Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 478 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИҢӘЙТТЕРЕҮ
5. Киң ҡатламға таралыу мөмкинлеген булдырыу, тәьҫир көсөн арттырыу □ Расширять, распространять. Ш Ул еврейҙар, поляктар тураһында белгән «ваҡиғаларҙы» ла өҫтәп ҡуялар, .. провокацияны киңәйтәләр, ҡабарталар ине. А. Таһиров.
КИҢӘЙТТЕРЕҮ (киңәйттер-) ҡ. йөкм. ҡар. киңәйтеү, понуд. от киңәйтеү.
КИҢӘРҘӘК (киңәрҙәге) и. диал. ҡар. боғарҙаҡ.
КИОСК (киоскыһы) [рус. < фр. kiosque] (Р: киоск; И.: kiosk, booth; T.: büfe) и.
Ваҡ-төйәк нәмә һата торған бәләкәй павильон. □ Киоск. Сувенирҙар киоскыһы. Гәзит-журнал киоскыһы. Тәмәке киоскыһы. ■ Киоск быйылдан башлап ике сменала эшләй. Картотека фондынан. Һәйкәл янында ике киоск эшләй, ләкин уның береһе туңдырма һата, икенсеһе ваҡ-төйәк менән һатыу итә. «Башҡортостан», 12 август 2008. Теге кеше, гәзит киоскыһы янында бер аҙ туҡтап торғандан һуң, кире яҡҡа китте лә барҙы. Н. Ғәйетбаев. Киоск та бикләнгән, уның кескенә тәҙрәһе тупһаһында, зәңгәр куҙҙәрен мөлдөрәтеп, бер матрёшка ултыра. Т. Ғарипова.
КИОСКЁР [рус.] (Р: киоскёр; И.: stallkeeper; T: büfe satıcısı) и.
Киоскылағы һатыусы. □ Киоскёр, продавец в киоске. Киоскёр булып эшләу. Киоскёр ҡыҙ. ■ Арынбаҫаров хатта куңелләнеп китте, көлөп ебәрҙе, киоскёр ҡатындың туңәрәкләнеп киткән куҙҙәренә лә иғтибар итмәйенсә: — Ун етенсе июль... — тип ҡысҡырып уҡыны. Д. Бүләков.
КИП (кибе) (Р: форма; И.: shape; Т: şekil) и. иҫк.
Ҡалып, форма. □ Форма. • Кирбес кибе-нән уҫмәҫ. Әйтем.
КИПАРИС [рус. < гр. kyparissos] (Р: кипарис; И.: cypress; T.: selvi) и. бот.
Көньяҡта үҫә торған һәр ваҡыт йәшел ылыҫлы бейек ағас. □ Кипарис (дерево) (лат. Cupressus). һомғол кипарис. Кипарис уҫтереу. И Гурзуф бына, Пушкин йөрөгән урын, бына ул ултыртҡан кипарис. Ғ. Сәләм. «Кипаристар сәскә атҡан саҡта...» — тип башлана ине шиғри хат. Й. Солтанов. Диңгеҙ артында
бәрхәттән ер, тау һәм кипаристар куренә.
С. Агиш. Кипарис, пальма, хөрмә, сәрбей ағастары шау йәшел төҫтә. Ғ. Хөсәйенов.
КИПАРИСТАР (Р: кипарисовые; И.: cupressaceae; T: servigiller) и. бот.
Кипарис һымаҡтар, ылыҫлылар класына ҡараған үҫемлектәр ғаиләһе (кипарис, артыш, сауыр һ. б. инә). □ Кипарисовые (семейство хвойных деревьев) (лат. Cupressus).
КИПЕС и. диал. ҡар. ҡарағура.
КИПКӘН ИТ (Р: вяленое мясо; И.: dried meat; T.: kurutulmuş et) и. диал.
Ҡаҡланған ит. □ Вяленое мясо.
КИПКӘР (Р: сушеница; И.: cudweed; T.: altmotu) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәләр ғаиләһенә ҡараған, һабағы йөнтәҫле күп йыллыҡ дарыу үләне. □ Сушеница (лат. Gnaphâlium). Кипкәр йыйыу. Кипкәр киптереу.
КИПЛӘНЕҮ (киплән-) ҡ. төш. ҡар. кипләү, страд, от кипләү. Кипләнеп өйөлгән ҡаҙ мамығы. И Боланды ла йотҡайным; инде хәлем ҡалманы: ауыҙыма кипләнгән мөгөҙө һис һынманы. «Урал батыр».
КИПЛӘТЕҮ (кипләт-) ҡ. йөкм. ҡар. кипләү, понуд. от кипләү. Тауарҙы кипләтеу.
КИПЛӘҮ (киплә-) (Р: укладывать кипами; И.: pack; T.: ambalajlamak) ҡ.
Таҫлап һалыу, төргәкләү. □ Укладывать кипами, упаковывать. Тауарҙы кипләп һалыу. Дәфтәр кипләу. В Ике тирмәнең кирәгәләрен, саңыраҡтарын, кейеҙҙәрен урынын-урынына кипләп, ике арбаға тейәгәндәр. Ғ. Хөсәйенов.
КИПСӘЛДЕРЕҮ (кипсәлдер-) ҡ. йөкм. ҡар. кипсәлеү 2. понуд. от кипсәлеү 2. Кипсәлдереп теккән салбар.
КИПСӘЛЕҮ I (кипсәл-) (Р: застревать; И.: stick; get stuck; T.: takılıp kalmak) ҡ.
1. Тығыҙ урынға тығылып ҡыҫылыу; кәлләнеү. □ Застревать (в чем-л. узком). В Батырша ҙур йылғаға килеп кипсәлә, ҡырҡлап драгун, офицерҙар уратып тотҡондарын саҡ-саҡ тотоп ала. Ғ. Хөсәйенов.
2. Тәнгә һылашып ҡыҫыу (кейемгә ҡарата). □ Обтягивать, плотно облегать (об одежде). Кипсәлеп торған кулдәк. И Кулдәгемдең яғаһы ла бик килешле, тап-
478