Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 471 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИНОРЕЖИССЁР
КИНОВАРЬ [рус. < гр. kinnabari] (Р.: киноварь; И.: cinnabar, vermilion; T.: zincifre) и. мин.
1. Ҡыҙыл төҫтәге минерал, көкөртлө терегөмөш. □ Киноварь (минерал). ■ Дон-басста, Никитовка эргәһендә киноварь ятҡылыҡтары бар. Картотека фондынан.
2. Шул минералдан алынған ҡыҙыл буяу. □ Киноварь (краска). Киноварь менән буяу.
КИНОДРАМАТУРГИЯ [рус ] (Р.: кино драматургия; И.: cinema dramatics; Т.: film dramaturjisi) и.
Кинематография өсөн яҙылған әҙәби әҫәрҙәр жанры. □ Кинодраматургия. Кинодраматургия әлкәһендә ижад итеу. Кинодраматургия жанры.
КИНОЖУРНАЛ [рус. < гр. kineo + фр. journal] (Р.: киножурнал; И.: newsreel; Т.: filmler) и.
Көндәлек тормош хәлдәрен сағылдырған ҡыҫҡа метражлы фильм. □ Киножурнал. Фәнни киножурнал. «Ералаш» киножурналы. Киножурнал ҡарау. ■ Мотаһарҙы тетрәткән йәнә лә бер ваҡиға булып алды: «Фитиль» тигән әкәмәт киножурналда көтмәгәндә... Ғәлиен курһәттеләр. Й. Солтанов.
КИНОКАДР [рус. < гр. + фр.] (Р: кинокадр; И.: film frame; T.: film resmi) и.
Фильм кадры. □ Кинокадр. Кинокадрға эләгеу. Кинокадрҙы киҫеп алыу. Уңышлы кинокадр.
КИНОКАМЕРА [рус. < гр. + лат.] (Р: кинокамера; И.: cinecamera; T.: kamera) и.
Кино төшөрә торған аппарат. □ Кинокамера. ■ Кинокамера осоуҙың бөтә этаптарын төшөргән: самолёттың ҙур тиҙлектә кутәрелеуен, юғары пилотаж фигуралар эшләуен, полигондағы өйрәнеу атыштарын һәм башҡаларҙы. Картотека фондынан.
КИНОКАРТИНА [рус.] и. ҡар. кино 2. И Кинокартина Шамилдыц иҫендә рәтләп ҡалманы. Н. Мусин. Ғәлиә уҙенең куптән тугел ҡараған кинокартинаһы тураһында һуҙ асты. Б. Бикбай. Уның башында тормоштоң төрлө куренештәре, кинокартина һымаҡ, аллы-артлы теҙелеп уттеләр. Т. Йәнәби.
КИНОКОМЕДИЯ [рус. < гр. + фр ] (Р: кинокомедия; И.: comedy film; T.: komedi) и.
Көлкөлө йәки сатирик йөкмәткеле фильм. □ Кинокомедия. Кинокомедия ҡарау. Кинокомедия төшөрөу.
КИНОЛАШТЫРЫУ (кинолаштыр-) ҡ. ҡар. кинофикациялау.
КИНОЛЕНТА [рус.] и. ҡар. кинотаҫма.
КИНОМЕХАНИК (киномеханигы)
[рус. < гр. + лат.] (Р: киномеханик; И.: projectionist; T.: sinema makinist) и.
Кинофильмдар күрһәтеү эшен башҡарыусы. □ Киномеханик. Киномеханик булып эшләу. ■ Мотаһар,.. тамашасылар таралғас, киномеханикты өгөтләп, .. Әғләм ҡорҙашы менән бергә ҡабат клубҡа инде. Й. Солтанов.
КИНОМЕХАНИКЛЫҠ (киномеханиклығы) (Р: специальность киномеханика; И.: projectionist’s trade; T.: sinema makinist uzmanlığı) и.
Киномеханик һәнәре. П Специальность киномеханика, знания и навыки киномеханика. Киномеханиклыҡҡа уҡыу.
КИНООПЕРАТОР [рус. < гр. + лат ] (Р: кинооператор; И.: cameraman; T.: kameraman) и.
Фильмды кино аппараты менән төшөрөүсе белгес. □ Кинооператор. Кинооператор булып эшләу. Тәжрибәле кинооператор. ■ Йәш техниктар станцияһынан Саша Попов, Шамил Ямалетдинов, Риф Фәйзуллин кеуек талантлы кинооператорҙар тәрбиәләнеп сыҡты. Картотека фондынан.
КИНОПЛЁНКА [рус ] и. ҡар. кинотаҫма.
КИНОПРОКАТ [рус.] (Р: кинопрокат; И.: film distribution and exhibition (system); T.: film endüstrisi ve dağıtım) и.
Экранда күрһәтеү өсөн фильмдарҙы ишәйтеү һәм уларҙы ваҡытлыса файҙаланыу өсөн кинотеатр, клубтарға һ. б. биреү эше һәм шул эш менән шөғөлләнеүсе ойошма. □ Кинопрокат. И Башҡортостандың кинопрокат контораһы республика экрандары осон яңы фильмдар сығара. Картотека фондынан.
КИНОРЕЖИССЁР [рус. < гр. + фр ] (Р: кинорежиссёр; И.: film director; Т.: film rejisörü) и.
471