КИНӘНЕСЛЕ
иген эше — кинәнес, ялҡаулашып йоҡлағанға иген эше — көйөнөс. Мәҡәл.
КИНӘНЕСЛЕ (Р.: радостный; И.: glad, joyous, joyful; cheerful; T.: sevinçli) с.
Шатлыҡ уятҡан; ҡыуаныслы. □ Радостный, отрадный. Кинәнесле миҙгел. Кинәнесле ҡараш. Кинәнесле йөҙ. ■ Эйәрҙән төшөп ергә баҫыу кинәнесле булһа ла, Сәлимйән тар итек яфаһын татый башланы. Й. Солтанов. Ерән аты йомрас осаһын туйтацлатып, ара-тирә кинәнесле бышҡырып ихлас елә. Н. Мусин.
КИНӘНЕҮ (кинән-) [боронғо төрки кэн- ‘рәхәтләнеү’] (Р: наслаждаться; И.: take pleasure; T.: zevk almak) ҡ.
1. Иркенлек, бәйһеҙлек тойоу. □ Получать удовольствие, наслаждение от свободы действия. Кинәнеп уйнау. Кинәнеп йугереу. Я Уның өсөн был минутта .. бары кинэ-неу, тәнде ҡытыҡлаған рәхәтлек кенә бар. Б. Бикбай. Кескәй Йәнеш, кинәнеп, аяҡ-ҡулдарын тарбацлатып кирелде. 3. Биишева. Сысҡан менән бесәй уйынын кинәнеп уйнап йөрөгәндә, көтмәгәндә Еҙсәлем башына ғәм төшә. Й. Солтанов. [Урал:] Рәхмәт инде, ағай, балалар уйнап кинәнде, уҙем байтаҡ эш эшләп ташланым. Н. Мусин. • Дуҫ упкәләһә, дошман кинәнер. Мәҡәл.
2. Ҡәнәғәт булып ҡыуаныу. □ Быть довольным, радоваться, наслаждаться. Атаһы малайына кинәнеп бөтә алманы. Кинәнеп йәшәу. ■ Олатаһы менән өләсәһе .. Таһир алып килгән цейлон сәйен эсеп кинәнделәр. К. Мәргән. Кыҙҙар бабайҙың яҡшы һуҙенә кинәнделәр. Һ. Дәүләтшина. Өлкәндәрҙә иһә яҙ матурлығы, яҙ хозурлығы менән кинәнеу ҡайғыһы юҡ. Н. Мусин. Унан Һабрауҙың халыҡса йырҙарын, уларҙың көйөн тыңлап кинәнде ҡарт йырау. Ә. Хәкимов. • Бейей белгән кеше бейеуенән кинәнер. Мәҡәл.
3. Сығанаҡ килештәге һүҙҙән һуң килеп, рәхмәт теләген белдерә. □ После существительных в исходном падеже выражает доброе пожелание. Улыңдан кинән. Балаңдан кинән. • Ит тапмаған упкәгә кинәнгән, ҡатын тапмаған еңгәгә кинәнгән. Мәҡәл. Иртә өйләнгән — улынан, ҡыҙынан кинәнгән. Мәҡәл.
КИНӘНЕШЕҮ (кинәнеш-) ҡ. урт. ҡар. кинәнеү, взаимн. от кинәнеү. ■ Шулай көн буйы иркен далала йәштәр кинәнешеп төрлө уйындар уйнаны, куңел асты, ярыштар ҡорҙо. Ғ. Хөсәйенов. Әкиәтең алыҫ торһон был мөғжизә болонда: иркенлектә кинәнешеп, уйнаҡлаша ҡолондар. Ш. Бикҡол.
КИНӘТ р. ҡар. ҡапыл. Кинәт боролоу. Кинәт туҡтау. Кинәт килеп сығыу. Кинәт йәшен йәшнәне. ■ Хәмит нисек тиҙ йырлай башлаһа, шулай кинәт тынып та ҡалды. Д. Бүләков.
КИНӘТЛЕК (кинәтлеге) (Р: внезапность; И.: suddenness; T.: anidenlik) и.
Кинәт булыу хәле. □ Внезапность. Көтөлмәгән кинәтлек.
КИНӘТТӘН р. ҡар. ҡапыл. Кинәттән һиҫкәнеп китеу. Кинәттән уянып китеу. Кинәттән булды. ■ Бер ваҡыт кинәттән һиҫкәнеп уянам. Уянам, ни курәм: әйләнә һәр тирәм, уй тәрән һәм томан... Ш. Бабич.
КИҢ (Р: широкий; И.: wide; T.: geniş) с.
1. Арҡырыға ҙур; киреһе — тар. □ Широкий. Киң ҡайыш. Киң юл. Киң экран. Киң итеп киҫеу. Тутәлдәрҙе киң яһау. ■ Уңда — һыртлау артынан һыртлау теҙелгән киң дала. Ғ. Ибраһимов. Тулы битле, киң маңлайлы, энә шикелле уткер ҡара куҙле Исмәғил Ниместәрҙә ҡунып китеуҙе тейешле тапты. Ғ. Хәйри. [Ташлы йылғаһы] уҙе ҙур булмаһа ла, киң уҙәнле. 3. Ураҡсин. Киң урамдың ике яғына төрлө дөкәндәр, эреле-ваҡлы оҫтаханалар теҙелгән. Ә. Хәкимов. • Кыш ҡорһағы — киң алап. Мәҡәл. Ярлының ятыры киң. Мәҡәл.
2. Иркен, ҡыҫып тормаған (кейемгә ҡарата). □ Свободный (об одежде). Киң кейем. Киң плащ. Киң юбка. Киң билле салбар. Итек киңерәк булған. Киң тегелгән кулдәк. ■ Йәйгесә асыҡ яғалы, киң итәкле кулдәк Римманы бигерәк тә һөйкөмлө кур-һәтә. Д. Бүләков. Алпар уларҙың [хохолдарҙың] оҙон кулдәктәренә, киң салбарҙарына, осло буректәренә ҡарап сәйерһенде. Ғ. Ибраһимов. [Еәйникамал абыстай] киң салбар балаҡтарын ике ситек ҡунысына тыҡҡан. Ғ. Хәйри. • Ағай булыр егеттең итәк-еңе киң булыр. Мәҡәл.
474