кис
таждарын ябып йоҡоға китеуҙәрен, иртәнсәк уянып, ысыҡлы керпектәрен асыуын ку-ҙәтер инем. Д. Шәрәфетдинов. Ҡояш ту-бәнләй башлағас, Байгилде, ҡорт айырмаҫ инде хәҙер, кис булды, тип ҡайтып китте. Ж. Кейекбаев. • Иртә аяҙытһа — кис аяҙытмаҫ, кис аяҙытһа — һис аяҙытмаҫ. Мәкәл. Мыштыр кеше иртә лә мыштыр, кис тә мыштыр. Мәҡәл.
2. Ҡояш байып, көн тыуғансы үткән ваҡыт; төн. □ Ночь. Ике кис ҡуныу. Бер кис йоҡлау. ■ Шулай итеп, көндәр, кистәр утеп торһа, һәр ваҡытта мунсаһын да керетеп тора, ышанмаһаң, кургәндәрҙән барып һора, ялған һуҙгә минец телем бармаҫ инде! Әкиәттән. Тимошка умарталыҡта ике генә кис йоҡланы ла өсөнсө көнөнә китте. Ж. Кейекбаев. Тегеләрҙең закон уҙҙәре янында, бының ҡыҙыуын баҫып алдылар ҙа бер кис йоҡлатып ҡайтарҙылар, артынса эшенә хат ебәрҙеләр. Р. Солтангәрәев. Һабрау һуҙендә торҙо, юл айҡан туҡталып, Боғара ауылында ике кис ҡунып китте. Ә. Хәкимов. • Кис ҡурҡҡан көндөҙ сыра яндырыр. Мәҡәл. Көн курмәҫ көндөҙ йоҡлар, кис торор. Мәҡәл.
3. Күңел асыу сараһы; мәжлес. □ Вечеринка. ■ Ҡотлоярға куптән тугел генә дошман булып йөрөгән Үмәр ҙә бөгөн уны оҙатыу кисенә килмәй ҡалмаған, һ. Дәүләтшина. Бейеу, йырлау китте. Беҙ башлаған мәжлес дөйөм уйынға, куңел асыу кисенә әуерелде. Д. Юлтый. Әлеге шул. Бер болғаҡ булып сыҡтың бит. һөйләһәң көлкө! Газетала оборона министрының приказын кургән дә, әле хәбәр юҡ, ни юҡ, армияға китәм тип, оҙатыу кисәһен ойошторған. Р. Солтангәрәев.
4. миф. Яман көстәрҙең әүҙемләшкән мәле. □ Вечер (опасное время, время активизации нечистой силы).
КИС II [дөйөм төрки кэч\ (Р: вечером; И.: evening; T: akşamleyin) р.
Ҡояш байып, ҡараңғы төшкән ваҡытта, төн булыр алдынан. □ Вечером. Кис барыу. Кис уҡыу. ■ Ғәлиә Ямаева эштәре бик ашығыс булыуын әйтеп, уҙҙәренә иртәгә кис килергә саҡырып, Рауил Еникеевкә өй адресын бирҙе. Б. Бикбай. Кисә кис килеп төшкәндә уға ауыл матур ғына һымаҡ куренгәйне.
И. Насыри. Был аҙнала улар кис эшләйҙәр, төнгө сменаға киләләр. Ғ. Сәләм. • Иртә уңмаған төш уцмаҫ, төш унлаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ. Мәҡәл.
КИСАУ и. диал. ҡар. торон.
КИСЕ (Р: вечером; И.: in the evening; T.: gece);?.
Билдәле бер кистә (билдәлелекте белдергән һуҙ менән ҡулланыла). □ Вечером. Ул кисе беҙ эшләнек.
КИСЕГЕҮ I (кисек-) (Р: опаздывать; И.: be late; T.: gecikmek) ҡ.
Тейешле ваҡыттан һуңға ҡалыу; һуңлау.
□ Опаздывать, запаздывать. // Опаздывание, запаздывание. Йыйылышҡа кисегеу. Дәрескә кисегеп кереу. ■ Әллә кисегеп булһа ла бөтәһен дә бригадирға һөйләп бирергәме? Ғ. Лоҡманов.
КИСЕГЕҮ II (кисек-) (Р: вечереть; И.: fall (about night); T: akşam yaklaşmak) ҡ.
Ҡояш байырға яҡынлашыу; кискә һарҡыу. □ Вечереть, клониться к вечеру. И Көн кисегеп бара ине, бөгөн ҡырға сыҡмаҫҡа булдым. И. Ғиззәтуллин. Көн шаҡтай кисеккән булһа ла, ҡараңғы төшмәгәйне әле. Ф. Әсәнов. Бына көн кисекте, Сағылтау артынан ярҙай емерелеп аҡһыл ҡара болот ҡалҡып сыҡты. 3, Биишева.
КИСЕЙӘ [рус.] (Р: кисея; И.: muslin; T: muslin) и.
Йоҡа, үтә күренмәле кизе-мамыҡ туҡыма. □ Кисея. Кисейә кулдәк. Кисейәнән те-геу. Кисейә ҡорған.
КИСЕКМӘҪТӘН [боронғо төрки ке-чиксизин\ (Р: без отлагательств; И.: without delay; T: gecikmeden)/?.
Оҙаҡҡа һуҙмай, тотҡарлыҡһыҙ, тиҙ.
□ Без отлагательств, без задержки. Һис кисекмәҫтән хәл ителергә тейешле мәсьәләләр. ■ Бер көн беҙҙең разведка шундай хәбәр килтерҙе: фашист командованиеһы беҙҙең отрядты кисекмәҫтән юҡҡа сығарыу тураһында юғарынан приказ алған. Картотека фондынан. Был арала ҡаҙаҡ солтандарынан исеме иҫкә алынған Ғәлихан Букәйхановтан да һис кисекмәҫтән Һамарға килеуемде һораған саҡырыу алдым. Ә.-З. Вәлиди. Ә Аб-
490