Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 473 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИНӘНЕС
бай. Т. Ғарипова. [Хөкөм эйәләре] [Сәйефтең] һәр аҙымын һағалап торорҙар, яҙған бер шиғырынан бәйләнер кинәйә эҙләрҙәр. Ә. Хәкимов.
КИНӘЙӘЛЕ (Р.: иносказательный; И.: allegorical; T.: mecâzî) с.
Туранан-тура аңлашылып тормаған, йәшерен мәғәнәле. □ Иносказательный, аллегорический, аллегоричный. Кинәйәле һуҙ менән һөйләшеу. Кинәйәле ҡараш ташлау. ■ Ғәтиәтулла олатай йырлап бөткәс, әсә-йемә кинәйәле ҡарап: — Шундай һылыу ҡыҙы булған әсәгә мин ошонан да һәйбәт йыр белмәйем, — тип ҡуя. 3. Биишева. Кинәйәле көлөмһөрәп, Сәлим икенсе булмәгә инеп китте. Яр. Вәлиев. Мотаһар иһә кинәйәле баш сайҡап ҡына ҡуйҙы. И. Солтанов. Зал буйлап тулҡын-тулҡын шыбырлашыу, кинәйәле көлөу утте. Т. Ғарипова. Легенда, ләкин ниндәй кинәйәле, тәрән мәғәнәле легенда ул... И. Абдуллин.
КИНӘЙӘЛЕК (кинәйәлеге) (Р.: иносказательность; И.: allegorical meanings; T: kinaye) и.
Туранан-тура аңлашылып тормаған йәшерен мәғәнәлелек. □ Намёк, иносказательность, аллегория.
КИНӘЙӘЛӘҮ (кинәйәлә-) (Р: намекать; И.: hint (at); T: ima etmek) ҡ.
Уратып, ситләтеп әйтеү. □ Намекать. Кинәйәләп һөйләшеу. ■ Боғара ҡайҙа йылы һуҙ, ҡайҙа кинәйәләп янау йә тауҙай вәғәҙә менән ил турәләрен уҙ тирәһенә тупларға тырышты. Ә. Хәкимов. Мин, әлбиттә, уның [Хисмәттең] нимәгә кинәйәләуен шунда уҡ төшөндөм. Ғ. Байбурин. Барсынбикә уйнаған һымаҡ башланған хәбәрҙең олоға олғаша барыуын тойҙо, .. тотҡан ерҙән һындырмай кинәйәләп һөйләшеуен белде. Т. Ғарипова.
КИНӘЙӘҺЕҘ (Р: без намёка; И.: without a hint; T: imasiz) c.
Йәшерен түгел, туп-тура мәғәнәле. □ Без намёка, прямо, без обиняков. Кинәйәһеҙ әңгәмә. Кинәйәһеҙ һорау. ■ Танышым өйөңә килеп инеуе менән, берәй нәмәгә куҙе төшә лә, һис кинәйәһеҙ: — Ни хаҡҡа алдың? — тип һорай. Ф. Иҫәнғолов. «Кинәйәһеҙ әйтәм,
Вардгес Сергеевич», — тине комиссар, шул ҡымшанмай ҙа ултырған көйө. М. Кәрим.
КИНӘМ и. диал. ҡар. кенә I.
КИНӘНДЕРГЕС (Р: радостный; И.: glad, joyous, joyful; cheerful; T: sevinçli) с.
Кинәндерә торған, кинәнесле. □ Радостный. Кинәндергес хәбәр. Кинәндергес ваҡиға. ■ Әҙер сыралар янып бөтөп, фатир хужаһы йоҡларға ятҡандан һуң да, йән кинәндергес сихри юлдарҙан айырыла алмайынса, Мифтахетдин тәҙрә аша ай яҡтыһы төшкән урынға барып ултырҙы. Я. Хамматов.
КИНӘНДЕРЕҮ (кинәндер-) (Р: обрадовать; И.: make glad/happy, gladden; T: sevindirmek) ҡ.
1. Булған ихтыяжды ҡәнәғәтләндереп, ҡыуандырыу; рәхәтләндереү. □ Радовать, обрадовать (кого-л.). ■ Көҙгө ҡояш сағыу йылмайһа ла, кинәндереп йылытмай. 3. Биишева. Илде кинәндерһен хеҙмәт уңышың, ырыҫлы һәм етеш булһын тормошоң! А. Игебаев.
2. Файҙа килтереп, изгелек күрһәтеп ҡыуандырыу. □ Обрадовать чем-л. ■ Мин булмаһам, ҡайҙа инде уларға былай кинәндереп ҡатыҡ ойотоу. Й. Солтанов. Фатима менән уҡытыусы Ғилман радиоалғыс урынлаштырылған өйҙә аппаратты көйләй-ҙәр һәм башҡаларҙы тын^атып кинәндерәләр ине. Ғ. Хәйри. Йән кинәндергес сихри юлдарҙан айырыла алмайынса, Мифтахетдин тәҙрә аша ай яҡтыһы төшкән урынға барып ултырҙы. Я. Хамматов.
КИНӘНЕС (Р: радость; И.: joy; gladness; T.: sevinç) и.
Ҡәнәғәт булғанда, рәхәтлек тапҡанда килгән ҡыуаныс. □ Радость, отрада; удовольствие, наслаждение. Кинәнес табыу. Кинәнес алыу. ■ Тирә-яҡтағы иркенлеккә, тулҡын-тулҡын булып һуҙылған тауҙарға ҡарап тороу уҙе бер кинәнес. Ш. Янбаев. Бөтә кинәнесем, һөйөнөсөм, бар өмөтөм һин бит, куҙ нурым, һинһеҙ куңелемдең йондоҙо юҡ, бәхетем юҡ һәм юҡ уҙ йырым! А. Игебаев. Бөгөн хатта һыйырҙар ҙа, танһыҡ ҡояшҡа һырттарын ҡуйып, оло кинәнес менән көйөш ала. Т. Ғарипова. • Эшләй белеп эшләгәнгә
473