КИЛМЕШӘК
шикелле бултәйеп торған ирен һәм эскерһеҙ куҙҙәр был ҡыҙға бер сихри матурлыҡ бирә. Р. Солтангәрәев. Ярлы нәҫелдән булһа ни, хәлле йортҡа килен итеп төшөргәс, нисек тә килештереп, байбисә булып йөрөр ине әле Айһылыу. Ә. Хәкимов.
2. Кем йәки нимәнецдер ҡылығын оҡшатып, оҫта итеп ҡабатлау. □ Умело подражать кому-то. Әтәс булып килештереп ҡысҡырыу. Олатаһы булып килештереп атлай.
3. Юҡлыҡ формаһында әҙәп, тәртипкә ярашлы, урынлы тип тапмау; оҡшатмауҙы белдерә. □ В отрицательной форме выражает неуместность, неодобрение. ■ Гөлйөҙөм Садрисламды уҙ өйҙәренә тура алып барыуҙы килештермәне. Ф. Иҫәнғолов. Шофёр юлда йөрөгәндә бик һөйләшергә яратыусан кеше булһа ла, башҡаса төпсөнөп тороуҙы нисектер килештермәне. Ф. Әсәнов. Тиҫтерҙәре хәрби хеҙмәткә алынғас, уҫмерлектән сығып ҡына килгән сөрсөктәр араһында йөрөуҙе килештермәне Ирназар. Ә. Хәкимов.
4. мыҫҡ. Берәй эш башҡарған булып ҡыланыу, оҡшатҡан булыу. □ Выражает отношение унижения, неодобрения к какому-л. действию. И Куршем Ибраһимды ғына алайыҡ. Эшем эйәһе. Иртәнсәк китә, кис ҡайтҡан була. Килештерә. Картотека фондынан. «Килештергәнһең инде, шәп кеше», — тине ҡатыны, аяу һәм асыу аралаш көйөнөп. Б. Бикбай. «Ну килештерә был — йылан аяғы ҡырҡҡан...», — тип уйлап алды Арынбаҫаров. Д. Бүләков.
КИЛЕШТЕРЕҮ II (килештер-) (Р: мирить; И.: reconcile; T.: barıştırmak) ҡ.
Үҙ-ара яраштырыу, татыулаштырыу. □ Мирить, примирить. Килештерергә тырышыу. ■ Айбулаттыц Ныязғол менән яңынан ҡатнашыуы ана шулай башланды. Тәуҙә ике араны Мәғфурә килештереп йөрөнө, шунан Тимерғәле ҡарт килде. Һ. Дәүләтшина. • Фәҡирлек һуғыштырһа, байлыҡ килештерер. Мәҡәл.
КИЛЕШҺЕҘ (Р: нескладный; И.: awkward, clumsy; T.: biçimsiz) с.
1. Килбәткә, ҡиәфәткә, ҡылыҡ-хәрәкәткә тура килмәгән, килешмәгән. □ Нескладный, несоразмерный, неуклюжий; несураз
ный. Килешһеҙ яулыҡ. Килешһеҙ костюм. Килешһеҙ хәрәкәт. Килешһеҙ аҙым. ■ Хисбулла мәҙрәсәнән тап-таҡыр итеп ҡырылған баш, килешһеҙ оҙон елән, килбәтһеҙ суфый ҡыланышынан башҡа бер нәмә лә алып сыҡманы. 3. Биишева. Яратмаған эш — килешһеҙ тегелгән кулдәк менән бер ул. Яр. Вәлиев. Со-бох, килешһеҙ хәрәкәттәр яһап, әллә тороп баҫырға .. маташты. Н. Мусин.
2. Йәмғиәттә ҡабул ителмәгән, килешле булмаған; урынһыҙ. □ Неуместный, неподходящий. Килешһеҙ иҫкәртеу. Килешһеҙ көлөп ебәреу. ■ Таңһылыуҙың килешһеҙерәк ҡылығы председателде тамам сығырынан сығарҙы. Д. Бүләков. Хәҙерге минутта һәр бер һуҙ артыҡ һәм килешһеҙ. Д. Юлтый.
КИЛКАБЫҘ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡырғыҙ ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-киргизов.
КИЛКЕ (Р: раз; И.: time(s); T.: kez)p.
Һан менән ҡулланылып эштең күпме ҡабатланғанын белдерә; тапҡыр, ҡабат.
□ Раз. Өс килке һыуға барҙым. Дурт килке сәй ҡайнатып алыу.
КИЛКЕЙ и. диал. ҡар. селбәрә.
КИЛКЕ-КИЛКЕ (Р: время от времени; И.: on and off; T.: bazen) р.
Ваҡыты-ваҡыты менән, ваҡыт-ваҡыт.
□ Время от времени, временами. Килке-килке ел иҫә. ■ Йөрәгемде килке-килке уртаға булгән ул шом бик оҙаҡ йылдар буйынса мине ташлап китмәйәсәк. М. Кәрим. Һултан йылғаһының буйына сыбайлап уҫкән ҡайынлыҡтар буран ыңғайына серәнеп ялҡауланһалар ҙа, килке-килке ойоҡһотоп сапҡан ел уларҙы сайҡай. Т. Хәйбуллин. Төньяҡтан килке-килке һалҡын ел иҫте. 3. Биишева.
КИЛКЕМ и. ҡар. килке.
КИЛЛЕ-КИТТЕ с. диал. ҡар. аумаҡай.
КИЛМЕШӘК I (килмешәге) (Р: пришелец; И.: newcomer; T.: yabancı) и.
Ситтән килгән, сит ырыу кешеһе, сит яҡ кеше. □ Пришелец, пришлый. ■ Йәмилә Тирәкле кешеһе тугел, урман яғынан килен
457