Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 467 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИНДЕР СҮСЕ
5. Ҡулдан һуғылған һәр төрлө туҡыма.
□ Холст, холстина, холщовое полотно. Кесерткән киндере. Етен киндере. Киндер һуғыу.
■ Оҫта ҡатындар .. киндер һуҡты, тире иләне, тире тартты, итек-ҡаталыҡ кунде ыҫланы. Я. Хамматов. Вахиттыц һецлеһе Мәрйәм .. ағаһына кәрәк булған сылғау лыҡ, таҫтамаллыҡ кеуек аҡ киндерҙәрҙе уға хаслап, куберәк һуҡты. М. Ғафури. • Атаһы өй һалған — улы йылынған, әсәһе киндер һуҡҡан — ҡыҙы кейенгән. Мәҡәл.
КИНДЕР II (Р.: конопляный; И.: hemp; T.: kendir) с.
Киндерҙән яһалған. □ Конопляный, пеньковый. Киндер еп. Киндер тоҡ. Киндер кулдәк. Киндер ашъяулыҡ. Киндер таҫтамал.
■ Хәбибулла ҡарт .. киндер кулдәге иҙеуен ысҡындырҙы. Я. Хамматов. Өҫтәмә .. һарғылт аҡ киндер салбар кейеп алдым. Ф. Иҫәнғолов. • Кара икмәккә туйған ас булмай, киндер кулдәккә туйған яланғас булмай. Мәҡәл.
КИНДЕР АҒАРТЫУ (киндер ағарт-) (Р.: отбеливание конопляного холста; И.: hemp canvas bleaching; T.: kastarlamak) ҡ.
һуҡҡан киндерҙе һелтегә манып, ҡояшҡа йәйеп йәки ҡарға күмеп аҡ итеү. □ Отбеливание конопляного холста, һелте менән киндер ағартыу. Киндерҙе ҡарға кумеп ағартыу.
КИНДЕРАРБА и. туҡ. диал. ҡар. көрөҫ сығыры.
КИНДЕРАТА (Р: ткацкий станок; И.: loom; T.: dokuma tezgâhı) и. диал.
1. туҡ. Киндер туҡыу станогы. □ Ткацкий станок (для холщового полотна).
2. миф. Киндер баҫыу эйәһе. □ Мифологизированный предмет, имеющий отгонную силу.
КИНДЕРАШ и. диал. ҡар. киндер I, 1. Киндераш сәсеу. Киндерашты суптән таҙартыу.
КИНДЕР АШЛАУ (киндер ашла-) (Р: крахмалить ткань (льняную, конопляную); И.: to starch the hempy fabric; T: kolalamak) ҡ.
Киндер, етен туҡыманы крахмаллау.
□ Крахмалить ткань (льняную, конопляную). Бергәләп киндер ашлау.
КИНДЕР БӘЙЕ и. диал. ҡар. көнйәлә бауы.
КИНДЕР ЕП и. диал. ҡар. тегәр еп.
КИНДЕР ИЛӘҮ (киндер илә-) (Р: прясть коноплю; И.: spin hemp; T.: kendir eğirmek) ҡ.
Оҙон ғүмер, бәхет теләү менән бәйле ритуалға әйләндерелгән хәрәкәт. □ Прясть коноплю (мифологизированное действие, притягивающее долголетие).
КИНДЕР КИЛЕҺЕ (Р: ступа для конопли; И.: hemp mortar; T: kendir havanı) и.
Киндер, етен төйә торған ағас киле.
□ Ступа для конопли. Киндер килеһендә тойоу. Киндер килеһен йыуыу.
КИНДЕР МАЙЫ (Р: конопляное масло; И.: hemp oil; T.: kendir yağı) и.
Киндер орлоғонан һығып алына торған үҫемлек майы. □ Конопляное масло. Киндер майында ҡурыу. Салатҡа киндер майын өҫтәу. ■ Көндөҙгө һыуһынға туҡталғанда, һыуға бешерелгән тары өйрәһе, аҙ-маҙ киндер майы бутап, сейле-бешле итеп әҙерләнгән тары бутҡаһы, баяғы ҡара икмәк ашалды. Ғ. Дәүләтшин. [Даша] тары бутҡаһын өлкән табаҡҡа ауҙарып, уныц өҫтөнә .. киндер майы һибәләне. Һ. Дәүләтшина.
КИНДЕРОЯ и. туҡ. диал. ҡар. киндер-ата 1. Киндерояла төйөу.
КИНДЕРСЕ (Р: коноплевод; И.: hemper; T: kendirci) и.
Киндер үҫтереү менән шөғөлләнеүсе кеше, белгес. □ Коноплевод. Киндерсе булып эшләу. Тәжрибәле киндерсе.
КИНДЕРСЕЛЕК (киндерселеге) (Р: коноплеводство; И.: hemp growing; T.: kendircilik) и. a. х.
Агросәнәғәттең киндер үҫтереү тармағы.
□ Коноплеводство. Киндерселекте аяҡҡа баҫтырыу. Киндерселекте уҫтереу.
КИНДЕР СТАНЫ (Р: стан для обработки конопли; И.: camp for hemp processing; T.: kendir tezgâhı) и.
Киндер һуға торған стан. □ Стан для обработки конопли. Киндер станы яһау. Киндер станында һуғыу.
КИНДЕР СҮСЕ (Р: конопляная нить; И.: hempy thread; T.: kendir ip) и. диал.
467