КИЛТЕРЕШЕҮ
сендәре, баш ҡаланың аҫтын-өҫкә килтереп, шағирҙы эҙләргә, кемлеген асыҡларға кереште. Ә. Хәкимов. Һуғыш беҙҙең хыялдарҙы селпәрәмә килтерҙе. Ш. Янбаев. Кулға-ҡул, аҙымға-аҙым тура килтереп .. тигеҙ сафта барған курсанттарҙың йөҙө ҡыйыу, етди. Ә. Хәкимов.
16. Хәл ҡылымдың -п формаһында ҡушма ҡылымдың беренсе компоненты булып, ҡапыллыҡ, көтөлмәгәнлек мәғәнәһен бирә. □ С формой деепричастия на -п выступает в роли вспомогательного глагола и придаёт словосочетанию оттенок внезапности, неожиданности. Таяҡ менән килтереп һуғыу. Килтереп сығарыу. И Бабайым был юлы ярты аршынлы бәрҙене килтереп сығарҙы. Н. Мусин. Ул картузының эске ҡатынан үҙенең күбәләкле ҡармағын килтереп сығарҙы. Ж. Кейекбаев.
КИЛТЕРЕШЕҮ (килтереш-) ҡ. урт. ҡар. килтереү 1, 2. взаимн. от килтереү 1,
2. Бесән килтерешеү. Аттарҙы килтерешеү.
■ Ҡадир Мостафин .. МТС машиналарын үҙе килтерешә. Б. Бикбай. Салауат менән Хөсәйенгә аттарҙы өйөрҙән үҙе барып килтереште. Т. Ғарипова. Әлеге ике тоҡ тирене лә малайы килтерешкән булып сыҡты. Ш. Бикҡолов.
КИЛТЕРТЕҮ (килтерт-) ҡ. йөкм. ҡар. килтереү 1—15. понуд. от килтереү 1—15. Бесән килтертеү. Факттар килтертеү. Хәтергә килтертеү. Бер фекергә килтертеү. Асыуҙы килтертеү. Саҡыртып килтертеү.
■ [Насирҙың] ҡаратын оло үтенес менән килтерттеләр. 3. Ураҡсин. Хәбибназар Төркиәнән яңы сыҡҡан нәшриәтте лә килтер-теп уҡый торғайны. Ә.-З. Вәлиди. Виктор исем өсөн генә тигәндәй берәр сынаяҡ кофе килтертте. Ә. Хәкимов. Башҡорт тәрәнлеге ҡырҡ таяҡ баҙ ҡаҙытҡан, әйләнәһе йөҙ таяҡ утын әҙерләткән, әллә нисә мискә иреткән, ыҫмала килтерткән. Әкиәттән.
КИЛТӘ ЕП (ебе) (Р.: отрезок пряжи; И.: piece of yarn; T.: ipliğin ucu) и.
Һуғып бөткәс, буйлыҡтың осонан ҡырҡып алынған еп. □ Отрезок конечной части пряжи. Килтә еп менән бәйләү. Килтә еп осо.
КИЛЬ [рус. < гол. kiel\ (Р.: киль; И.: keel; T.: gemi omurgası) и.
1. Судноның төбөн аҫҡы яҡтан беркетеп тотҡан буй бурса. □ Киль (водного судна). Рифҡа киль менән ултырыу.
2. Самолёт йәки дирижабль ҡойроғоноң руль беркетелгән өлөшө. □ Киль (самолёта, дирижабля). Килде төҙәтеү.
3. Англияла таш күмерҙе үлсәү берәмеге. Бер киль 21,5 тоннаға тигеҙ. Бер килдә 21540,16 кг күмер.
КИЛЬВАТЕР [рус. < гол. kielwater < kiel ‘киль’ + water ‘һыу’] (Р: кильватер; И.: wake; T.: dümen suyu) и. махс.
1. Карап, кәмәнең артында ярылып ҡалған эҙ. □ Кильватер. Арттан кильватер буйлап барыу.
2. Тура линия буйынса бер-береһе артынан хәрәкәт иткән кораблдәр сафы. □ Кильватер. Кильватер алдында. Кильватер парады.
КИЛЬКА [рус. < эст. < нем. Kil ‘тар диңгеҙ ҡултығы’] (Р: килька; И.: sprat; T: hamsi) и. зоол.
Сельдтәр ғаиләһенә ҡараған ваҡ ҡына диңгеҙ балығы. □ Килька (лат. Clupea sprat-tus). Килька консервалау. Килька тоҙлау. Килька консерваһын һатып алыу.
КИЛӘ-КИЛГӘНДӘН р. диал. ҡар. килгәндән бирле.
КИЛӘ-КИЛЕП (Р: резко; И.: sharply; T: aniden) р.
Ҡапыл килтереп. □ Резко, неожиданно. Килә-килеп ҡайтарып ебәреү. Килә-килеп хәтергә төшөрөү.
КИЛӘЛЕ-КИТӘЛЕ р. диал. ҡар. килгеләп.
КИЛӘМҺЕҘ с. диал. ҡар. аяуһыҙ. Киләмһеҙ әҙәм. Киләмһеҙ көрәш. Киләмһеҙ булыу.
КИЛӘҢКЕ (Р: недержание мочи; И.: incontinence; T: idrarını tutamama) и. вет.
Бейәләрҙең бәүел тота алмаған ауырыуы.
□ Недержание мочи (болезнь кобылиц). Киләңке менән ауырыу. Киләңкенән дауалау. Киләңке булыу. Киләңке тай.
КИЛӘП (киләбе) и. диал. ҡар. кәләп. Өс киләп. Киләпкә һалыу. Йөн киләбе.
462