КИЛҪАБЫ
сек(унд)] (Р.: килопарсек; И.: kiloparsek; Т.: kiloparsek) и. физ.
Йыһан киңлеген, йондоҙҙар араһын үлсәү берәмеге (бер килопарсек 1000 парсек-ка тиң). □ Килопарсек. Ҡояш менән Галактикабыҙ уҙәге араһы 8 килопарсекка тиң.
КИЛҪАБЫ и. диал. ҡар. килеһап.
КИЛТЕРЕЛЕҮ (килтерел-) ҡ. төш. ҡар. килтереү, страд, от килтереү. Килтерелгән миҫал. Килтерелгән аш. ■ Иҫәнлек-Һаулыҡ һорашылды, ҡул йыуылды, бишбармаҡ килтерелде. Т. Йәнәби. Өй эҫеп китмәһен өсөн ишек-тәҙрәләр асып елләтелде. Бөтә нәмә рәткә килтерелде. С. Агиш. Урмансылар тарафынан килтерелгән бурсаларҙы ҡабул итеу өсөн, Вахиттың ағаһы — Ғарифтың ҙур улы Ғәли сыҡты. Ғ. Хәйри. Аҫҡа төшкәс, Сәмәрә Минһажева әле килтерелгән ауырыуҙың тарихына куҙ һалды: «Ҡыҙрасов Батыр Заһир улы». Т. Ғарипова.
КИЛТЕРЕҮ (килтер-) [боронғо төрки кәлтур-; кәлур-} (Р.: приносить; И.: bring; Т.: getirmek) ҡ.
1. Тотоп, күтәреп, һөйрәп йәки нимәгәлер һалып алып килеү. □ Приносить, подносить; привозить, подвозить. // Принос, подношение; привоз, подвоз. Арба менән килтереу. Кутәреп килтереу. Һөйрәп килтереу. Һыу килтереу. Йөк килтереу. Машина менән килтереу. Килтереп ауҙарыу. Аш килтереу. Сэй килтереу. ■ Яландағы ырҙындан ике йөк иген килтерҙеләр. Б. Бикбай. [Әмирханов] .. миңә мөрәжәғәт итте. «Йә, сәй килтерҙеңме?» С. Агиш. Ҡара ҡумтаны Батырҙарҙың өйҙәре янындағы гараж артына килтереп ҡуйҙылар. Н. Ғәйетбаев. Баҫыуҙа бәрәңге өтөу кәрәкмәне, әҙер аш килтереп ашаттылар. Д. Бүләков. Арыҫланғәлене комендант булмәһенә килтереп ташланылар. А. Таһиров.
2. Етәкләп, эйәртеп, саҡырып һ. б. юл менән бергә алып килеү. □ Приводить. Баланы етәкләп килтереу. Ҡаҙҙы ҡыуып килтереу. Иптәште эйәртеп килтереу. И Тиҙ генә Хәйернисаны саҡырып килтерҙеләр. Б. Бикбай. Эльвира Йәнғәлене уҙ өҫтәле янына етәкләп килтереп ултыртты. Ф. Иҫәнғолов. Нуғайҙар етәкләп килтергән арыҡ
алашаға [Һабрау] әйләнеп тә ҡараманы, иҫке еләндәрен алманы. Ә. Хәкимов. [Маруся — Даша апайға:] Бына һеҙгә бер ҡунаҡ килтерҙем, — тине. Һ. Дәүләтшина. • Өрә белмәгән эт өйөнә ҡунаҡ килтерер. Мәҡәл. Илсе итеп эт ебәрһәң, илеңә яу килтерер. Мәҡәл. Яман аға ил көтһә, илгә дошман килтерер. Мәҡәл. Баш көн килде — байым алып китте бисәмде, буш көн килде — байым килтереп ҡуйҙы бисәмде. Мәҡәл. Бурене ҡыҫырыҡлап килтерһәң, өҫкә ташланыр. Әйтем. Ҡарғанан ҡарауыл ҡуйһаң, әҫтәңә яу килтерер. Мәҡәл.
3. Ағымы менән алып килеү (һауа, һыу, һ. б. ҡарата). □ Приносить, наносить (движением воздуха, воды, ветром и т. п.). Ел ямғыр килтерҙе. Тулҡын кәмәне икенсе ярға килтергән. ■ Был кистә дала еле ҡар ҙа килтерҙе. 3. Ураҡсин. Ҡаршынан иҫкән еңелсә ел ағымы көйәк еҫен килтереп таратты. Ә. Хәкимов.
4. Нимәгәлер яҡын алып килеү, яҡынайтыу. □ Приподнести, приблизить. Бармаҡты танауға килтереу. Ҡуҙгә килтереу. Шәм яҡтыһына килтереу. ■ Ҡулды эскә килтерәм. Ул нимә менәндер тығыҙ итеп бәйләнгән. С. Агиш. Малай ҡара йоҙроғон куҙенә килтерә, керпектәрен ыуалап, бер аҙ өндәшмәй тора. Й. Солтанов. Малай уны [биноклде]куҙенә килтерҙе лә икенсе осон ҡалаға табан йунәлтте. Н. Ғәйетбаев.
5. Алып килеп биреү, тапшырыу. □ Принести, передать. Саҡырыу килтереу. Баһалама килтереу. Телеграмма килтереу. Ҡустәнәс килтереу. ■ Яңы яугирҙы әле ойошоп етмәгән һәм шуға курә айырым тирмәһе лә булмаған тиҫтәгә килтереп тапшырҙылар. К. Мәргән. Хат килтергән дәруиш сығып киткәйне инде. Ә. Хәкимов. • Эшлекһеҙгә эш бирһәң, ғариза килтерер. Мәҡәл.
6. кусм. Һөйләп, әйтеп ишеттереү, еткереү. □ Принести, передать устно. Дуҫтан сәләм килтереу. Ҡыуаныслы хәбәр килтереу. Ғәйбәт килтереу. Баһалама килтереу. И Сәйетгәрәй Алкиндың хоҡуҡсы һәм офицер улы Ильяс Алкин да .. атаһынан миңә сәләм килтерәсәк. Ә.-З. Вәлиди. Римаға йәш
460