Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 461 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИЛТЕРЕҮ
тулғанда, әсәһенә һуғыштан атаһының уле хәбәрен килтерҙеләр. Ф. Әсәнов.
7. Юҡлыҡ формаһында: килергә, яҡынлашырға мөмкинлекте бирмәү; ебәрмәү. □ В отрицательной форме выражает запрет на приближение. К Ҡорбанов башҡаларҙы станокҡа яҡын да килтермәй. Б. Бикбай. Бына тап ошо ваҡыттарҙа Мәулетов .. уҙ воло-сына дошмандарҙы яҡын килтермәу менән мәшғул ине. Ғ. Хәйри. Беҙ, Сидоренко менән,.. немецтарҙы яҡын килтермәйенсә ут асмаҫҡа ҡарар биргәйнек. Б. Дим.
8. Килем, файҙа биреү. □ Приносить пользу, давать доход. Килем килтереу. Баҡса файҙа килтерә. ■ Бер генә нәмә арыған саҡтарҙа рәхәтлек бирә: ул — халыҡҡа ниндәй ҙә булһа файҙа килтереуецде тойоу. Д. Бүләков. [Миңлегәленең] тыуған иле өсөн файҙа килтерергә ынтылыуына тәуге саф мөхәббәт рухландыра. Я. Хамматов. • Ир килтерә белһен, ҡатын еткерә белһен. Мәҡәл.
9. Фекерҙе иҫбатлау, нығытыу маҡсатында әйтеү; күрһәтеү. □ Приводить, представлять (аргументы, факты, доказательства и т. п.) Дәлилдәр килтереп һөйләу. Сығышты миҫалдар килтереп йәнләндереу. Факттар килтереп иҫбатлау. ■ Сәмиғулла Ғилаждың .. вайым менән әйткән һуҙенә уҙен аҡлау өсөн дәлил килтерергә теләмәне. Ж. Кейекбаев. Бығаса уйында ла, куңелендә лә булмаған, әҙәпкә һыймаҫлыҡ сәйер бер дәлил килтерҙе ул [Байназаров]. М. Кәрим.
10. Донъяға тыуҙырыу. □ Рожать, приносить плод. Игеҙәктәр килтергән ҡатын. Бейә ҡолон килтерҙе. И Ошо яҙҙа ике кәзәләре биш бәрәс килтерҙе, өс йылдан һуң һыйырға ла тейенеп киттеләр. М. Кәрим. Яҙын кәртәлә саптар бер ҡолон килтерә. Ғ. Хөсәйенов. • Ҡотло ҡунаҡ өйгә килһә, ҡуйың ике бәрәс килтерер. Мәҡәл.
11. кусм. Һөҙөмтә рәүешендә нимәнелер булдырыу, тыуҙырыу. □ Реализовать что-то. Ҡыш һалҡын көндәр килтерҙе. ■ Яҙ матурлығы ла, тәбиғәт зауығы ла, яҙ килтергән шатлыҡ, ҡыуаныстың кешеләр йөҙөндә сағылышы ла уның куҙенә куренмәне. М. Тажи. • Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй. Мәҡәл.
12. Ниндәйҙер хәлгә дусар итеү, килтереү. □ Причинять, служить причиной чего-л. Шатлыҡ килтереу. Ҡайғы килтереу. Бәхет килтереу. Муллыҡ килтереу. ■ Йәнә, ул дәруиш ҡотолоп китһә, уҙен тотҡон иткән, туҡмаған Байгилде арҡаһында бөтә ҡыпсаҡ иленә ҡаза килтерер ине. Ә. Хәкимов. Ер өҫтөндәге йәнлектәр генә тугел, ер аҫтындағы сысҡандар ҙа уға зыян килтерер кеуек тойолдо. Т. Ғарипова.
13. Төбәү килештәге исемгә эйәреп, шул исемдән аңлашылған төшөнсәне ғәмәлдә булдырыуҙы аңлата. □ В сочетании с существительными в дательном падеже означает «приводить кчему-л, ккакому-л. состоянию». Иҫкә килтереу. Шартына килтереу. Ыҡҡа килтереу. Фаразға килтереу. Һығымтаға килтереу. Шундай фекергә килтереу. Үткәндәрҙе куҙ алдына килтереу. Бер ҡалыпҡа килтереу. ■ Булат улай ҙа һөйләп ҡараны, былай ҙа, ләкин ипкә килтерә алманы бисәһен. Б. Бикбай. Сәлмән ағайҙың көлгәнен куҙ алдына килтерәм. С. Агиш. Мәжбур итеуҙе башҡа килтерергә лә ярамай. Ә. Хәкимов. Кусемде яйлап ыҡҡа килтерҙе, уҙенә ауҙарҙы Айҙар. Ғ. Хөсәйенов. Ацлай иркә ҡыҙыҡай, Шәрғиә булмаһа, кем унда шартына килтереп табын яраштырыр? Ә. Хәкимов.
14. Төп йәки төшөм килешендәге исемгә эйәреп, ниндәйҙер уй-тойғоно, теләкте уятҡанды аңлата. □ В сочетании с некоторыми существительными в основном и винительном падеже означает «вызвать, породить, явиться причиной чего». Әйткән һуҙҙәре асыуҙы килтерә. Коҫҡоно килтереу. Киске тыныслыҡ йоҡоно килтерә. ■ Нәҡиәнең шулай бер туҡтамай көлөуе Шәмсиҙең асыуын килтерҙе. Ғ. Хәйри. Илап ебәреп, ҡәйнәһенең асыуын килтереуҙән ҡурҡҡан Сәбилә аҡланырға, ғәфу утенергә тырышты. Т. Ғарипова.
15. Оҡшатыу һүҙе йәки ҡушма рәүеш менән төрлө тауыш, хәрәкәт, ниндәйҙер хәл-күренеште тыуҙырғанды аңлата. □ Образует сложные глаголы со звукоподражательными словами или наречиями. Туптар окоптарҙы селпәрәмә килтерә. Донъяның аҫтын-өҫкә килтереу. ■ Йәләлетдиндең эйәр
461