КИМТЕЛЕҮ
Алғы тештәре ныҡ үҫешкән һәм кимереү өсөн яраҡлашҡан үлән ашаусы, имеҙеүсе йәнлек (ҡуян, тейен, йомран, сысҡан һ. б.). □ Грызун. Кимереуселәр менән ҡөрәшеу. Сысҡан һымаҡ кимереуселәр. Япраҡ кимереуселәр.
КИМЕРЕҮСЕЛӘР ТӨРКӨМӨ (Р.: от ряд грызунов; И.: Rodentia; T.: kemirgenler) и. зоол.
Кимереүсе хайуандарҙы берләштергән төркөм. □ Отряд грызунов (лат. Rodentia). Ҡуян һәм тейен кимереуселәр төркөмөнә ҡарай.
КИМЕРЕШЕҮ (кимереш-) ҡ. урт. ҡар. кимереү, взаимн. от кимереү. Кишер ки-мерешеу. Кимерешә башланылар.
КИМЕРСӘҒАС и. анат. диал. ҡар. күкрәк ауыҙы.
КИМЕРСӘК (кимерсәге) [боронғо төрки кэм-] (Р.: хрящ; И.: cartilage; T.: kemircik) и.
Умыртҡалы хайуандарҙа һәм кешелә һөлдәнең ҡайһы бер өлөшөн тәшкил иткән, быуындарҙы тоташтырыусы һығылмалы тығыҙ туҡыма. □ Хрящ. Боғаҙ кимерсәге. Ҡабырға кимерсәге. Ҡолаҡ япрағы кимерсәге. Үпкә көпшәһе кимерсәге. ■ Остеоартрит ваҡытында быуын кимерсәктәре боҙола. «Йүрүҙән», 23 ноябрь 2011.
КИМЕРСӘК ҠАБЫРҒА и. анат. диал. ҡар. бығым.
КИМЕРСӘК ТӨЙӨНӨ и. анат. диал. ҡар. күмәгәй. Кимерсәк төйөнө ауыртыу.
КИМЕРСӘК ҺӨЙӘГЕ и. анат. диал. ҡар. күмәгәй.
КИМЕРТЕҮ (кимерт-) ҡ. йөкм. ҡар. кимереү. понуд. от кимереү. Сысҡандан ки-мертеу. Ағасты ҡуяндан кимертеу. ■ Башты эштән кимерткәнде курһәтермен әле һиңә, яуыз! Я. Хамматов. • Икмәк юғы ямандыр — ҡаты-ҡото кимертә, ҡатын юғы ямандыр — ҡарт әбейҙе һөйҙөртә. Мәҡәл.
КИМЕҪ с. диал. ҡар. кәрәкле. Кимеҫ эш. Кимеҫ эш. ■ Хаҡ Тәғәлә бәндәләрҙе тигеҙ ҡылған, һәммәһенә бер донъяны кимеҫ ҡылған; ҡояшта ла хатта тап бар, тигән кеуек, бәғзеләрҙең нәфселәрен игеҙ ҡылған. Р. Фәхретдинов.
КИМЕШ и. диал. ҡар. етешһеҙлек. Эшенән кимеш табыу. Эштәге кимештәр. Кимештәрҙе бөтөрөу.
КИМЙӘҮ (кимйә-) ҡ. диал. ҡар. йонсоу. Ауыр эштән кимйәу. Юлдан кимйәу.
КИМ-КИМ р. диал. ҡар. килке-килке. Ким-ким таптар куренә.
КИМОГРАФ [рус. < гр. kyma 'тулҡын’ + graph ‘яҙыу’] (Р: кимограф; И.: kymograph; Т.: kimograf) и. махс.
Организмдың физиологик процестарын яҙып барыу приборы (йөрәк тибешен, тын алыуҙы һ. б.). □ Кимограф. Кимограф менән тикшереу. Тын алышты кимографҡа төшөрөу.
КИМОНО [рус. < япон. кимоно 'кейем’] (Р: кимоно; И.: kimono; Т.: kimono) и.
1. Япондарҙың тоташ еңле милли кейеме.
□ Кимоно (японская национальная одежда). Кимоно кейеу. Кимоно һатып алыу. Кимоно тектереу.
2. Төбө уйылмай, тотош беселгән ең.
□ Кимоно (особый покрой рукава женского платья). Кимоно итеп тегеу. Кимоно еңле кулдәк.
3. спорт. Каратэ көрәше менән шөғөлләнгәндә кейә торған спорт кейеме. □ Кимоно.
КИМТЕК с. диал. ҡар. китек. Кимтек һауыт. Кимтек ҡалаҡ. Кимтек сынаяҡ.
КИМТЕК-ҺҮТЕК (Р: прорехи; И.: rents; T.: delikler) и. йыйн.
Йыртылған-Һүтелгән урын. □ Прорехи, дыры. Бәләкәй генә кимтек-һутек. Кимтек-һутеген тегеу.
КИМТЕЛЕҮ (кимтел-) (Р: отламываться; И.: break off; T.: kopmak) ҡ.
1. Ситтән әҙ генә уйылыу. □ Отламываться, откалываться (небольшими кусками). Стенаның һыланған балсығы урыны-урыны менән кимтелеп сыҡҡан. Кирбес кимтелгән.
2. кусм. Етешһеҙгә, кәмгә әйләнеү; кәмеү.
□ Стать ущербным, иметь недостаток (чаще в отрицательной форме). Эшләгәндән бер ер ҙә кимтелмәй, в Кыҙҙар уны [Татлыбайҙы] яратманы, әллә куңеле ҡалды кимтелеп.
3. Биишева.
465