КИМТЕҮ
КИМТЕҮ (кимте-) (Р.: отломить; И.: break off; T.: kırmak, koparmak) ҡ.
Берәй нәмәнең ситенән әҙ генә уйыу. □ Отломить, отколоть, отхватить часть чего-л. Кимтеп алыу. Сабынлыҡты кимтеп сабыу. ■ Мотаһар уҙе лә, мыйыҡтарын йыбырлатып, ултырған кәрәҙҙән уҙ өлөшөн кимтене. Й. Солтанов.
КИМШЕРЕК (кимшереге) (Р.: носовой хрящ; И.: nasal cartilage; T.: burun kemirciği) и. анат. диал.
Танау кимерсәге. □ Носовой хрящ.
КИМӘК (кимәге) (Р: кимаки; И.: Kimek, Kimak; T: Kimekler, Yemek) и. этн.
Боронғо төрки телле күсмә халыҡ (XI быуатта ҡыпсаҡтарға буйһонған). □ Кимаки (древний тюркоязычный народ). Кимәктәрҙең дәуере. Кимәктәрҙең буйһоноуы.
КИМӘЛ [ғәр. d^] (Р: уровень; И.: level; T: seviye) и.
1. Юғарылыҡ сиген белдергән шартлы һыҙыҡ. □ Уровень. Һыу кимәле. Быуа кимәле. Бил кимәленә етеу. ■ Тәгәрмәс юлдары ла, көпсәк кимәленә тиклем батып, ҡойоға әйләнгән. Т. Хәйбуллин.
2. кусм. Кемдең йәки нимәнең үҫеше күләмен, ирешелгән юғарылыҡ дәүмәлен күрһәткән билдә. □ Уровень, степень развития, степень в развитии чего-л. Белем кимәле. Мәҙәниәт кимәле. Фән кимәле. Юғары уҫеш кимәле. Уҡытыу эшен юғары кимәлдә алып барыу. Техниканың юғары уҫеш кимәле. Юғары кимәлгә ирешеу. ■ Нисә тел белһәң, аң-зиһен кимәлең шунса бәрәбәр юғары булыр, тигән бөйөк Әбу-Насир әл-Фараби. Ә. Хәкимов. Әлбиттә, ижад ителеу ваҡыттары төрлөсә булған һымаҡ, әҫәрҙәрҙең эшләнеш кимәлдәре лә төрлөсә. Ә. Сөләймәнов. [Илтуған] ҡыш утеугә бутән шәкерттәр кимәленә етте. Ә. Хәкимов.
3. диал. ҡар. миҙгел, Н Яҙ кимәлкәйҙәрен шунан беләм: зырҡыуыттар килә зыр ҡубып. Халыҡ йырынан.
КИМӘЛЙЕТЕҮ (кимәлйет-) (Р: растянуть; И.: stretch; T: incitmek) ҡ.
Быуынға зыян килтереү, быуынды ҡуҙғатып ауырттырыу. □ Растянуть, повредить
(сухожилия, связки). Аяҡты кимәлйетеу. Аңғармаҫтан кимәлйетеу.
КИМӘЛЙЕҮ (кимәлйе-) (Р: получить ушиб; И.: get a bruise; T: incinmek) к.
1. Быуын ҡуҙғалыу, әҙ генә тайыу. □ Получить ушиб, повредиться, оказаться повреждённым (от ушиба, растяжения). Кулы кимәлйегән. Яңылыш баҫып, аяғы кимәлйене.
2. диал. ҡар. биртенеү. Биле кимәлйегән. Капыл тартынып, биле кимәлйене.
КИМӘСӘ (Р: платье прямого покроя; И.: straight cut dress; T.: belsiz elbise) и. диал.
Билһеҙ күлдәк. □ Платье прямого покроя. Кимәсә кейгән. Кимәсә тегеу. Кимәсә кейгән ҡатын.
КИНАМ и. диал. ҡар. кенә.
КИНГСТОН [рус. < ингл. kingston] (Р: кингстон; И.: kingston (valve); T.: kingston) и. диңг.
Карап төбөндәге клапан (карапты батырыу йәки тулған һыуын сығарыу өсөн). □ Кингстон (клапан в подводной части судна). Кингстондарҙы асыу.
КИНДЕР I [дөйөм төрки киндир] (Р: конопля; И.: hemp; T.: kendir) и.
1. бот. Һабағынан сүс, орлоғонан май, наркотик матдәләр алына торған тарбағай ботаҡлы бейек үлән; тарма. □ Конопля (растение). / Конопляный (лат. Cannabis). Киндер япрағы. Киндер һабағы. Киндер баҫыуын һөрөп ташлау. Киндер сәсергә рөхсәт ителмәй. Баҡсала уҫкән киндерҙе йолҡоу. ■ Йәшкелт-һоро төҫтәге бөртөктәр .. ҡурылған киндер орлоғо ине. Й. Солтанов. • Киндер сәсһәң, кулдәк кейерһең. Мәҡәл.
2. Шул үҫемлектән алынған сүс. □ Пенька. Киндер иләу. Үҙәк киндер. ■ Әсәләре һуға торған киндеренең шөйтөһөн алып, көрөҫ өҫтөнә элеп ҡуйҙы. Ж. Кейекбаев. Бәҙғолъямал киндерҙән ҡасандыр уҙе шаҡмаҡлап һуҡҡан, ләкин өр-яңы көйө һаҡлаған ҙур ашъяулыҡты урындыҡҡа алып барып йәйҙе. Н. Мусин.
3. диал. ҡар. етен.
4. миф. Һаҡлау, түлләндереү көсөнә эйә үҫемлек. □ Конопля (оберег, наделённый продуцирующей силой).
466