КИЛТЕРТЕҮ
япраҡтарын йыйып киптерә лә, һөттә иҙеп, һары буяу яһай. Ғ. Ибраһимов.
4. Бик ныҡ һыуһатыу. □ Просохнуть, испытывать жажду. Сәй эсермәй киптереп бөттөләр.
5. кусм. Ныҡ ябыҡтырыу. □ Иссушить. Ҡайғы-хәсрәт киптерҙе. Сирҙәр киптерҙе.
■ Шул ғына мәсьәлә киптерҙе мине. Б. Бикбай.
КИЛТЕРТЕҮ (киптерт-) ҡ. йөкм. ҡар. киптереү, понуд. от киптереү. ■ Ҡояш кутәрелгәйне, тамаҡтарҙы киптертеп, ҡыҙҙыра башлағайны. Й. Солтанов.
КИПШЕНДЕРЕҮ (кипшендер-) ҡ. диал. ҡар. елләтеү.
КИПШЕНЕҮ (кипшен-) (Р.: сушиться; И.: dry; T.: kurutulmak) ҡ.
1. Бер аҙ кибенеү, киптеренеү. □ Сушиться, обсушиваться. Ҡипшенеп алыу.
■ Бурәнә өҫтөндә ултыра торғас, өҫ-баш та аҙыраҡ кипшенде. Ф. Иҫәнғолов. Төнгө ысыҡтан кипшенгән биҙгәләктәр серәкәй ауларға тотондо. Ә. Чаныш.
2. ҡар. кипшеү I. ■ [Мирхәйҙәров:] Ер кипшенһә, .. өс смена сәсәбеҙ инде, орлоҡ бар, етерлек... Т. Ғарипова. Ҡондорсаныц һыуы ҡайтһа ла, уҙәне һаман кипшенмәгән һаҙамыҡ ине әле. Ә. Хәкимов. Ер ҡарҙан әрселгән, кипшенгән тау битләуҙәрен һөрә башлағандар. Ш. Янбаев.
КИПШЕҮ I (кипше-) (Р.: высыхать; И.: dry out; T.: kurumak) ҡ.
Бер аҙ кибеү; һурығыу. □ Высыхать, подсыхать. Ерҙең кипшегәнен көтөу.
КИПШЕҮ II (Р: подсохший; И.: dried out a little; T.: kuru) с.
Әҙ генә кипкән, һурыҡҡан. □ Подсохший. Ҡипшеу ерҙе ҡаҙыу еңелерәк. Ҡипшеу керҙе утекләу.
КИР I [дөйөм төрки кэр-] (Р: мухортый; И.: bay; T.: doru) с.
Һарғылт туры (ат төҫөнә ҡарата). □ Мухортый (о масти лошади). Кир am. Ҡир айғыр. Кир ҡонажын. ■ Алдар маңлай тирен һөрттө, кир атҡайын һөйҙө ялынан. Ғ. Ибраһимов. Атайым .. кир атын менеп, беҙҙе оҙатырға сыҡты. Д. Юлтый. Ә минең кир айғыр һуң? Ат тугел — аҡыл эйәһе, — ти
Әхәт, куңелле көлөп. 3. Биишева. Ғумәров та менгән кир атының уреп һалған кикел ялдарын. Халыҡ йырынан.
КИР II [дөйөм төрки кэр-] (Р: мухортая лошадь; И.: bay, with yellowish markings; T.: doru at) u.
Һарғылт туры төҫтәге ат. □ Мухортая лошадь. ■ Көмөш кенә эйәр бик килешә, менгән генә атың кир булһа. Халыҡ йырынан. Менгән генә атым ай кир булыр, тибенгеһе уның да тир булыр. Халыҡ йырынан.
КИРАМ [ғәр. (Р: великодушный; И.: magnanimous, generous; T.: yüce gönüllü) с. иҫк.
Киң күңелле, яҡшы уйлы, илгәҙәк. □ Великодушный, милосердный. К Үҙеңдең фазыл вә кирамың берлә ҡабул ҡыл. М. Өмөтбаев.
КИРАМАТ и. диал.
1. ҡар. ғәжәп. ■ Әуәл туйҙар кирамат матур булды. Экспедиция материалдарынан.
2. ҡар. афәт.
КИРАМӘТ [ғәр. и. ҡар. кәрәмәт.
■ Кем еңер һуң: тимер кирамәтме, ихтыяр көсөмө, броняға төрөнгән немецмы, илен һөйгән башҡортмо? Картотека фондынан.
КИРАСА [рус. < фр. cuiras] (Р: кираса; И.: cuirass; T.: zırh) и. тар.
1. Элекке заманда сәнсә һәм саба торған һуғыш ҡоралдарынан күкрәк һәм арҡаны һаҡлау өсөн тимер кейем. □ Кираса (латы).
2. Көнбайыш Европа һәм 1917 йылға тиклем рус армияһында ҡайһы бер гвардия полктарының парад формаһы. □ Кираса (парадная форма).
КИРАСИР [рус. < фр. cuirassier] (Р: кирасир; И.: cuirassier; T.: zırhlı süvari) и. map.
1. Атлы армияла кираса (1) кейгән яугир.
□ Кирасир.
2. Көнбайыш Европа һәм 1917 йылға тиклем рус армияһында кавалерия полктарында хеҙмәт итеүсе һалдат йәки офицер (парадҡа сыҡҡанда кираса кейгәнгә шулай аталған). □ Кирасир.
КИРБЕС I [рус. кирпич] (Р: кирпич; И.: brick; T.: kerpiç) и.
1. Балсыҡ менән ҡомдан иҙеп, ҡалыпҡа һуғып эшләнгән төҙөлөш материалы.
□ Кирпич. / Кирпичный. Йөҙләу кирбесе.
480