КИЛЕШЕҮСӘНЛЕК
Үҙ фекерен яҡлай алмаған, төрлө һүҙгә, тәҡдимгә килешеп, ризалыҡ менән ҡараусан. □ Сговорчивый, уступчивый. Килешеусән әҙәм. Килешеусән тауыш. ■ [Закиров:] Беҙҙең өсөн йыш ҡына, номенклатураға инеп, куп тапҡыр эште бөлдөргән, урындан урынға кусереп йөрөтөлгән, мамыҡ кеуек йомшаҡ, һәр тарафта килешеусән әҙәм ҡиммәтлерәк. А. Абдуллин.
КИЛЕШЕҮСӘНЛЕК (килешеүсәнлеге) (Р.: сговорчивость; И.: compliancy, tractability; T.: uyuşkanlık) и.
Төрлө яйға, һүҙгә, тәҡдимгә килешеп, ризалыҡ менән ҡараусанлыҡ. □ Сговорчивость, уступчивость. И [Зөләйхә әбей], килененә килешеусәнлек менән йылмайып ҡарап: «Килен ҡәйнә боҫҡағынан ярала», — тип ҡуйҙы. 3. Биишева.
КИЛЕШ-КИЛБӘТ (Р.: облик; И.: look, aspect; T: kılık) и. йыйн.
Тышҡы ҡиәфәт, төҫ-баш. □ Облик, внешний вид. Матур килеш-килбәт. ■ Кайна-шыу, ығы-зығы. Йөҙҙәр бойоҡ, килеш-килбәт нисектер таушалған. Ғ. Ғүмәр. Әкрәм Хөбби Абитовтыц йөҙөндә, килеш-килбәтендә яла-ғайлыҡ курҙе. А. Таһиров.
КИЛЕШЛЕ (Р: подходящий; И.: befitting; T: uygun) с.
1. Килбәткә, ҡиәфәткә тап килгән, йәтешле, килешеп торған. □ Подходящий, гармонирующий (по цвету, по виду и т. п.). Килешле салбар. Килешле итек. Килешле тегелгән кулдәк. ■ Малайҙың көҙгө пальтоһы шаҡтай иҫкергән, башындағы кепкаһы ла бәләкәс куренә, әммә бик бөхтә, уҙенә килешле. Ә. Хәмәтдинова. Баһау урта буйлы, төҫкә килешле, еңел кәуҙәле, яғымлы һуҙле кеше ине. Картотека фондынан. Ысыҡтай саф куҙ йәштәре атылып сыҡты ла Зифаның килешле нескә танауының төбөнән тубәнгә ҡарай тәгәрләне. Н. Мусин.
2. Йәтеш булып оҡшап торған (ҡылыҡ, хәрәкәттәргә ҡарата). □ Ладный. Атлап китеуҙәре килешле. Килешле йылмайыу. Килешле хәрәкәттәр яһау. ■ Мөслим бейеп китте. Уның хәрәкәттәре бик етеҙ һәм килешле. Ғ. Лоҡманов. [Гөлбаныуҙың] һәр хәрәкәте
килешле булған кеуек, өйөндә лә бөтә нәмә ыҡсым, урынлы ине бит уның. Т. Ғарипова.
3. Урын-еренә лайыҡлы, тура килеп торған; урынлы, яраҡлы. □ Уместный, подходящий, соответствующий, приличный. Килешле вазифа. Килешле исем. И Кайҙа йөрөйһөң? Нимә бында?.. — Мастер шофёрын әрләргә иткәйне лә, килешле һуҙ таба алманы. Р. Солтангәрәев. • Өлөшлө ҡул килешле. Мәҡәл.
КИЛЕШЛӘЙ (Р: попутно; И.: in passing; T: yol üzere) p.
Юл ыңғайында, ҡайҙалыр барышлай.
□ Попутно, по пути. Килешләй инеп сығыу. ■ Бер көндө һауынсылар, фермаға киске эшкә килешләй, әҙерәк йылынып сығыу ниәте менән малсылар йортона ингәйнеләр. Ф. Әсәнов. Сәрбиназ менән Азат армиянан ҡайтып килешләй осраштылар. Т. Ғарипова.
КИЛЕШМӘҮСӘН (Р: непримиримый; И.: irreconcilable; T: uzlaşmaz, barışmaz) с.
Үҙ фекерендә тороусан, риза булмаған.
□ Непримиримый, несговорчивый. Килеш-мәусән булыу. Килешмәусән ҡарашлы. И Ғәбит менән Сәғитов араһындағы килешмәусән ҡаршылыҡ эҙмә-эҙлекле, баҫҡыс-баҫҡыс уҫтерелә килә. Г. Гәрәева.
КИЛЕШМӘҮСӘНЛЕК (килешмәүсән-леге) (Р: непримиримость; И.: irreconcilability; T: uzlaşmazlık) и.
Төрлө яйға, һүҙгә, тәҡдимгә килешмәү, риза булмау. □ Непримиримость, несговорчивость. Килешмәусәнлек курһәтеу. ■ Ике туған араһындағы килешмәусәнлек, хатта дошманлыҡҡа яҡын насар мөнәсәбәттәр бер ваҡыт аҙаҡ сиккә килеп етте. А. Карнай.
КИЛЕШТЕРЕҮ I (килештер-) (Р: делать что-л. умело; И.: make skil(l)fully; T: iyi yapmak) ҡ.
1. Килбәткә, ҡиәфәткә йәки ҡылыҡ-хәрә-кәткә тап килтереү; килешле итеү. □ Делать что-л. умело, хорошо. Портретты килештереп эшләу. Килештереп кейеу. Килештереп тегеу. Килештереп тегелгән костюм. Бейеуҙе килештереп башҡарыу. ■ Азамат ни тип һуҙ башларға ла белмәй, тик һиҙҙермәй генә куршеһенә ҡарап ала: саф алһыу йөҙ, килештереп таралған ҡара сәс, балаларҙыҡы
456