киңкәй
булһа ла, ҡорораҡ, ҡатыраҡ һөйләшеүсән.
3. Биишева. Көнө буйы ығы-зығынан талыҡҡан Әхмәтзәкир мәғзүм киң күңелле хәҙрәт йортонда төнәп ҡалды. Й. Солтанов. Был мәлдә уғата киң күңелле ине Аҙнаев, кем нимә һорап килһә, бөтәһен дә бирергә әҙер. Н. Мусин. Ул еңеүсе, ә еңеүсе, әйтеп үткәнебеҙсә, киң күңелле була. Ә. Хәкимов. • Күңелең киң булһа, бәхетең кәм булмаҫ. Мәҡәл.
КИҢКӘЙ с. диал. ҡар. кәкре I. Киңкәй ағас.
КИҢКӘЙЕҮ (киңкәй-) ҡ. диал. ҡар. кәкрәйеү. Таҡта киңкәйгән.
КИҢЛЕК (киңлеге) (Р.: широта; И.: width; T.: genişlik) и.
1. Нимәнеңдер иңе, арҡыры үлсәме. □ Ширина, широта. Күлдең киңлеге. Майҙандың киңлеге. ■ һыуҙың киңлеге биш сажиндан ары юҡ. Д. Юлтый. [Гөлниса] бер көн иртәнсәк тәү башлап һыуға барған саҡта йылғаның киңлеген, ташҡынлығын күреп ҡурҡҡан да ҡайғыһынан илай башлаған, ти.
3. Биишева. Күлдең киңлеге 4—5 саҡрым самаһында булғанлыҡтан, уның бер яғынан икенсе яғында булған нәмәләр күҙгә саҡ-саҡ ҡына күренәләр ине. М. Ғафури.
2. Иге-сиге булмаған арауыҡ. □ Бескрайнее пространство. Һауа киңлегендә осоу. Офоҡ киңлеге. Йыһан кинрегендә. ■ Ғәлиҙең күңеле кинректәр теләй. Ә. Вәли. Ошондай уй-тойғо менән йәшәгән ҡыҙ бер көндө йыһан киңлектәрендә эшләү өсөн үҫмерҙәр араһында конкурс үткәреләсәген ишетеп ҡалды. Н. Ғәйетбаев. Йәйрәп ятҡан дала, күгелйем кинректәр, офоҡтоң һары нур менән ҡаймаланған ситтәре асыҡланғандан-асыҡланды. А. Абдуллин. • Ҡунысың тар булһа, донъя кинрегендә ни файҙа. Мәҡәл. Өйөң тар булһа, донъя кинреге беленмәҫ. Мәҡәл.
3. Йәйрәп ятҡан иркен ер. □ Широта, ширь, простор, раздолье. Баҫыу кинреге. Тәбиғәт кинреге. Диңгеҙ кинреге. М Күрәйек диңгеҙ киңлеген, күрәйек күңел менән. М. Кәрим. Рафиҡ бешкән бойҙай киңлеген сыҡты ла, туҡтап ҡалды. Ә. Вахитов. Ул Турысайына һикереп менде һәм сикһеҙ дала
киңлегенә табан елеп сығып китте. Н. Мусин. Күҙен томалаған йәште һыпырып, ул [Сәйеф] ҡарашын монарланып ятҡан дала киңлектәренә күсерҙе. Ә. Хәкимов. Алыҫҡа, бик алыҫҡа йәйелгән дала кинрегендә Ырымбур ҡәлғәһенең һыны төҫмөрләнгәс, Илмырҙаның күңеле бер аҙ күтәрелде. Я. Хамматов.
4. геогр. Экваторҙан меридиан буйынса градустар менән үлсәнә торған ара. □ Широта (географическая). Төньяҡ киңлек. Көньяҡ кинрек. И Африка материгы тотошо менән тиерлек эҫе киңлектәрҙә ята. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 7, 2008. Мадагаскар бер ҙур жәзирәлер, ..60 менән 70 градустары һәм көнъяҡ кикректәренең 10 менән 30 градустары араһында ятыр. М. Өмөтбаев.
5. күсм. Күп яҡлы булыуҙан, күпте эсенә алыуҙан килгән тулылыҡ, киң күләмлек.
□ Широта, обширность (взгляда, знаний и т. п.). Белем кинреге. Фекер кинреге. ■ Яңы дәүергә тәҙрә асҡан, уның ағымын һәм булмышын нәфис әҙәбиәт аша фекерләү кикрегенә күсергән ижад һәм ижадсы кәрәк. «Ағиҙел», № 4, 2010.
6. күсм. Сикләнмәгәнлек, йомартлыҡ.
□ Щедрость. Күңел кинреге. ■ Бүтән юҡтыр ҙа ул һәм булмаҫ та киңлектәрҙең быға тиңлеге. Илебеҙгә оҡшаш тыуғандыр ул хал-ҡыбыҙҙа күңел кинреге. Ә. Атнабаев. Ҡуя тор киңлекте, аҡлыҡты, ҡара бул, зәһәр бул дошманға; сер бирмә һыналған ҡуштанға, башыңа бетеү ҡыл һаҡлыҡты. Ш. Бабич. Йәшәү даирәм — ерҙән бейегерәк, күктән түбән — күңел кинреге. Т. Ғәниева. Ул һин генә батыр, һиндә генә асыҡ йөҙ һәм күңел кинреге. Н. Нәжми.
КИҢШЕК (киңшеге) (Р.: носовой хрящ; И.: nasal cartilage; T: burun kıkırdağı) и. анат. диал.
Танау кимерсәге. □ Носовой хрящ.
КИҢШЕРЕК (киңшереге) (Р.: ноздри;
И.: nostrils; T: burun deliği) и. анат.
Танау тишеге. □ Ноздри. И Был еҫте, бүре һымаҡ, әллә ҡайҙан тойҙо ул, шуға күрә, танау киңшеректәрен тағы ла таржайта төшөп, шәберәк йүгерҙе ярһыған көрәшсе. Б. Бикбай.
476