Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 472 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИНО СЕЛТӘРЕ
Фильмды ҡуйыусы, картинаның режиссёры. □ Кинорежиссёр. Талантлы кинорежиссёр. Тәжрибәле кинорежиссёр.
КИНО СЕЛТӘРЕ (Р.: киносеть; И.: network of cinemas; T.: sinema) и.
Илдәге йәки бер урындағы бөтә булған кинотеатрҙар. □ Киносеть. Башҡортостан кино селтәре.
КИНОСТУДИЯ [рус. < гр. + лат.] (Р.: киностудия; И.: film studio; T.: film stüdyosu) и.
Кинофильмдар эшләп сығара торған йәки киносценарий ижад итеүҙән башлап, фильм баҫылып сыҡҡанға тиклемге бөтә эш башҡарыла торған предприятие. □ Киностудия. «Башҡортостан» киностудияһы. Киностудия асыу.
КИНОСЦЕНАРИЙ [рус.] (Р: киносценарий; И.: screenplay; T.: film senaryosu) и.
Кинофильм эшләүгә нигеҙ итеп алынған әҙәби әҫәр. □ Киносценарий. Киносценарий яҙыу. ■ Трагедия, комедия, тар мәғәнәһендәге драма, водевиль, киносценарий, скетч, интермедия кеуек жанрҙарҙың барыһына ла драматик һынландырыу хас. К. Әхмәтйәнов.
КИНОСЫ и. һөйл. ҡар. киномеханик.
■ Вәристәр, Рафиҡтар бигерәк тә рәхәтләнә, сөнки киносы куберәген уларға төшә. Р. Шәкүр.
КИНОТАҪМА (Р: кинолента; И.: tape, reel (of film); T.: film) и.
Фильмдың таҫмаға төшөрөлгән айырым бер данаһы; кинолента. □ Кинолента.
■ Үтә лә тиҙ әйләнгән кинотаҫма кадрҙарын хәтерләтеп кенә тасуирлай ул яҙ ку-ренешен. Ә. Сөләймәнов.
КИНОТЕАТР [рус. < гр. kinema ‘хәрәкәт’ + theatron] (Р: кинотеатр; И.: cinema; T.: sinematograf) и.
Кинофильм күрһәтә торған махсус бина. □ Кинотеатр. «Осҡон» исемле кинотеатр.
■ [Кыҙырас] .. кинотеатр афишаларын ҡараны. 3. Биишева. [Офицер] кинотеатрға кергәс, Шәмси ҙә, .. тиҙ генә кассанан билет алып, залға инде. Ғ. Хәйри. Марат кинотеатр бинаһы янында уралды. Ә. Хәкимов. [Айнур] .. ниңәлер иртәгә «Родина» кино
театры алдында буласаҡ осрашыу хаҡында уйлай. Н. Мусин.
КИНОФЕСТИВАЛЬ [рус. < гр. + фр. < лат.] (Р: кинофестиваль; И.: film festival; Т.: film festivali) и.
Иң яҡшы фильмдарҙы күрһәтеү, конкурс үткәреү эше. □ Кинофестиваль. Кинофестиваль жюриҙары. Халыҡ-ара кинофестиваль. Балалар кинофестивале. Кинофестиваль уҙғарыу.
КИНОФИКАЦИЯ [рус. < гр. + лат. facere ‘эшләү’] (Р: кинофикация; И.: cinemafi-cation; T.: sinema) и.
Халыҡты кино селтәре менән тәьмин итеү эше. □ Кинофикация.
КИНОФИКАЦИЯЛАУ (кинофикацияла-) (Р: кинофицировать; И.: provision of film-showing facilities; T.: sinema seyredilecek yer ile temin etmek) ҡ.
Кинотеатр йәки кино күрһәтә торған урын менән тәьмин итеү. □ Кинофицировать. Ауылдарҙы кинофикациялау.
КИНОФИЛЬМ [рус. < гр. + ингл.//7тл] и. ҡар. кино 2. Кинофильм курһәтеу. Башҡортса төшөрөлгән кинофильм. Кинофильм тө-шөрөу. ■ Шәмситдин кинофильмдарҙасы ялтыр асфальт урамдарҙа йөрөгән ыҫпай егеттәрҙән һәм ҡыҙҙарҙан көнләшә. Й. Солтанов. Уның [Абдулкадир Инандың] ғилем, әҙәбиәт, дини мәсьәләләр буйынса уйланыуҙары, ғишҡы, сәйәси ваҡиғаларҙа ҡатнашлығы ҙур романдар яҙыу, кинофильмдар төшөрөу өсөн нигеҙ булырлыҡ. Ә.-З. Вәлиди.
КИНӘ (Р: и; И.: and; T.: gine) терк. иҫк. кит.
Ки йәнә, йәнә. □ Союз и.
КИНӘЙӘ [ғәр. <Л-£] (Р: иносказание; И.: allegory; T.: mecâz) и.
Йәшерен мәғәнә, ситләтеп әйтелгән һүҙ. □ Иносказание, намёк. Кинәйә яһау. Кинәйә менән һөйләу. Һуҙендә ниндәйҙер кинәйә бар. ■ Илсеғолда өлкәндәр куберәк кинәйә менән һөйләшергә .. оҫталар. 3. Биишева. Нурия минең менән уратып ҡына, кинәйә менән генә һөйләшә. Н. Мусин. Ябай ғына еткерелгән был кинәйә йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте Зифаға. Й. Солтанов. Әсәһенең һуңғы һуҙҙәрендә әсе кинәйә ятҡанын тойҙо Ихсан
Ш