КИРЕЛЕ-МИРЕЛЕ
3. Кире, ыңғай түгел. □ Отрицание. Ҡайһы бер рәуештәр һөйләмдән аңлашылған фекерҙе инҡар итеу, ҡаршы ҡуйыу, кирелекте йәки ыңғайлыҡты белдерә.
КИРЕЛЕ-МИРЕЛЕ р. һөйл. ҡар. кирле-мирле. Киреле-миреле һөйләу. ■ Сираевҡа ҡарата Ротовтың мөнәсәбәте дөрөҫ булыуын аңлай ҙа башлағайны ул. Ләкин уҙ һуҙен һуҙ итергә, юғарыраҡ вазифа утәуен курһәтергә теләу генә уны киреле-миреле хәбәр һөйләргә мәжбур итә. Н. Мусин. [Ҡыраубикә — Гөлбикәгә:] Йә, килен, ирең юлға сыҡҡанда киреле-миреле һөйләп торма инде! Д. Юлтый.
КИРЕЛЕП-ҺУҘЫЛЫП (Р.: потягива ясь; И.: stretch oneself; T.: gerinerek) р.
Бер кирелеп, бер яҙылып, ҡабат-ҡабат кирелеп. □ Потягиваясь (многократно). ■ Уғаса булмай, теге егеттәр ҙә кирелеп-һуҙылып урындарынан торҙолар. С. Кулибай. Тышҡа сығып, кирелеп-һуҙылып алдым.
3. Ураҡсин. [Рауза] башҡа ваҡыттағы кеуек, тушәгендә кирелеп-һуҙылып ултырманы, ырғып тороп урҙалағы һыйға кейә торған кулдәгенә урелде. Т. Ғарипова. Нигеҙ буйында әсәһенең ҡуйынында ойоп ятҡан аҡ ҡойроҡло ҡара бәрәс тороп, кирелеп-һуҙылып алды ла һырғаларын йәлпелдәтә-йәлпелдәтә Иштуған янына килә. 3. Биишева.
КИРЕЛЕҮ (кирел-) ҡ.
1. төш. ҡар. киреү 1, 2. страд, от киреү 1,2. Киргегә кирелгән шәл.
2. Ойоп киткән тәнде һуҙып яҙылдырыу. □ Потягиваться. // Потягивание. Кирелеп ойоған тәнде яҙыу. ■ Айбулат һикереп торҙо. Ике ҡулы менән битен ныҡ итеп ыуалап һыйпап, ҡысҡырып иҫнәне, быуындары шытырлағансы ныҡ итеп кирелде лә, соландағы һәнәген ҡулына тотоп, һыртҡы кәртәгә сыҡты. Һ. Дәүләтшина. Зәки торҙо, бик ныҡлап кирелергә, ойоп киткән ҡанға йөрөргә юл асып ебәрергә самалағайны ла, майор алдында әҙәпһеҙлек булыр тип тартынды. С. Агиш.
3. Ныҡ һуҙылып, тартылыу. □ Сильно натянуться. // Натяжение, распрямление. Каштар кирелеу. ■ Аҡҡош кеуек ғорур кирелеп, елкәндәрен наҙлы елберләтеп йөҙөп
бара ул. 3. Биишева. Ул егеттең бәләкәс куҙҙәре көлгәндә, башҡа кешеләрҙеке кеуек, ҡыҫылмайҙар, бәлки купте курергә тырышыпмы, әллә бер нәмәне лә курмәҫкә һалышыпмы, кирелеп асылалар. А. Таһиров.
4. Ҡайырылып, күкрәк яҙыу. □ Распрямлять, разворачивать. Кирелеп һуғыу. И Яр аша осорға торғандай батырҙың ярһыған толпары. Кирелеп ян тартһа, дошманға ҡаҙалыр шикелле уҡтары. Ғ. Дәүләтов. Кабинеттан кешеләр, йомоштарын утәп, сығып бөткәс, Сыртланов, беренсе осрағандағы кеуек, уҙенең йомшаҡ креслоһына кирелеп ултырҙы. С. Агиш. • Кайнаға ҡайҡайып тормаҫ, килен кирелеп тормаҫ. Мәҡәл.
КИРЕЛТЕҮ (кирелт-) ҡ. ҡар. кирелдереү.
КИРЕЛӘНЕҮ (кирелән-) (Р: упрямиться; И.: be obstinate; T: inat etmek) ҡ.
1. Ыңғайға килмәй ҡарышыу; тиҫкәреләнеү. □ Упрямиться, артачиться. // Упрямство. Ул киреләнеп тора. ■ Әхмәт тә әллә ниңә киреләнә башланы: — Миңә куҙ асырға бирмәйҙәр, сауҙагәр ҡыҙы менән йөрөйһөң, тип бәйләнәләр, — ти. Б. Хәсән. Альберт киреләнеп торманы, көтөусе биргән бойҙай икмәге менән бер шешә һөттө ҡулына алды ла, сиҙәмгә ултырып, ашарға кереште. Ғ. Ибраһимов. Кыҙының да улар ҡулында икәнлеген белгәс, ни эшләр икән Лайон? Элеккесә киреләнеп маташырмы? Н. Ғәйетбаев. Иртәнсәк Нурия уҙенең бөгөн Касимдар менән китәсәген әйткәс, Тәҡ-бировтың киреләнеп тауыш кутәререн көткәйне. Н. Мусин.
2. миф. Яман көстәр, юғары көстәр тәьҫире арҡаһында тормоштоң алға бармауы. □ Застой в жизни под влиянием плохих сил.
КИРЕЛӘҮ (кирелә-) (Р: ухудшаться; И.: become worse; deteriorate; T: kötüleşmek) ҡ.
Насарланыу, уңмай башлау. □ Ухудшаться, становиться хуже. // Ухудшение. Эштәр киреләнеп тора.
КИРЕЛӘШЕҮ (киреләш-) ҡ. һөйл. ҡар. киреләнеү.
КИРЕМ (Р: противоречие; И.: contradiction; opposition; T: engel) и.
484