Хәкимов. Парад формалары кейеп, ҡылыстар тағып сыҡҡан тәртип һаҡлаусыларға аҙаҡтан эш еңелгә килде. Ж. Кейекбаев. Бибеш апаһында йәшәй башлағас та был ураҙа айы [Емешкә] еңелгә килмәй. 3. Биишева.
24. Сығанаҡ килештәге исем менән ҡулланғанда, эш-хәрәкәтте башҡарыу мөмкинлеген аңлата. □ Идти, происходить, возникать от чего-л. Көстән килеу. Кулдан килеу. Теленән дә, ҡулынан да килә. И Был иһә иң ҙур һәҙиә булды, һәр ике әҫәрҙәге мәҡәләләрҙе мин хәлдән килгәнсә атайыма һәм олатайыма, бер-бер артлы тәржемә итеп, аңлата инем. Ә.-З. Вәлиди. Тәуҙә беҙ бындағы тәртипһеҙлектәргә аптырап ҡарағайныҡ; шунан, бер ни тиклем кунегә төшкәс, ҡуйылған иректән файҙаланып, шаярыша, хәлдән килгәнсә куңел аса башланыҡ. Д. Юлтый.
25. Төп килештәге исем, сифат, рәүеш һ. б. һүҙҙәр менән ҡушма ҡылым яһай. □ Совместно с существительными, прилагательными, наречиями образует сложные глаголы. Дөрөҫ килеу. Тура килеу. Тап килеу.
Сыр-сыу килеу. Ыңғай килеу. Мәж килеу. Йоҡо килеу. Илһам килеу. Нәфрәт килеу. Үс килеу. Бөлә килеу. Зарар килеу. ■ Новиковка бер яҡтан асыу килә. Икенсе яҡтан куңелде йылытам. Д. Юлтый. Ер өҫтөндәге йәнлектәр генә тугел, ер аҫтындағы сысҡандар ҙа уға зыян килтерер кеуек тойолдо. Т Ғарипова. Был барлы-юҡлы көстө булгеләу, леспромхоз утәргә тейешле төп эшкә зыян килтереу булыр ине. Н. Мусин, һуңғы көндәрҙә купме йөрөлдө, ныҡ йонсолһа ла, куҙгә йоҡо килмәне. Р. Солтангәрәев. Арғаяшҡа ла, Ҡоншакка ла ҡайғы килә һорамайса, урау юлдан урамайса. Ф. Туғыҙбаева. Эштең уңай килеп тороуына шатланып, йугерә-атлай тышҡа сыҡтым. Н. Мусин. • Батыр кәрәк яу килгәндә, турә кәрәк дау килгәндә. Мәҡәл.
26. -ғы формаһындағы ҡылымға ҡушылып, теләкте белдерә. □ Совместно с формой глагола на -ғы выражает желание чего-л. Йоҡлағы килә. Барғы килә. Әйтке килә. Ишетке килә. Бейеге килә. И Шулай ҙа был аҙымды яһарға мулланы мәжбур иткән сәбәпте белге килә. 3. Биишева. Был ни эшләп шулай икән, уны әҙерәк курмәһәң дә тороп була бит инде, ә шулай ҙа курге килә, — тип уйлай Сөнәғәт. Ж. Кейекбаев. Абай байрамы хаҡындағы яҙмаларымды ундағы тәуге тәьҫораттар менән тамамлағы килә. Р. Бикбаев. Ана шундай саҡтарҙа әй илап алғы килә, әммә ир кешенең тәбиғәте башҡа — бер тамсы йәш һығып сығарырмын тимә. Д. Бүләков.
27. Хәл ҡылымдың -п формаһына ҡушылып, эш-хәрәкәттең бирегә йүнәлешен белдерә. □ Совместно с формой деепричастия на -п выражает направленность действия к говорящему. Хат алып килеу. Тышта йөрөп килеу. Куршеләргә әйтеп килеу. И Малайҙың бындай хәлгә тарығаны бар: йоҡлағанында йыш ҡына уны өләсәһе тыштан бикләп, куршеләргә йомош-фәләнгә йөрөп килә. Й. Солтанов. Мәҙинәне һыйыр һауырға уятып, самауыры эргәһенә кире урап килгәнендә игеҙәктәр уянып, буҙ турғай кеуек һайраша башлағайны. Т Ғарипова.
28. -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, эш-хәрәкәттең башланғыс мәлен һәм барышындағы дауамлылыҡты белдерә.
453