Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 483 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИРЕЛЕК
■ Ҡыуанып йәшәргә лә бит, намыҫына тынғы юҡ, сөнки ул кеше ҡайғыһы төштән кире тип өйрәнмәгән. Ә. Хәкимов. Бынан кире, — тинеБарсынбикә, — башыңды минең мендәргә терәйһе булма! Т. Ғарипова. «Анау Нурбу-лат ыңғайына юҡҡа ғына сығып киткәнмен. Уҡыуҙың да, заводтың да ни кәрәге бар? Бынан кире ауылымды мәңге ташламам», -тип уйлай һолтанбай. Н. Мусин. ® Ҡалған эш — төштән кире. Мәҡәл.
КИРЕ IV с. ҡар. тиҫкәре.
КИРЕГӘ (Р.: наоборот; И.: inside out; back to front; T.: tersine) p.
Кире яҡҡа, кирегә табан. □ Наоборот, в обратную сторону. Кирегә китеу. Кирегә барыу. И Осоусы кеҫәртке, кирегә боролоп, малай менән ҡыҙға ташланыу өсөн шыҡыя башланы. Н. Ғәйетбаев. Юҡ, Арынбаҫаров хәҙер бирешмәйәсәк, көрәш юлына бер сыҡҡан икән, кирегә боролорға юл юҡ. Д. Бүләков. Ана бер угеҙ ситкәрәк сығып бөтә кәуҙәһе менән кирегә боролған. А. Таһиров. • Киленгә ҡарағансы кирегә ҡара. Әйтем. Бер кирегә китһә, гел кирегә китә. Әйтем. Алға киткән кешенең эте улән ашар, кирегә киткән кешенең килене урлап ашар. Мәҡәл.
♦ Кирегә бөткән үҙ һүҙен генә һүҙ итә торған, тиҫкәре. □ Упрямый, не поддающийся уговорам. ■ Бер аҙ тынысланһын, уйлаһын, бөтөнләй ук кирегә бөткән, тиҫкәре кеше тугел бит. Ф. Иҫәнғолов. Кирегә һаплау әйтелгән һүҙҙән икенсе төрлө, тиҫкәре мәғәнә сығарыу. □ Истолковывать совсем по-другому, й Саҡ ҡына бер ҡыңғырлыҡ һиҙелдеме, һуҙеңде кирегә һапларға ғына әҙер. Й. Солтанов. Минең башымды, нисек кенә ыңғайға һыпырһа ла, мин кирегә һаплайым.
С. Ҡудаш.
КИРЕГӘ ҺАНАУ (кирегә һана-) (Р.: исполнение обряда лечения; И.: sort of magical treatment; T: geriye saymak (büyü ile tedavi için) к. миф.
Һандарҙы кирегә һанап имләү йолаһы. □ Обряд лечения больного, исполняемый перечислением чисел в обратном порядке.
■ Балаңа өсйән булһа, кирегә һана ла, төкөр. Башҡорт мифологияһынан.
КИРЕК с. диал. ҡар. тиҫкәре.
КИРЕ КЕШЕ (Р: непутёвый человек; И.: jinx; T: uğursuz kimse) и. диал.
Юлыҡһыҙ, ҡотһоҙ кеше. □ Непутёвый человек. ■ Юлға сыҡҡанда кире кеше осраһа, өйгә кереп, аҙыраҡ тороп сығырға кәрәк. Экспедиция материалдарынан.
КИРЕЛДЕРЕҮ (кирелдер-) (Р: вызвать желание потянуться; И.: cause to stretch oneself; T: gerinmek) ҡ.
1. Сабый баланы ҡул менән һыпырып яҙылдырыу, һуҙылдырыу. □ Вызвать желание потянуться. Баланы кирелдереу.
2. эйһ. ф. ҡар. кирелеү 2. Ниңәлер кирелдерә, һуҙылдыра.
3. миф. Ауырыу эйәһе, яман заттар тәьҫире арҡаһында кирелеү, һуҙылыу, иҫнәү. □ Потягивание, зевота, вызванные духом болезни.
КИРЕЛЕК (кирелеге) (Р: упрямство; И.: obstinacy, stubbornness; T.: inatçılık) и.
1. Үҙһүҙлелек, тиҫкәрелек. □ Упрямство, своенравие. ■ Байрамовтың ошо йоҙроҡхәтле генә малайҙың кирелегенә, уҙенең уға ябай ғына нәмәне лә ацлата алмау ына, шартлар дәрәжәгә етеп, асыуы килде. Картотека фондынан. Ҡотлояр тағы ла уҙенең кирелеген итте. — Йә, ул алйыған әбей ни һөйләгән тиһең, берәй әкиәт һөйләгәндер әле, — тип ҡуйҙы. Һ. Дәүләтшина. Тик кенә тор, туташ, һиңә һуҙ бирелмәгән! Беҙҙең шеф ундай кирелектәрҙе яратмай. Д. Бүләков. Уның бойороусанлыҡтың еҫен дә аңҡытмаған, аталарса хәстәрлекле тауышы Рауилде иретеп ебәргәндәй булды, кирелектең әҫәрен дә ҡалдырманы. Б. Бикбай.
2. Көтмәгәндә булған үҙгәреш, тотороҡһоҙлоҡ. □ Резкая смена, непостоянство. Тәбиғәтенең кирелектәре. ■ Әммә был затлы ҡоштарҙан ул яҙмыштың кирелектәрен ҙур туҙемлек менән кисерә алыуы .. көсһөҙҙәрҙе тапап дан яуларға тырышмауы менән өҫтөн... А. Абдуллин. Атаһулла ҡарт менән булған фажиғәле хәл Баймораттың бына-бына тормошҡа ашырам тип йөрөгән хыялдарын селпәрәмә килтерҙе. Тормоштоң был кирелеге утеп кенә бара тигәндә, бынау геологтары килеп сыҡты. Н. Мусин.
16’
483