Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 470 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИНЙӘҒОЛ-БИШУЛ
довых подразделений башкир племени бурзян.
КИНЙӘҒОЛ-БИШУЛ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени табын.
КИНЙӘҒЫМЫҘ (Р: последний в сезоне кумыс; И.: the last koumiss in a season; T: sonbaharda yapılan en son kımız) и. диал.
Көҙгө, иң аҙаҡҡы ҡуйы ҡымыҙ. □ Последний в сезоне кумыс (самый густой, крепкий).
КИНЙӘКӘЙ I (Р.: последыш; И.: the last-born child; T: ailede en küçük çocuk) и. ирк.
Кинйә бала. □ Ласковое обращение к последышу. И [Әсәйем — Рәмилгә:] Нисек кенә иҫән ҡалдың, балам... кинйәкәйем минең... Н. Мусин.
КИНЙӘКӘЙ II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) u. этн.
Мең ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени мин.
КИНЙӘКӘҮ и. ҡар. кинйәкәй I. Я Ошо тупһала, ошо нигеҙҙә ул Дауытының өс улын, йәнә кинйәкәу ҡыҙы Таңдысаны ҡулына алды, өләсәй булды. Т. Ғарипова.
КИНЙӘ ҠАБЫРҒА и. анат. диал. ҡар. бығым.
КИНЙӘТӘЙ и. диал. ҡар. кинйә.
КИНЙӘҮ (кинйә-) ҡ. диал. ҡар. өҙлөгөү.
КИНО [рус. < гр. kineo] и.
1. ҡар. кинематография.
2. Экранда күрһәтеү өсөн махсус төшөрөп алынған әҫәр; фильм, кинофильм. □ Кино (фильм). Кино курһәтеу. Субтитрлы кино. Сит ил киноһы. Кино сценарийы. Башҡортостанда төшөрөлгән кино. ■ [Спортсмендарҙы] киноларҙа куреп, иҫем китә лә ултыра торғайным. Р. Солтангәрәев. Кино батша заманындағы тормошто тасуир итә ине. Н. Мусин. Кыҙырас был арала
киноға йылдағыға ҡарағанда ла йышыраҡ йөрөй башланы. 3. Биишева.
3. Кинофильм күрһәтеү бинаһы. □ Кино (кинотеатр). Киноға барыу. ■ Каланың уртаһындағы кино, театр, парктар мине больницанан сығырға саҡыралар. С. Агиш.
КИНО- (Р: кино; И.: film; Т: film)
Ҡушма һүҙҙәрҙә «кино», «кинематогра-фик» мәғәнәһен белдерә торған беренсе ки-ҫәк (мәҫәлән, кинокадр, киножурнал, кинокамера). □ Кино- (первая часть сложных слов, обозначающих отнесённость к понятию «кино», «кинематография»).
КИНОАКТЁР [рус.] (Р: киноактёр; И.: film actor; T: erkek oyuncu) и.
Фильмда уйнаған актёр. □ Киноактёр. Танылғанкиноактёр. И [Катыны —Айнурға:] Бөгөн өс сәғәт буйы йөрөп, киноактёрҙар менән осрашыу кисәһенә билеттар алдым. Н. Мусин.
КИНОАКТРИСА [рус.] (Р: киноактриса; И.: film actress; T: kadın oyuncu) и.
Фильмда уйнаған актриса. □ Киноактриса. Талантлы киноактриса. Билдәле киноактриса. Киноактриса булырға хыялланыу.
КИНО АППАРАТЫ (Р: киноаппарат; И.: cinecamera; T: kamera) и.
Фильм төшөрөү йәки уны экранда сағылдырыу өсөн ҡулланылған аппарат. □ Киноаппарат. ■ Унда [вокзал майҙанында] асыҡ кук аҫтында кино аппараты ҡуйылған, бер бейек йорттоң ҡатыҡтай аҡ стенаһы экранға йәтешләнгән. Й. Солтанов.
КИНО АРТИСЫ (Р.: киноартист; И.: film actor; T: oyuncu) и.
Фильмда уйнаған артист. □ Киноартист. Танылған кино артисы.
КИНОАТЕЛЬЕ [рус.] (Р: киноателье; И.: (film) studio; T: stüdyo) и.
Кинофильмдар төшөрөү өсөн йыһазландырылған махсус бина. □ Киноателье. Кино-ательела төшөрөу. Киноательела эшләу.
КИНО БУДКАҺЫ (Р: кинобудка; И.: film booth; T: kamera odası) и. һөйл. иҫк.
Кино аппараты торған бүлмә. □ Кинобудка.
470