Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 489 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

кис
Кейеҙ тирмәнең һөлдәһе (нәҙек кенә ағастарҙан сатрашлап эшләнгән). □ Кереге (решётчатый боковой каркас юрты). Кирәгә башы. Кирәгә бауы. Кирәгәләрҙе тарттырып бәйләу. ■ Кирәгәгә көмөшләнгән ике эйәр, йу-гән, дуйыр ҡамсы эленгән. И. Көҫәпҡол. Солтангәрәй ғәскәр башлыҡтары менән бергә тирмә кирәгәһе аҫтына инеп китте. Картотека фондынан. Келәмдәр, тирмә йорт кирәгәләре, кейеҙе иһә дөйәгә артмаҡлана. Ә.-З. Вәлиди. Тирмәһе иркен, ун ике кирәгәле. Н. Мусин. Урманлы яҡтарҙа ағастан тирмә кирәгәләре, һөңгө һаптары, эйәрҙәр, биҙәкле һауыт-һаба яһайҙар. Ә. Хәкимов.
КИРӘГӘ II (Р.: двулопастный наконечник; И.: two blade arrowhead; T.: başak) и.
Ике ҡырлы үткер башаҡ. □ Вид наконечника стрелы (двулопастный с острыми лезвиями). Кирәгә башаҡлы уҡ.
КИРӘГӘ III и. диал. ҡар. тирмә.
КИРӘЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кыпчак.
КИРӘК I (кирәге) и. диал. ҡар. ҡыр 2. Кирәктә бер әҙәм куренә. Кирәктә йәшәу. Кирәктә ҡалыу.
КИРӘК II (кирәге) и. диал. ҡар. сит кеше.
КИРӘК III (кирәге) (Р: дача; И.: dacha; T.: yazlık evi) и. һөйл.
Ҡала кешеһенең ҡала ситендәге йәйләү өйө. □ Дача. Кирәктә йәшәу.
КИРӘ ҠОРТ (Р: пчела, ищущая место для оседания роя; И.: bee; T.: arıtürü) и. диал.
Айырған күскә ҡуныр ер эҙләүсе ҡорт. □ Пчела, ищущая место для оседания роя.
КИРӘМ (Р: кирям; И.: kind of special rope used in Bashkir beekeeping; T.: uzun bağ) и.
1. этн. Ағас башына менеү өсөн ҡулланылған ус яҫыуындай оҙон бау. □ Кирям (плоская плетёная верёвка или ремень, при помощи которых бортники лазают на дерево ). Кайыш кирәм. Сус кирәм. Кирәм ташлап менеу. И Бикморат арҡатауының бер осон,
тәпәлдерек бауын билбауына ҡыҫтырҙы ла кирәмен яурыны аша алып, солоҡто уралтып бәйләне. Н. Мусин. Корттарҙың ҡыҙыу айыра башлаған сағында Баһау бай һыбай ҡанъяғаһына ҡайыш кирәмдәрен бәйләп, биләм ҡарай сығып китте. Ж. Кейекбаев. Дуҫын Бейеш тыңламаны. Кылдан ишеуле алты аршин самаһы оҙонлоҡтағы яҫы кирәмгә ҡайышты ҡушып бәйләгәс, ҡарағай олонон уратып, уның элмәкле осон биленә бәйләне лә ургә урмәләне. Я. Хамматов. Юлдаштары Әмин менән Сураш Алҡыш аҡһаҡалдың кәрәк-яраҡ солоҡ ҡорамалын биштәрләп алғайны: кирәмен, ләңгеһен, ҡыл эркэтәуен, бороҙ, бағау балтаһын, терпеһен — һәммәһен. Ғ. Хөсәйенов.
2. диал. ҡар. кирткәс.
КИРӘМ БАЛТА и. диал. ҡар. бағау.
КИРӘМӘТ [ғәр. caJjS] и. ҡар. кәрәмәт.
КИРӘМӘТ КҮРЕҮ (кирәмәт күр-) (Р: увидеть чудо; И.: see a miracle; T.: mucize görmek) ҡ.
Мөғжизә күреү. □ Увидеть чудо.
КИРӘҮКӘ (Р: кольчуга; И.: chain mail, chain armour; T.: yelme, zırh) и. тар.
Хәрби тимер кейем. □ Кольчуга. Кирәукә кейеу.
КИРӘҮ ҮЛӘН (Р: солончаковая густая трава; И.: saline dense grass; T.: ot) и. диал.
Асыҡ ерҙә тығыҙ үҫкән ҡаты үлән. □ Солончаковая густая трава.
КИС I [дөйөм төрки кэч\ (Р: вечер; И.: evening; T.: akşam) и.
1. Көн менән төн араһындағы бер мәл, ҡараңғы төшә башлаған ваҡыт. □ Вечер. Йәйге кис. Йылы кис. һыуыҡ кис. Кискә ҡарай. Кискә тиклем. Үткән кистә. Кис булды. Кискә ауышты. Кискә ҡалыу. Иртәнән кискә тиклем. Көндө кис итеу. Көндө кискә еткереу. ■ Кис булды, ләкин был кис тә Гәрәй байҙың көткәнен килтермәне, Солтановты тағы ултырышҡа саҡырҙылар. Б. Бикбай. Кискә табан, магазин ябылыр алдынан, ҡатынын эйәртеп берәу килде. С. Агиш. [Риф:] Һин, бәлки, миңә ышанмайһыңдыр? Ошо айлы кис алдында, йондоҙҙар алдында ант итәм. Н. Асанбаев. Их, ошо ялан беҙҙең ауыл янында булһа, кис һайын килеп, алтынбаштарҙың
489