КИРЕ
ҡолтор maş Ҡарағол — ана шундай килбәтһеҙ һәм кире образдар. Ә. Харисов.
4. Кеше яйына килмәгән; тиҫкәре.
□ Своенравный, строптивый; несговорчивый, упрямый. Кире бала. Кире әҙәм. ■ Муйылбикә угәй улына, унан да бигерәк, кире холоҡло атаһына асыуланды, һ. Дәүләтшина. Инде купме тылҡыны бит! Һаман ышанмай! Шул тиклем дә кире кеше булыр икән!.. Н. Ғәйетбаев. [Сәғәҙиев:] Ямғыр болоттан яуа. Ә болот — кире холоҡло әйбер. А. Абдуллин. • Кире кешенец аҡылы — кер-мәле лә сыҡмалы. Мәҡәл.
5. физ. Электрондарҙан торған, электр төрөнә бәйле; киреһе — ыңғай. □ Отрицательный (заряд, магнитное поле). Кире зарядлы өлөшсә.
КИРЕ II (Р.: обратно, назад; И.: back; backwards; T.: geri)p.
1. Тәүге урынға йәки тәүге хәлгә ҡаршы.
□ Обратно, назад. Кире алыу. Кире ҡайтыу. Кире әйтеу. Кире яҙыу. Кире кереу. Кире бороу. И Биш-алты көндән буш арбалар әйләнеп кире ҡайттылар, һ. Дәуләтшина. Кукбуре, ояһы тирәләй арлы-бирле йөрөштөрҙө лә, кире инеп ятты. Т. Ғарипова.
2. Ҡабаттан, яңынан. □ Заново. Кире йырлай башланы. Йомғаҡты кире тағатыу. Өйгә ҡайтып кире килеу. ■ Шеш тип асһалар, бөтөнләй икенсе нәмә булып сыҡты. Был ерҙе кире тегеп, икенсе урындан тағы ярҙылар. Р. Солтангәрәев. Теге киткәс тә, малайҙар килеп, ҡамыт бауҙарын, мисәу-ҙәрен, дилбегәһен бөтәһен дә кире hymen ҡуйғандар. К. Мәргән.
♦ Кире ҡағыу 1) ҡаршы тороп, һөжүмде ҡайтарыу. □ Отбить, отразить, һөжумде кире ҡағыу; 2) үҙ әҫтәңә алмай, дөрөҫ түгел тип барыу. □ Отвергать, не принимать, отклонять. Дәлилде кире ҡағыу. Ғәйепте кире ҡағыу; 3) ҡабул итеүҙән баш тартыу. □ Отказываться принимать. Буләкте кире ҡағыу, һуҙҙе кире ҡағыу. Үтенесте кире ҡаҡмау. ■ Сәмиғул-ланыц да Ғилаж хаҡында ҡырын фекерҙә булыуы Сөнәғәткә оҡшаны. Шуға курә ул еҙнәһенең һуҙен кире ҡаҡманы. Ж. Кейекбаев. [Заһиҙә:] Эш эшләргә вәғәҙә биргәс, теләкте кире ҡаҡмаҫ [Мирза]. Ғ. Хәйри. Кире ҡайтыу
тәүге уй-ниәттән баш тартыу. □ Отказаться от намерения, желания. ■ Һуңғы көндәрҙә кургән ауырлыҡтарҙан һуң уҙ уйынан кире ҡайтмаҫмы? Н. Ғәйетбаев. Мәҙинә ҡаушаны. Курешергә була ҡул һуҙырға итте, ләкин, Ғәлимә ҡымшанмай ҙа торғас, ул уйынан кире ҡайтты. Т. Ғарипова. Кире түңкәреү ниәтләгән эштән баш тартыу. □ Отказаться от задуманного. И [Байрамбикә әбей:] Улыңды саҡырып алып әйт, әгәр ул юлыңдан баш тартмаһаң, беҙҙән хәйер-фатиха юк, тиң. Ул эшен кире туңкәрһен. К. Мәргән. Кире уйлау дүнеү, тәүге уйҙан ҡайтыу. □ Раздумать, передумать, отказаться от принятого решения. И Ҡыҙ уны уятырға итте лә кире уйланы. Н. Ғәйетбаев. Беҙ, арҡаларға тоҡтарҙы аҫҡан килеш, бер бик яҡшы вагонды самаланыҡ та, быныһына һәр нисек тә индермәҫтәр, тип тағы кире уйланыҡ. Ғ. Хәйри. Кире һуғыу ҡабул итмәй кире ҡағыу. □ Отвергать, не принимать, отклонять. ■ Таланы бөтмәгән, бәхет шишмәләре ҡоромаған икән әле. Бикмырҙа ғына кире һуҡмаһын. Ә. Хәкимов. [Азамат:] Һин әйтһәң, гөбөрнатор ҙа, бутән кантон башлыҡтары ла, моғайын, һуҙеңде кире һуҡмаҫтар. Я. Хамматов. Кире һүреү дүндереү. □ Разубеждать, отговаривать. ■ Миләушә егетте кире һургән: «Ҡуй, егет, юҡ эш менән йөрөмә»,— тигән. Әкиәттән. Әйтерһең, табанымды коридор иҙәненә ҡаҙаҡлап ҡуйғандар. Берәу егет, йәнәһе, уйынан кире һурелмәй. Н. Мусин. «Мин барам! Ал, укенмәҫһең», — тип атлығып торған Ҡозловты кире һурмәһә, юл буйы көләмәс тыңлап рәхәтләнеп, куңел асып бараһы икән... Ә. Хәкимов. Кире һүтеү эште тәүге хәленә ҡайтарыу. □ Вернуться к исходному состоянию. • Бер теленгән икмәк кире йәбешмәй. Мәҡәл. Эшең кире китһә, эше алға барғанға кәңәш ит. Мәҡәл. Яҙған мал уҙ аяғы менән кире ҡайта. Мәҡәл. Бер төкөргән төкөрөгөңдө кире йотма. Мәҡәл.
КИРЕ III (Р: после; И.: after; T.: sonra) бәйл.
Сығанаҡ килештәге исем йәки алмаштарҙан һуң килеп, билдәле бер мәлдән, эштән һуңғы ваҡытты белдерә. □ После (послелог с исходным падежом). Шунан кире.
482