КИРЕҺЕНСӘ
Тормоштағы, йәмғиәттәге төрлө ҡаршылыҡ, айырмалыҡ. □ Противоречие, несоответствие. Киремдәрҙе еңеп утеу.
КИРЕНКЕ (Р.: широкий; И.: wide; T: geniş) с.
Ныҡ кирелгән; киң. □ Широкий, размашистый. И Уның бер-береһенән алыҫыраҡ урынлашҡан киренке ҙур ҡара куҙҙәре, танау аҫтында ике баҫым ғына ҡалдырып ҡырылған ҡара мыйығы, арыҡ аҡһыл йөҙө, нисектер, бик яғымлы ла, ышанырға лайыҡлы ла тойолдо. 3. Биишева. Шул киренке тынлыҡты ваҡытлы боҙғандай, хужаның оло улы Мөҡсин, ҡырҡтарҙы уҙған ир, табын уртаһына оло көрәгә ҡымыҙ индереп ултыртты. Ғ. Хөсәйенов.
КИРЕНӘН (Р: снова; И.: anew, afresh, (over) again; T.: gene) р.
Ҡабаттан, яңынан. □ Снова, заново, повторно. Киренән барыу. Киренән биреу. ■ Куҙ алдында һурәт киренән терелде, өҫөбөҙ ҙә еңел һуланыҡ. Й. Солтанов. Ике малай ырғып тороп, киренән роботҡа ташланды. Н. Ғәйетбаев. Егет, уның аяҡ тауышы тынғансы, ишек төбөндә баҫып торҙо ла киренән баяғы эскәмйәгә барып ултырҙы.
3. Биишева.
КИРЕ УҠЫУ (кире уҡы-) (Р: исполнение обряда лечения; И.: kind of magical treatment; T: duayı geriye okumak (büyü ile tedavi için) ҡ. миф.
Доғаны кире яҡҡа уҡып имләү йолаһы. □ Исполнение обряда лечения больного чтением молитвы наоборот. ■ Ерҙән тейенгән ауырыуҙы Аятел көрсиҙе кире уҡып имләйҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
КИРЕҮ (кир-) (Р: натягивать; И.: stretch; T.: germek) ҡ.
1. Нимәнелер тартып, йәйеп, яҡ-яғынан, ситенән нығытыу. □ Натягивать, растягивать. // Растягивание. Сигергә киндер киреу. Айыу тиреһен киреу. ■ Өйгә килеп кергәс тә, Тимерҙең иғтибарын мольберт тартты. Уның өҫтөнә тап-таҙа киндер киреп ҡуйылған. Б. Бикбай.
2. Киргегә кейҙереү (ваҡ йәнлек тиреләрен). □ Натянуть на пяльцы. Куян тиреһен киреу. ■ Тирене артыҡ тартып киргәндә,
уның йөнө һирәкләнеп йәмһеҙ куренә. Р. Фәхретдинов. Бер сирек, ярты аршин самаһындағы тире кирә торған сәйҙәрҙе һәр көн эшләп, 15—20 тин самаһы аҡса төшөрә башланыҡ. М. Ғафури.
3. Ныҡ һуҙып тартылдырыу. □ Натягивать, делать тугим. // Натяжение. Янды киреу.
4. Киң итеү, ныҡ һуҙыу. □ Широко раскрывать, раздвигать; широко раскинуть в сторону; широко расставлять. Аяҡты киреп атлау. Ишекте киреп асыу. Коласты киреу. ■ Тәнзилә әбей ҡуянды яҡыныраҡ барып ҡарарға булып ары китә башлағайны, ҡарағай башындағы бөркөт сая тауыш менән саңҡылдап ебәрҙе лә, ҡанаттарын киреп, һауаға кутәрелде. М. Тажи. Ағиҙел ауыр юлдар, таш кәртәләр утеп тәрәнәйә, кирә ярҙарын. Ҡ. Даян. Ишекте әлегәсә бер ҡасан да булмағанса кирә асып, Айтуғанов эргәһенә Шәрәев килеп инде. Р. Ғабдрахманов. Их малай, ҡолас киреп бесән сабаһы ине! Ә. Хәкимов, һыу батшаһы хәтирәңде һаҡлай бирһен, ә толпарың ал таңыңа ҡанат кирһен! Ф. Туғыҙбаева.
5. Ҡайырып яҙылдырыу. □ Развернуть, выпятить. Туште киреу. Корһаҡты киреу. Яурындарҙы киреу. ■ Бер ситтәрәк, бөйөргә таяна биреп, кукрәкте киреп торған, осҡор куҙле, йәш, матур һалдат иң элек минең иғтибарымды уҙенә тарта. 3. Биишева. Кук ат, башын салыҡлап, моронон киреп, арҡаһындағы кубектәрен сәсрәтеп, ҡойроғон уҙ еленә елберләтеп, Айбулат янына килеп етте. һ. Дәүләтшина. Ғариф яңынан бер нисә тапҡыр ишекле-турле әйләнгәндән һуң, көҙгө янына барып, тушен киреп баҫты. Ғ. Хәйри. Һин нимә, яуҙа еңгән батыр кеуек, туш киреп баҫып тораһың? М. Кәрим. Генерал Дутов уҙендә казачий армияһының атаманлығы ғына тугел, «бөтә шәреҡ донъяһының» ҡаһарманлығы барлығын һиҙеп ҡорһаҡ кирҙе. А. Таһиров. • Кукрәк киреп эшләһәң, килер ерең киң булыр. Мәҡәл.
КИРЕҺЕНСӘ I (Р: наоборот; И.: inside out; T: bilâkis) р.
Ҡапма-ҡаршы рәүештә, бөтөнләй кирегә. □ Наоборот. Киреһенсә эшләу. ■ Ә бын
485