Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 487 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИРТЛӘС
Уның янында йыуан киртартмаһы — былар барыһы ла күҙҙең яуын алып торалар. Т. Хәйбуллин.
КИРТЕК (киртеге) (Р.: зарубка; И.: notch; T.: çentik) и.
Киртеп алынған урын. □ Зарубка, засечка. ■ Аркаш шундағы уҫаҡ олонона балта менән бер киртек яһап ҡуя — артабан ошондай тамғалы ҡапҡандар гел Шамилдыҡы буласаҡ. Д. Шәрәфетдинов.
КИРТЕК ИМЕ (Р.: заговор с засечкой; И.: kind of charm; T.: büyü türü) и. миф.
Сөйәл сыҡҡанда киртек менән имләү йолаһы. □ Заговор с засечкой (для снятия бородавки). М Сөйәл сыҡһа, һепертке һабына нисә сөйәл бар, шунса киртек киртеп, шуны өрлөккә ҡыҫтырып ҡуйһаң, сөйәл бөтә. Башҡорт мифологияһынан.
КИРТЕКЛЕ (Р: с засечкой; И.: with а notch; T.: çentikli) с.
Киртеге булған, киртелгән. □ С засечкой, с зарубкой, имеющий засечку или зарубку. Киртекле солоҡ. Киртекле ағас.
КИРТЕКЛӘҮ (киртеклә-) (Р: делать засечку; И.: notch; T.: çentiklemek) ҡ.
Киртектәр яһау, киртекле итеү. □ Делать зарубки, засечки. Ағасты киртекләү.
КИРТЕЛЕҮ (киртел-) ҡ. төш. ҡар. киртеү. страд, от. киртеү.
КИРТЕМ (Р: мера деления; И.: unit of measuring Bashkir sausage; T: kazı bölümü) и. этн.
Ҡаҙыны өлөшләп бүлеү берәмеге. □ Мера деления колбасы из цельной полосы конского сала.
КИРТЕҮ (кирт-) (Р: делать зарубку; И.: notch; T.: çentiklemek) ҡ.
Нәмәнең ситенән, ҡырынан мөйөшләп уйып алыу. □ Делать зарубку, засечку, зарубать, засекать. // Зарубка, засечка. Киртеп тамғалау. И Дөрөҫ әйткәндәр бит ололар, кирткән ағас кеүек, туралап: up ул, тиҙәр, итәк бөгөшө, бала, тиҙәр, йөрәк емеше. К. Кинйәбулатова, һыйға әҙерлек тамамланғас, Каһым ҡунаҡтар алдына бер нисә бысаҡ, ағас ҡалаҡ һалды, тоҙло һауыт ҡуйҙы, төрлө урынға биш-алты сеүәтә, алты
туҫтаҡ, сите киртеп һырыулы ике алдыр килтереп ҡуйҙы. Я. Хамматов.
КИРТЕП! (Р: бивень; И.: tusk; T.: fildişi) и.
Мамонт йәки фил теше. □ Бивень.
КИРТКЕС и. диал. ҡар. күтәрмә. Кирт-кес эшләү. Кирткестә тороу.
КИРТКӘС (Р: зазубрина; И.: notch, jag; T.: çentik) и.
Нимәнеңдер ситендәге киртек-киртек булып торған урын. □ Зазубрина. Шәл кирткәстәре. Кирткәс яһап тамғалау.
КИРТКӘС ҠАБЫРҒА (Р: узор по краям вязаного платка; И.: patterns on the edges of a knitted scarf; T: şal deseni) и. диал.
Дебет шәл ситендәге биҙәк. □ Узор по краям вязаного платка.
КИРТКӘСЛЕ (Р: с зазубриной; И.: with a jag; T.: çentikli) с.
Кирткәстәре булған. □ С зазубриной, имеющий зазубрины. Кирткәсле биҙәк. Кирткәсле шәл сите. Кирткәсле уҡа.
КИРТКӘСЛӘНЕҮ (кирткәслән-) (Р: зазубриваться; И.: become jagged (notched); T.: çentiklenmek) ҡ.
Кирткәслегә әйләнеү, кирткәсле булыу.
□ Зазубриваться, покрываться зазубринами. Балта кирткәсләнгән. Кирткәсләнгән салғы. Кирткәсләнеп бөтөү. ■ Алыҫтағы офоҡтоң кирткәсләнеп, ҡырҡылып күтәрелгәндәрен, ерҙең өҙөмтәһе өҙөп алынып, һауала тулҡынланып йөҙгәнен, ҡайһы ваҡытта ҙурайып, ҡайһы ваҡытта бөтөп, төрлө һүрәткә ингәнен күреп барҙыҡ. Ғ. Дәүләтшин.
КИРТКӘСЛӘҮ (кирткәслә-) (Р: зазубривать; И.: serrate; T.: çentiklemek) ҡ.
Кирткәсле итеү, кирткәс яһау. □ Зазубривать, делать зазубрины. Кирткәсләп тегеү. ■ Рәүҙәктең текә ярына кирткәсләп яһалған баҫҡыстан Ғәлиә менеп килә. И. Ғиззәтуллин. Бынау мейесе һуң әле — ҡайһылай шымалап, ян-яғы кирткәсләп эшләнгән дә ап-аҡ итеп буяп ҡуйылған. Н. Мусин.
КИРТЛӘС (Р: уступ; И.: ledge; T.: çıkıntı) и.
1. Баҫҡысланып торған урын; һикәлтә.
□ Уступ, выступ. // Уступчатый. Тау киртләсе. Мейес киртләсе. Киртләс яр. ■ Ташлы тауҙың киртләс ҡаяһында баҫып тора һомғол ҡоралай. Ҡ. Даян. Тауҙың башына менеп
487