КИМГӘҮ
КИМГӘҮ (кимгә-) ҡ. ҡар. киңгәү. Ауыр эштән кимгәу. Оҙон юлдан кимгәу. ■ Ул [Ғәли] балаһын аслыҡ киҫкән юлдар аша кимгәт-мәйенсә ҡайтарып еткереуе .. өсөн ҡыуанды. Й. Солтанов.
КИМДЕ-ГИМДЕ р. диал. ҡар. кимгел-кимгел. Кимде-гимде ямғыр яуып уҙа. Кимде-гимде ел иҫеп китә. Кимде-гимде осрап ҡуя.
КИМДЕ-КИМДЕ р. диал. ҡар. кимгел-кимгел. Кимде-кимде ҡайтып йөрөй. Кимде-кимде алып ҡайтыу. Кимде-кимде шылтыратыу.
КИМЕК (кимеге) [боронғо төрки кемур ‘кимер’] (Р.: губчатая кость; И.: cancellous bone; T.: süngerimsi kemik) и.
1. Елекле һөйәктең баш-башындағы майлы көпшәк өлөшө. □ Губчатая кость. Кимектең елеге. ■ Тәмәке тартмаған кеше салғандыр быны [һуғымды ], кимеге лә, ите лә бик йомшаҡ. Н. Мусин. Руми: «Мин Көрьәндец елеген һурам, кимектәрен эткә атам», — ти. Ә.-З. Вәлиди. Һөйәк ярыһынан тәрәндәрәк беше матдә, ә уның аҫтында кимек ята. «Башҡортостан ҡыҙы», № 8, 2008. • Имә белһәң — имек, кимерә белһәң — кимек. Мәҡәл.
2. диал. ҡар. күшкә 1. Кайын кимеген һыҙырыу. Кимек әҙерләу.
3. диал. ҡар. кимерсәк. Кимек һөйәк. Колаҡ кимеге.
4. диал. ҡар. лепкә. Йәш баланың кимеге. Кимеге ҡатмаған.
КИМЕКЛЕ (Р.: имеющий губчатую кость; И.: having cancellous bone; T.: süngerimsi kemikli) c.
Кимеге бар. □ Имеющий губчатую кость. Кимекле һөйәк һурпаға шәп. Кимекле һөйәкте урталай сабыу. • Ил икмәге — ирекле, эшләп алһаң — кимекле. Мәҡәл.
КИМЕКЛЕ УРЫН (Р: доходное место; И.: fat job; T.: iyi iş yeri) u.
Файҙа килер урын, төшөмлө урын. □ Доходное место. Кимекле урында эшләу. Кимекле урынға эләгеу. Кимекле урын эҙләу.
КИМЕР I и. диал. ҡар. тимрәү. Коро кимер. Һыулы кимер. Кимер төшөу. Кимер йоғоу.
КИМЕР II с. диал. ҡар. ҡып-ҡыҙыл. Кимер тауар. Кимер төҫ.
КИМЕРЕЛЕҮ (кимерел-) ҡ. төш. ҡар. кимереү, страд, от кимереү. ■ Илмырҙа, әҙәп һаҡлаусы ҡунаҡ йолаһын иҫенә төшөрөп, сынаяғын туңкәрҙе лә сит-сото кимерелгән шәкәр киҫәген дә сынаяҡ ситенә ҡуйҙы. Я. Хамматов.
КИМЕРЕҮ (кимер-) [боронғо төрки кэм-] (Р: грызть; И.: gnaw; T.: kemirmek) ҡ.
1. Ҡаты нәмәне теш менән ваҡлау, ҡырыу. □ Грызть, разгрызать. Кишер кимереу. Ағас кимереу. Печенье кимереу. Шарт-шорт кимереу. Кимереп өҙөу. М Ана, бала тәуге ауаздарҙы сығара, уйынсыҡтарға ынтыла, шарҡылдап көлә, печенье кимерә башлай. Картотека фондынан. Йәш айғырҙар сапсып ер тырнайҙар, кимерәләр кешнәп ҡураны. Р. Бикбаев. Йыллыҡ аҙыҡ-сәтләуектәрен ашап бөткән тейендәр, осло морондарын балға буяп, бөрө кимерәләр. Ә. Чаныш. • Ас эт ҡойроғон туҡ эт кимергән. Мәҡәл. «Туйҙым» тигән кейәу туғыҙ мөсәй кимергән. Мәҡәл. Тешле һөйәк кимерер, тешһеҙ ашарға тилмерер. Мәҡәл.
2. Һыу ағымының ярҙы ҡырҡыуы, тиш-келәүе. □ Размыть, размывать. ■ [Ерекле] яр башындағы ағастарҙы төбө-тамыры менән умырып алып, ҡауырһын шикелле генә ағыҙып алып китә, бөгөлдәрҙә ярҙы кимерә. Н. Мусин. Ярҙы һыу кимерә, тау-ташты ел-ямғыр онтай. Ә. Хәкимов.
3. кусм. Йонсотоу, ыҙалатыу, ғазаплау. □ Мучить, терзать. Йөрәкте кимереу. Эсте кимереу. И [Скважиналар, шахталар, карьерҙар] Ер-әсәнең елек майын һура, икенселәре һөйәген кимерә, өсөнсөләре тереләй тиреһен тунай. Л. Якшыбаева. Яман хәбәр — көйә менән бер бит инде ул: әсеңә бер керҙеме, кимерә лә кимерә. Н. Мусин.
♦ Елкәне кимереү үҙең эшләмәй, кемдеңдер иҫәбендә йәшәү. □ Жить за чужой счёт. ■ Ярты юлда туҡтарғамы? Тимәк, тегеләр дәуләт елкәһен кимерә бирһенме? Н. Ғәйетбаев.
КИМЕРЕҮСЕ (Р: грызун; И.: rodent; Т.: kemirgen) и.
464