Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 486 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИРЕҺЕНСӘ
да бит эш бөтөнләй киреһенсә. Аҙнағол да, Зөлхизә лә бер-береһен ярата. 3. Биишева. Ә беҙҙә йыш ҡына киреһенсә була. И. Абдуллин. — Яңылышаһың, — тине Әмилә. — Беҙҙә киреһенсә рөхсәт итерҙәр ине. Н. Ғәйетбаев. Гөлбаныу уны инде бөтөнләйгә китер, был тупһаға ҡабат аяҡ баҫмаҫ, тип уйлағайны — киреһенсә килеп сыҡты. Т. Ғарипова. Әгәр бер урында бер нисә генә минутҡа һуцға ҡалдыңмы, еңеу өсөн уңай хәлде киреһенсә өйләндерергә мөмкин. И. Насыри.
КИРЕҺЕНСӘ II (Р.: напротив; И.: on the contrary; T.: aksine) мөн.
Тейешлегә йәки уйлағанға ҡапма-ҡаршы. □ Напротив. ■ Сәғиҙә беләген ыскындырырға теләгәйне, Тайморзин, киреһенсә, уның оҙон нәҙек кенә бармаҡлы ҡулын уҙенең ҙур һәм итләс усына йомарлап тотто. М. Тажи. Ҡыпсаҡтар, киреһенсә, йомарт, ҡунаҡсыл, киң куңелле, шаян булыуҙары менән айырылып торалар. Б. Бикбай. Шулай ҙа был ваҡиға ла Фәхерниса ҡарашында Ренардтың куркәм абруйын ҡаҡшата алманы, киреһенсә, юғарыраҡ кутәрҙе генә. Й. Солтанов. Егет, киреһенсә, киң йөҙлө, яҫы ҡашлы һәм танау аҫтынан һыҙылып ҡына киткән ҡара мыйыҡлы ине. Д. Бүләков.
КИРЗА [рус. < нем. Kiersei] (Р.: кирза; И.: kersey; T: yünlü kaim bir kumaş) и.
Махсус рәүештә эшкәртелгән беше ҡалын туҡыма (аяҡ кейеме тегеуҙә һәм башҡа эштә ҡулланыла). □ Кирза. / Кирзовый. И Өҫтөнә ҡара кулдәк, аяғына кирза итек кейгән Венера уны [Айтуғановты] ҡапҡа төбөндә ҡаршыланы. Картотека фондынан. Кабинанан өҫтөнә брезент комбинезон, аяғына кирза итек, башына аҡһыл кепка кейгән берәу һикереп төштө. Н. Мусин. Аяҡта кирза итек, өҫтә бобрик пальто, төйөнө йоҙроҡтай галстук урынында ас эсәк кеуек төҫһөҙ бер сепрәк кенә ялпылдап тора.
3. Биишева.
КИРКА и. диал. ҡара. тәпке. Ҡирка менән картуф кумеу.
КИРКЫРАЙ и. диал. ҡар. сит-ят ер.
Киркырайға китеу.
КИРКӘ [рус. кирка] (Р: кирка; И.: pick; T: kazma) и.
Бер яғы осло, икенсеһе ялпаҡ булған оҙон башлы сүкеш рәүешендәге ҡорал (тау-таш эшендә ҡулланыла). □ Кирка. Киркә менән соҡоу. Киркә менән аҡтарыу. ■ Иртә менән көн яҡтырып етмәгәйне әле, барыбыҙға кәрәк, киркә, ломдар тоттороп, Кар-ғалы яғына алып киттеләр. А. Таһиров. Юл төҙөуселәр, ошонда ҡая ташҡа килеп төртөлгәс, бындағы ғәжәп ҡаты тоҡомдарҙы киркә йә сукеш менән генә ватып утеп булмағанға, тәрән уя аша ергә лыпын тейҙереп оҙон итеп таштан купер һалырға мәж-бур булғандар. Н. Мусин.
КИРЛЕ-МИРЛЕ (Р: противоречиво; И.: inconsistently; T: çelişkili) р.
Бер тегеләй, бер былай; ҡырҫ-мырҫ. □ Противоречиво, то так, то сяк. Кирле-мирле йөрөу. Кирле-мирле һөйләшеу. ■ [Фәхерниса:] Һин инде, атаһы, кирле-мирле һөйләнмә. Бер ҡул кутәргәнһең, шунда ныҡ торорға кәрәк. А. Таһиров. • Сирле, сирленең холҡо — кирле-мирле. Мәҡәл.
КИРЛӘҮ (кирлә-) ҡ. диал. ҡар. ярлыланыу.
КИРМӘ (Р: узор на краях пухового платка; И.: pattern on the cloth; T: şal deseni) и. диал.
Дебет шәл ситендәге биҙәк. □ Узор на краях пухового платка. Кирмә биҙәге.
КИРМӘН (Р: крепость; И.: stronghold, fortress; T: kirman) и. иҫк.
Бейек диуарҙар, тәрән урҙар менән уратылған хәрби нығытма; ҡәлғә. □ Крепость, укрепление. ■ Каланы уратмыш кир-мән нығытыла, таш биналар, мәсет-мәҙрә-сәләр һалына. Ә. Хәкимов.
КИРСӘЙ (Р: мухортый; И.: bay, with yellowish markings; T: doru) и.
Кир төҫтәге ат. □ Мухортый (о масти лошади). ■ Кирсәй генә атым, ай, дунәнем, дунәнемә курә йугәнем. Халыҡ йырынан.
КИРТАРТМА (Р: нагайка со спуском; И.: whip with a descent; T: kamçı) и.
һуҡҡанда һуҙылып, һуңынан , кире тартыла торған ҡамсы. □ Нагайка со спуском (плеть после удара убирается в кнутовище). ■ Ишектең бер яғында көмөш өҙәнгеле, аҡыҡ ҡашлы эйәр, көмөш ҡойошҡан, кумелдерек.
486