Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 491 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИСЕРЕҮ
pap шәйехте һис кисекмәҫтән Сарайҙан сығарып ебәрергә кәрәк ине. Ә. Хәкимов.
КИСЕКТЕРГЕҺЕҘ (Р.: безотлагательный; И.: pressing, urgent; T.: acil) с.
Кисектерергә ярамаған; ашығыс. □ Безотлагательный, неотложный. Кисектергеһеҙ эш. Кисектергеһеҙ ярҙам. ■ Беренсе секретарь, һуҙҙе оҙаҡҡа һуҙмайынса, республика урман хужалығы алдында торған кисектергеһеҙ бурыстарға туҡталды. Н. Мусин. Кисектергеһеҙ йомош менән йөрөгән кешеләй, Нурислам ашыға, аҙымын тиҙләткәндән-тиҙләтә. Ә. Хәкимов.
КИСЕКТЕРЕЛЕҮ (кисектерел-) ҡ. төш. ҡар. кисектереү, страд, от. кисектереү. И Яңылыҡты индереуҙе хәҙерҙән хәл итмәһәң, ул тағы бер йылға кисектереләсәк, сөнки киләһе йылдың финанс планына эләкмәй. Н. Мусин. Лена Әкрәмде, һирәк киләһең, яратыуың да ысын тугелдер әле, тип шелтәләргә, ым-ишара, шаян һуҙ менән ҡауышыу сәғәтенең һаман кисектерелеуенә ризаһыҙлыҡ белдерергә керешә, упкәләй. Ә. Хәкимов.
КИСЕКТЕРЕҮ (кисектер-) (Р.: отсрочивать; И.: postpone; T.: ertelemek) ҡ.
Үҙ ваҡытынан һуңғараҡ күсереү. □ Отсрочивать, откладывать, отодвигать. // Отсрочка. Китеуҙе кисектереу. Сәфәрҙе ки-сектереу. Осрашыуҙы кисектереу. ■ Беҙҙең полкҡа барып куренмәҫкә теләуебеҙҙең, аҙ ғына булһа ла шуны кисектерергә тырышыуыбыҙҙың төп сәбәбе лә шул. Д. Юлтый. Николай Петрович баяғы хәйерһеҙ имтиханды кисектермәй барып тапшырҙы, әлбиттә, бик уңышлы тапшырҙы; шуның менән ғәйбәттең дә ике аяғын ҡыҫҡартты һымаҡ ине, урыҫтар уҙҙәре әйтмешләй. И. Солтанов. Әлфиә был йыйылышты махсус ошо көнгә кисектереп килде. Д. Бүләков. Тирәклегә юл төшкән һайын ни өсөн әле ул осрашыуҙы кисектереу хаҡына унда барыуҙан баш тартырға тейеш?Т. Ғарипова. • Әҙәплелек билгеһе — эйелеп сәләм биргәне, яҡын итеу билгеһе — кисектермәй килгәне. Мәҡәл.
КИҪЕКҺЕҘ [боронғо төрки кечигсиз] с. диал. ҡар. тыңлауһыҙ.
КИСЕН (Р: вечером; И.: in the evening; T.: akşamları) p.
Кис булғас, кис ваҡыты еткәс; кискеһен. □ Вечером, вечерней порой. Кисен ҡайтыу. Кисен килеу. Кисен эшләу. ■ Бер көн, кисен, миңә ейәнсәрем — Гөлзәйнәбем гәзит уҡыны. Ғ. Әмири. [Сәйҙел] иртән эшкә китә, кисен Зәйнәпте һағынып, квартирына ҡайта ашығып. Ғ. Сәләм. Атайым кисен утта янмай торған тимер һандығын асып курһәтте. Й. Солтанов. Кисен ҡайтыр алдынан аҡсаһын иҫәпләп ҡараһа, айлыҡ планды утәй яҙған. Н. Мусин. Кисен ике ҡатлы ҙур мәктәптә кисә булып, Солтан уҙенә килгән ҡунаҡтарҙы унда алып барҙы. Ғ. Хәйри. • Куршеңдең кем икәнен белгең килһә, кисен һөт һора. Мәҡәл.
КИСЕНЕҮ (кисен-) ҡ. диал. ҡар. кисереү 1,1.
КИСЕРЕКТӘЙ с. диал. ҡар. һимеҙ.
КИСЕРЕЛЕҮ I (кисерел-) ҡ. төш. ҡар. кисереү I, 1—4. страд, от кисереү I, 1—4. Һуғыш йылында кисерелгән ауырлыҡтар. Ҙур уҙгәреш кисерелде. ■ Дөрөҫөрәге, ярты быуат эсендә уларҙың уйланаһы уйланып, кисереләһе кисерелеп бөткән тиерлек. М. Кәрим.
КИСЕРЕЛЕҮ II (кисерел-) ҡ. төш. ҡар. кисереү 2. страд, от кисереү 2. ■ Һис ҡасан кисерелмәгән, уҙе татлы ла, әсенешле лә тойғо ине был... Й. Солтанов. Өйгә ҡайтып, сәй эсергә һике өҫтөнә ултырғас, уҙемде кисерелмәҫлек өлкән енәйәт эшләгән кеше һымаҡ һиҙәм. Ғ. Хәйри. Шул бейеклектән генә алдыңда киң донъя ятыуын, кисерелмәгән шатлыҡтар, яртылаш сере асылмаған киләсәгең барлығын тоя һәм аңлай алаһың. А. Абдуллин.
КИСЕРЕҮ I (кисер-) [боронғо төрки кечур-} (Р: переносить; И.: go (through); T.: geçirmek) ҡ.
1. Дауам иттереп үткәреү. □ Переносить, переживать. Ғумер кисереу. И Инйәр генә һыуының яры бейек, йылҡыларҙы бергә эсерәйек. Аттар ғына сабыр, һыуҙар ағыр, был ғумерҙе бергә кисерәйек. Халыҡ йырынан. [Нурия] купме йоҡоһоҙ төндәр, тынғыһыҙ көндәр кисерҙе ошо ваҡыт эсендә. Картотека фондынан. Һалдат дуҫтар! Нин
491