КИҢӘЙТЕҮ
КИҢӘЙЕҮ (киңәй-) (Р.: расширяться; И.: widen, broaden; T.: genişlemek) ҡ.
1. Киңлеккә артыу, киң булыу. □ Расширяться, увеличиваться в ширину Ярыҡ киңәйгән. Соҡор киңәйгән. ■ Берсә киңәйеп, берсә тарайып, берсә бысранып, берсә таҡырайып киткән юл, беҙгә Оло Боғаҙаҡ буйҙарын күрһәтеп, элекке өйәҙ ҡалаһы Верхне-уральскиға алып килә. К. Мәргән. Куҙҙе асам, әлеге аҡ туңәрәк һаман әйләнә лә киңәйә, уҙе матур төҫлө ул. С. Агиш. Артабан, ана теге боролоштан һуң, йылға киңәйә, тыныслана. Ш. Хажиәхмәтов. Секунд һайын был ярыҡ киңәйә, тәрәнәйә башланы. Н. Ғәйетбаев.
2. Күләм яғынан ҙурайыу; иркенәйеү.
□ Расширяться, становиться большим, раздаваться вширь. Аяҡ кейеме киңәйгән. Саф һауала упкәләр киңәйеп китте. ■ Бәйләм ойоҡ өҫтөнән кейгән сабата ла һыуланып, кесерәк булһа аяҡтарҙы ҡура башлай, ләкин көндөҙ ҡыҙыу ҡояш аҫтында бешеп ураҡ урғанда, ул сабаталар кибәләр, киңәйәләр. Ғ. Хәйри.
3. кусм. Эстәлек менән байыу, артыу.
□ Обогащаться (знаниями, взглядами). Куп уҡыу аң-белемде киңәйтә. Донъяға ҡарашы киңәйҙе.
4. Һан, күләм яғынан үҫеү, көс-ҡеүәт артыу □ Расширяться, увеличиваться (по численности, по размерам). Төҙөлөш эштәре көндән-көн киңәйә. ■ Ырҙын табағында иген таҙартыу эше көндән-көн киңәйә бара. Ә. Вәли. Алдағы йылда конструкцион материалдар эшләп сығарыу киңәйәсәк. «Башҡортостан», 29 май 1999.
5. Киң таралыш алыу, көсәйеү. □ Расширяться, распространяться. Агитация эше киңәйҙе. Сәйәси ҡаршылыҡ киңәйҙе. И Был ихтилалға фронт буйындағы бөтә крәҫтиәндәр ҡушыласаҡтар. Ул хәрәкәттең киңәйеп китеуе бик мөмкин. Д. Юлтый. «Мәркәз Шура»ның эше көндән-көн киңәйә. Й. Солтанов. Өс полкта ла .. бөтә формаһы менән һуғышҡа ҡаршы агитация киңәйҙе. А. Таһиров.
КИҢӘЙТЕЛЕҮ (киңәйтел-) ҡ. төш. ҡар. киңәйтеү, страд, от киңәйтеү. Карабойҙай сәсеүлектәре киңәйтелде. Киңәйтелгән йыйы
лыш. ■ Яңы әҙәби булектең бер киңәйтелгән ултырышында Поэзовскийҙы ауыл тормошон белмәу, формализм, конфликтһыҙлыҡ тигән етешһеҙлектәрҙе үрсетеүҙә ғәйепләп, ҡолаҡтарын әсе борослап ыуаланылар. Й. Солтанов. Келәттең ал яҡ стенаһына ике ҙур тәҙрә эшләнде, кутәрмәһе киңәйтелде, хатта семәрле тотонғостар эшләнде.
3. Биишева.
КИҢӘЙТЕҮ (киңәйт-) (Р: расширять; И.: widen, broaden; T: genişletmek) ҡ.
1. Киңлеккә арттырыу, киң итеү. □ Расширять, ширить. Майҙанды киңәйтеу. Урамды киңәйтеу. Арыҡты киңәйтеу. Юлды киңәйтеп һалыу. ■ Кукуруз баҫыуын киңәйтәбеҙ быйыл — тағы ла бер-ике силос ямы ҡаҙырға кәрәк булыр. Й. Солтанов. Ул, ике ҡулы араһына арҡыры ағас ҡуйып, ҡосағын киңәйтеп .. өйгә табан йәһәт кенә атларға тырышты. 3. Биишева. Әрәмәлектәрҙән тыныс аға торған йылғалар, тауҙар һирәгәйгән урындарҙа бергә ҡушылып, ярҙы киңәйтеп, ҡаршылыҡ тура килгән урындарҙа туғайҙар яһап, ҙур булып ағалар. А. Таһиров.
2. Күләм яғынан ҙурайтыу; иркенәйтеү.
□ Расширять, делать свободнее. Салбарҙың билен киңәйтеу. Аҙбарҙы киңәйтеп һалыу.
3. кусм. Эстәлек яғынан байытыу, арттырыу. □ Расширять, обогащать (о познаниях, взглядах). И Әлбиттә, Новиков шунан сығып, мәсьәләне киңәйтеп ебәргән. Д. Юлтый. Уҡыған китаптарҙы уҡыусыларҙан һөйләтеу ҙә телмәрҙе уҫтереу һәм балаларҙың аңын киңәйтеу өсөн билдәле әһәмиәткә эйә. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 2, 2008.
4. Һан, күләм яғынан арттырыу, көсәйтеү.
□ Расширять, увеличивать (по численности, по размерам). Хужалыҡты киңәйтеу. ■ Коллектив район тарихын өйрәнеу буйынса ойошторолған музейҙы киңәйтеп, F. Әмири музейы итеу һәм мәктәпкә уның исемен биреуҙе юллау тураһында хыяллана. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6,2008. Әбеллайыр хан ҡарағалпаҡтарҙы уҙенә буйһондороп тоторға тырышты, биләмдәрен киңәйтеу уйы менән йәшәне. Ғ. Хөсәйенов.
477