Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 463 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИМГЕЛ-КИМГЕЛ
КИЛӘПЛӘҮ (киләплә-) ҡ. диал. ҡар. кәләпләү. Епте киләпләу. Йөндө киләпләу. Киләпләп ҡуйыу.
КИЛӘСӘК I (Р.: будущий; И.: the future; T.: gelecek) с.
Алда буласаҡ, киләһе. □ Будущий, грядущий. Киләсәк тормош. Өмөтлө киләсәк. Киләсәк көндәр. Киләсәк быуынға урнәк. ■ Үткәндәге, хәҙерге һәм киләсәк көндәрҙе куҙ алдына килтереп һөйләштеләр [ҡыҙҙар]. һ. Дәүләтшина. Мин һинең өсөн ғорурланам, ҡәҙерле туғаным! Киләсәк көндәрең гел яҡты, матур, ә хеҙмәтең һоҡланғыс емешле булһын ине. Б. Бикбай. Киләсәк йыл өсөн орлоҡ, алдағы көнгә аҙыҡлыҡ ҡалдырҙыҡ. А. Таһиров.
КИЛӘСӘК П (киләсәге) (Р.: будущность; И.: future; T.: gelecek) и.
1. Алда буласаҡ көн, алдағы ваҡыт. □ Будущность, будущее (день). Киләсәкте хәстәрләу. ■ Уралҡайҙың аҫты алтын, өҫтө шиғыр, уҙе нур. Киләсәктә был ергә Хоҙай уҙе ҡыҙығыр. Ш. Бабич. Синыф мәнфәғәте һәм киләсәк өсөн көрәштә бөтә фиҙаҡәрлек тә аҡланмай. А. Абдуллин. Ошо минутта алыҫ-алыҫ Ер планетаһында [Батыр] Әмиләне юҡһына, киләсәктә осрашыу хаҡында хыяллана. Н. Ғәйетбаев.
2. Алда буласаҡ тормош, киләһе яҙмыш, ғүмер дауамы. □ Будущность, будущее (жизнь). Яҡты киләсәк. Тәбиғәтте киләсәккә һаҡлап ҡалдырыу. И Беҙ йәшәйбеҙ иркен илдә, яҡты беҙҙең киләсәк. Н. Иҙелбай. Бөгөнгөгә мылтыҡтан атһаң, киләсәк пушканан яуап ҡайтарыр, ти бит. Д. Бүләков. Ләкин алыҫ киләсәккә ҡарағанда бөгөнгөһө ҡиммәтерәк ине уға [Суминовҡа]. Ә. Хәкимов.
КИЛӘСӘК ЗАМАН (Р: будущее время; И.: future tense; T: gelecek zaman) и. гром.
Буласаҡ эш-хәрәкәтте белдергән ҡылым категорияһы. □ Будущее время (грамматическая категория). Киләсәк заман формаһы. Билдәһеҙ киләсәк заман. Киләсәк заман сифат ҡылым.
КИЛӘСӘКЛЕ (Р: имеющий светлое будущее; И.: having bright future; T: geleceği olan) с.
1. Матур киләсәге булған. □ Имеющий светлое будущее, перспективный. Киләсәкле ауыл. ■ Милләт рухы — йырҙа, милләт заңы — шиғриәттә, милләт аңы — матбуғатта. Халҡыбыҙ тап шулар менән көслө һәм киләсәкле. X. Назар. Бөгөнгө көндә, куреуебеҙсә, уҫеш тап шул милли уҙаң тәрбиәләнгән киләсәкле илдәрҙә бара. М. Бураҡаева.
2. Өмөтлө, талантлы. □ Талантливый. Киләсәкле йәш ғалим. Киләсәкле шағир.
КИЛӘҺЕ (Р: будущий; И.: future; T: gelecek) с.
Алда буласаҡ. □ Будущий, грядущий. Киләһе байрам. Киләһе аҙна. Киләһе ай. Киләһе уҡыу йылы. ■ Әле бында, бөгөн генә тугел, киләһе көндәрҙә лә бик куп нәмәләрҙе уҙ башым менән генә анрап етә алмам. С. Агиш. Киләһе көн бөгөнгөһөнән һис айырылмайҙыр шикелле тойолдо [Сергейға]. А. Абдуллин. [Дәруиш — Сәйфкә:] Киләһе быуын кешеләре һинең ғәзәл-ҡасидәләреңдән, дастандарыңдан йәндәренә дауа, куңелдәренә зауыҡ табырҙар. Ә. Хәкимов. Киләһе көҙгә ҡалаға уҡырға барыу фекеренә килде [Шәмси ]. Ғ. Хәйри. Куҙғалаҡ куп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы булыр. Һынамыш. Беренсе сентябрҙә йылы булһа, бөтөн көҙ йылы булыр, әгәр шул көндә ел булһа, киләһе йәй ашлыҡ насар булыр. Һынамыш.
КИЛӘҺЕ КӨН и. диал. ҡар. иртәнән һуң.
КИМБЕРЛИТ [рус. < ингл. Kimberley ‘тау исеме’ + гр. lithos ‘таш’] (Р: кимберлит; И.: kimberlite; T: kimberlit) и. геол.
Алмаслы магма тоҡомо. □ Кимберлит. Алмаслы кимберлит. Кимберлиттың минерал составы.
КИМВАЛ [рус. < лат. cymbâlum] (Р: кимвал; И.: cymbal; T: zil) и.
Ике еҙ тәрилкәнән торған боронғо һуҡмалы музыка ҡоралы. □ Кимвал. Боронғо грек кимвалы. Кимвал һуғыу.
КИМГЕЛ-КИМГЕЛ (Р: временами; И.: at times; T: zaman zaman) p.
Ҡайһы берҙә, ара-тирә; ваҡыт-ваҡыт. □ Временами, время от времени, урывками. Кимгел-кимгел ел иҫеп китә. Кимгел-кимгел килеп китә. Кимгел-кимгел ауыртып ҡуя.
463