Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 475 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИҢ КҮҢЕЛЛЕ
3. Ҙур аралы, киренке (хәрәкәткә карата). □ Размашистый, свободный, крупный (о движениях). Киң аҙым менән атлау. Ҡоласы киң. Киң колас. ■ Аҙнағол, ҡоласын киң йәйеп, кәмәлә аяғурә баҫып килә. 3. Биишева. Дача ерендә уҙҙәрен берҙән-бер хужа итеп тойған киң ҡоласлы эре алмағастар бөтәһенән дә нығыраҡ куренеп, маһайышып баҫып торалар. Д. Бүләков.
4. Күп урынды биләгән, йәйрәп яткан; иркен. □ Обширный, просторный. Киң ялан. Киң болон. Киң ер. Киң ихата. ■ Йылайырҙың киң яландары төйөрләнеп уҫкән бутәгә, ҡарағусҡыл йәшел ҡылған диңгеҙе эсенә батып юғалған. Ғ. Дәүләтшин. Кул киң тугел, ләкин бик тәрән куренә. Д. Юлтый. Бер киң далала йөҙәрләгән кеше аш ашаныҡ. Ә.-З. Вәлиди. Осһоҙ-ҡырыйһыҙ киң яланда ылау өлкән тирмә иҙәнендә йурмәләп йөрөгән кескәй ҡара ҡырмыҫҡа хәтлем генә куренә. Н. Мусин. Урҙа ғәскәренең төп көстәре Иҙел менән Тын йылғаһы арауығындағы киң даланы иңләп ҡышланы. Ә. Хәкимов. • Тар ерҙә танышҡан киң ерҙә курешер. Мәҡәл. Йәйҙең өйө киң. Мәҡәл. Бишек — киң донъяға ишек. Мәҡәл. Кукрәк киреп эшләһәң, килер ерең киң булыр. Мәҡәл.
5. кусм. Бер ни менән сикләнмәгән.
□ Широкий, неограниченный. Киң ҡулланыу тауарҙары. Я Ул туп, йәҙрәләр, газдар тураһында тағы ла киңерәк, тағы ла тәьҫирлерәк итеп һөйләргә, уны тағы ла тармаҡландырырға тотондо. Д. Юлтый. Киң тормош юлы ҡайҙандыр ситләтеп утә. Н. Мусин.
6. кусм. Тарлыҡ хисен белмәгән; йомарт.
□ Широкий, щедрый. Киң бәйел. Уның куңеле киң.
7. кусм. Күп яҡлы, тәрән. □ Широкий, многогранный. Киң фекер. Киң белем. И Һылыуым, әгәр ҙә һин минең йөрәгемдәге һиңә булған ысын кешеләрсә киң ҡарашымды белһәң ине, шул саҡта һин бер минут тормай, башыңдағы ҡара болот булып торған керле шәлеңде бырғып, минең ҡатҡан ҡулдарымды ҡаты ҡыҫыр инең бит. Т. Йәнәби. Таһир Ба-йышевты беҙ талантлы һәм киң ҡарашлы
ғалим,.. уҙенсәлеҡле бер фекер эйәһе булараҡ хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Р. Шәкүр.
8. кусм. Күпте эсенә алған, күп нәмәгә таралған. □ Широкий, всеобъемлющий. Киң ҡатламға йәйелдереу. Агитацияны киң ку-ләмдә алып барыу. Эште киң йәйелдереу. Киң танылыу табыу. И Фәҡәт был тәу-тормош ғөрөф-ғәҙәт ҡанундары төрки халыҡтарҙың миллиондарҙан торған киң ҡатламдарына һәм уның интеллигенцияһына йоғонто яһамай ине. Ә.-З. Вәлиди. Шулай уҡ киң куләмдә мелиоратив эштәр йәйелдереп ебәреу ҙә куҙ уңында тотола. Н. Мусин. [Шөкру:]. Эйе, Вәлиди Европола киң танылды, бигерәк тә, Германияла. Н. Асанбаев.
КИҢ БӘЙЕЛЛЕ (Р: великодушный; И.: magnanimous; T: hoşgörülü) с. диал.
Киң күңелле. □ Великодушный. Киң бәйелле кеше. Киң бәйелле булыу.
КИҢГӘТЕҮ (киңгәт-) (Р: ослаблять; И.: weaken; T: güçsüzlendirmek) ҡ.
Ныҡ йонсотоп, хәлһеҙләндереү. □ Обессиливать, ослаблять, доводить до изнеможения. Аслыҡ киңгәтте. Баланы киңгәтмәй эшләтеу. Ауыр эш киңгәтә.
КИҢГӘҮ (киңгә-) (Р: ослабевать; И.: weakenl; T: güçsüzlenmek) ҡ.
Ныҡ йонсоп, хәлһеҙләнеү, киҫелеү.
□ Ослабевать, обессиливать, изнемогать. Бала сирләп киңгәгән. И Ул бахырҙың бауыры, бөйөрө, упкәләре, йөрәге һәм башҡа эске ағзалары шул зарарлы матдәләрҙән нисек һыҡтап һыҙлаһа, киңгәһә, зәңгәр планетабыҙҙың да яҙмышы ҡыл осонда. Й. Солтанов.
КИҢЕРҘӘКа . анат. диал. ҡар. боғарлаҡ.
КИҢЕРҺЕҮ (Р: плесенный; И.: musty, mouldy; T.: küflü) с.
1. Иҫкергән, ҡаҡһыған (еҫкә, тәмгә ҡарата). □ Плесневой, плесенный; затхлый. Ки-ңерһеу еҫ. Катыҡтың киңерһеу тәме бар.
2. Сөскөл, татһыҙ. □ Пресноватый, слегка приторный. Киңерһеу аҙыҡ. Киңерһеу тәм.
КИҢ КҮҢЕЛЛЕ (Р: великодушный; И.: magnanimous; T: hoşgörülü) с.
Оло тәбиғәтле, кешегә ярҙамсыл, йомарт.
□ Щедрый, великодушный, широкая натура. ■ Таиба әбей, былай изгелексән киң куңелле
475