КИЛЕШЕҮСӘН
1. Йәтеш булып тура килеү, буй-һынына тап килеү (кейем йәки кылыҡ-хәрәкәт тураһында). □ Подходить, идти, быть к лицу, гармонировать. Кулдәк килешә. Итек килешә. Бейергә кәуҙәһе килешеп тора. ■ Ҡәмәр әбей ҡунаҡҡа барғанда кейергә ярарлыҡ кейем-һалымдарын рәтләп, килешмәгән урындарын төҙәтеп, йыртыҡ урындарын ямап, тушелдеректэрен йыуҙырып, таҫтарҙарын таҙарта. Ғ. Дәүләтшин. Көмөш кенә эйәр бик килешә, менгән генә атың кир булһа. Йырҙан. • Эшкә ҡулы килешә, һөйләргә теле килешә. Мәҡәл. Ҡатындарға сәс, ирҙәргә мыйыҡ килешә. Мәҡәл. Куркәмгә кумер ҡабы ла килешә. Мәҡәл.
2. Әҙәп, тәртип йәһәтенән урынлы булыу. □ Быть уместным, соответствовать (правилам приличия, обстановке и т. п.). ■ Был урында тороу килешеп бөтмәҫ, тип, икенсе ситкәрәк барып халыҡты куҙәтә башланым. С. Агиш. Юҡ, юҡ, инәй, — тине Сәғиҙә, — оло кешене борсоу килешмәҫ. Ат тоторлоҡ берәй малай булһа, уҙем генә китермен. М. Тажи. Әллә йырлай алмайым тип әйтергәме икән ағайыма? Килешмәҫ шул. 3. Биишева. • Атлыға тай менһә лә килешә. Мәҡәл. Ҡылыс ҡында килешә. Мәҡәл. Бейегеһе килмәгәнгә туй килешмәй. Мәҡәл. Тиңең менән тибешһәң дә килешә. Мәҡәл.
3. Файҙалы булыу, ыңғай йоғонто яһау. □ Помогать, идти на пользу. Дарыу килеште. Ял итеу килешкән. ■ Әлфиәгә Ирәндек буйҙары килеште. Ул таҙарып, тулыланып китте. Ф. Әсәнов. Һабантуй алдынан алыҫ араға йөрөп килеу килеште Һарайғырға. Т. Ғарипова. • Эт эсенә һары май килешмәй. Мәҡәл. Бейей белмәгәнгә көй килешмәй. Мәҡәл.
КИЛЕШЕҮ III (килеш-) (Р.: договариваться; И.: arrange things (with); agree on smth; T: anlaşmak) ҡ.
1. Кешеләр менән аңлашып уртаҡ фекергә килеү. □ Договариваться, сговариваться, уславливаться с кем-то, о чём-то. Үҙ-ара һөйләшеп килешеу. Алдан килешеп ҡуйыу. Эште килешеп башҡарыу. И Бағымсы батша менән килешелгән һуҙҙе баш яранға еткерҙе.
3. Ураҡсин. [Ғабдулла:] Өләсәй менән килешеу
әллә ни ҡыйын булмаясаҡ. Бер һуҡраныр ҙа бер бөтөр. М. Кәрим.
2. Һатыулашып, үҙ-ара ризалашыу.
□ Сторговываться, сходиться. Йөҙ һумға килешеу. Хаҡын алдан килешеу. Килешкән хаҡҡа һатыу. ■ Шулай итеп, былар килешәләр. Көтөусе байға уҙенец төшөн бирә. Әкиәттән.
3. Риза булыу, күнеү. □ Соглашаться, ладить с кем. Үҙ-ара килешеп йәшәу. ■ Коммунист кеше етешһеҙлектәр менән килешеп йәшәмәне, бригадалағы уғрылыҡ, ялҡаулыҡ менән аяуһыҙ көрәште. Р. Камал. Эйе шул! — тип килеште дуҫы менән Хәлит. Н. Ғәйетбай.
4. Ике аралағы дошманлыҡты бөтөрөү, ярашыу, татыулашыу, солох булдырыу.
□ Мириться, прийти к согласию. Үҙ-ара килешеу. Килешеп ҡалыу. ■ Ғаббас мулла тоҡомо ла, бәлки, беҙҙең кеуек ярлы-ялпы менән килешеп йәшәуҙе артыҡ курә башлағандыр?.. 3. Биишева. • Ас һуғышыр, туҡ килешер. Мәҡәл.
5. Үҙ-ара аңлашып уртаҡ тел табыу.
□ Найти общий язык. ■ Ағай менән килешеп киттек. Ул, ашығыуынан туҡталып, сиселеп һөйләшә башланы. Ф. Рәхимғолова. Тәуге иптәш — совхоз агрономы, ул съездан ҡайта, шикелле. Бер каютала ике дуҫ кеуек, һуҙ менән дә бик тиҙ килештек. Ғ. Сәләм.
КИЛЕШЕҮ IV (Р: договор; И.: treaty; Т.: anlaşma) и.
1. Дәүләт, юридик йәки физик шәхестәрҙең үҙ-ара һөйләшеп төҙөгән рәсми йөкләмә ҡағыҙы. □ Договор (официальный документ). Килешеуҙе өҙөу. Килешеу тө-ҙөу. Дуҫлыҡ һәм уҙ-ара ярҙам килешеуе. Халыҡ-ара килешеу. Алдан төҙөлгән килешеу. Куртым килешеуе. ■ Совет хөкумәте менән килешеу төҙөгәнбеҙ икән, ундай хәлдә бурыс утәуҙән ситләшеу уйыма ла инеп сыҡманы. Ә.-З. Вәлиди. [Дилбәр:] Мин баштан уҡ килешеуҙе асыҡлап ҡуйғым, хаҡ-баһамды белгем килә. Р. Камал.
2. Үҙ-ара һөйләшеп килешеү. □ Договорённость. ■ Тәғзимә менән Тимерғәле көндөҙгө килешеу буйынса икеһе бер ук мәлдә тал сыбыҡ өйкөмөнә килде. Н. Мусин.
КИЛЕШЕҮСӘН (Р: сговорчивый; И.: compliant; T.: uysal) с.
455