КИСЕРЕҮ
дәй юлдар уттек, ниндәй михнәт йылдар кисерҙек. Ғ. Әмири. [Карсыҡ — Шаһиҙәгә:] Тик, балакайым, минең уҙемдең дә ашарыма юҡ. Үҙем арлы-бирле шулай көн кисереп торған булам, — тине. Ғ. Хәйри. [Фәйзи:] Сәлим, һөйгәнең менән ҡауышыу, һөйгән кешең менән ғумер кисереу — бик ҙур бәхеттер ул. Н. Асанбаев. Бигерәк ярата ине шул Зө-ләйханы. Инде рәхәтләнеп ғумер кисерәбеҙ икән тип торғанда... Н. Мусин. Үҙ илдәрендә көнкурештәрен рәтләй алмайынса, барлы-юҡлы йорт-еренән ҡолаҡ ҡағып, бында, киң ерле урынға, «бәхет» эҙләп килгән ярлылар бәләкәс кенә, балсыҡ өй йунәтеп, ҡайһылары татар, рус байҙарының малын ҡарап, кө-төу көтөп, ҡайһылары станцияла йөксө, тимер юлы төҙәтеусе булып көн кисерәләр. А. Таһиров.
2. Уй-фекер аша үткәреү. □ Испытывать, пережить (в мыслях). Уйҙан кисереу. Эстән кисереу. ■ Наилә ниҙер уйлай, ниҙер кисерә ине: — Бәхетем юҡ минең, бәхетһеҙ мин! С. Поварисов. Беҙ һәр бер һыҙғырған пуляны, һәр бер өҫтән уткән снарядты бөтә ҡурҡынысы менән эстән кисерәбеҙ. Д. Юлтый. Уға быларҙың тормошо шулай донъя шау-шыуҙарын, аң-белем сатҡыларын куңелдән кисермәй тын ғына, ярлы ғына, ябай ғына ағыла төҫлө ине. Й. Солтанов. Менәуәрәнең шул тиклем аҡыллы булыуына иҫем китә, — тине Ғиззәт, шулай уҡ куңеленән ниҙер кисереп. Н. Мусин.
3. Үҙ башыңда татыу, күреү, түҙеп үткәреү (тормош хәлдәренә ҡарата). □ Переносить, испытывать (чувства). Ауырлыҡтарҙы бирешмәйенсә кисереу. Шатлыҡ кисереу. Бәхет кисереу. Я Әллә нисек кинәт был куреуҙә, куҙ ҡараштарыңдан иҫерҙем; йылмайыуҙарың-ды кургән саҡта, тәрән һәм киң бәхет кисерҙем. М. Хәй. Йәш уҡытыусы Сәғиҙәгә лә ошондай һынауҙарҙы утергә, уйланыуҙар, борсолоуҙар кисерергә, тормошонда, эшендә төрлө ҡаршылыҡтарға, ауырлыҡтарға осрарға, тормош алдында имтихан тоторға тура килде. М. Тажи. Һөйләп тә, яҙып та аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек кисерә инем мин был саҡта. Н. Мусин. Тимерәу кисергәндәрҙең тағы ла бер етди дошманы — һыуыҡ тей-
ҙереу. В. Ғүмәров. Тимәк, приказды ҡабул итте, тип уйлап алды Ҡазнабаев, шатлыҡ кисереп. Д. Бүләков.
4. Ниндәйҙер бер киҫкен хәлдә булыу, ошо хәлде үтеү. □ Испытывать, пережить (событие). Кризис осорон кисереу. Көрәш осорон кисереу. Ш Хәҙер беҙ металлургия әлкәһендә бик ҙур кризис кисерәбеҙ. Д. Юлтый. 1925 йылда Берлинда ни бары биш ай булдым, әммә бик һөҙөмтәле бер дәуер кисерҙем. Ә.-З. Вәлиди.
КИСЕРЕҮ II (кисер-) (Р.: прощать; И.: forgive; T: affetmek) ҡ.
Ғәйепләмәү, язаһыҙ ҡалдырыу, ғәфү итеү. □ Извинить; прощать, миловать. // Прощение, извинение, помилование. Ғәйебен кисереу. И Ярай, еңгә, уның ни ғәйебе бар, — тине Тимер, — уҙ кешеләр бит, бер юлға кисерербеҙ. Б. Бикбай. Ә һин һаман минең янда ҡалдың, гөнаһтарым булды — кисерҙең. Берәу булһа, ағыу бирер ине, һин бит миңә дарыу эсерҙең. Ә. Атнабаев. Кисер мине, яуҙаш дуҫым... Минең арҡала харап булдың!.. — Алдарҙың тауышы кукрэк шаршауын йыртырҙай булып һығылып сыҡты. Н. Мусин. «Эй, бәпескәйем, бәхетһеҙ ҡолонсағым!» — тип Маһинур иҫ белмәй йоҡлаған улын маңлайынан супылдатып упте, башынан һыйпаны. — «Кисер мине, балам. Туҙер тәҡәттәрем ҡалманы...» Ә. Хәкимов. Яңы бригадирҙың эшкә башлап ҡына тотоноуы булғанлыҡтан, был йунһеҙ куренештәрҙе кисерергә була ине әле. Б. Бикбай.
♦ Кисерегеҙ! мәшәҡәт йәки уңайһыҙлыҡ тыуҙырған өсөн ғәфү үтенеп әйтелә. □ Извините!
КИСЕРЕҮ III (кисер-) ҡ. йөкм. ҡар. кисеү I, 2. понуд. от кисеү I, 2. • Димсе диңгеҙ кисерер. Әйтем.
КИСЕРЕШ [боронғо төрки кечриш] (Р.: переживание; И.: experience; feeling; T: heyecan) и.
Ниҙеңдер тәьҫиренән килгән көслө уй-тойғо. □ Переживание. Шатлыҡлы кисереш. Көсөргәнешле кисереш. Я Әхмәҙулла бабай көсөргәнешле кисерештән манрайына сыҡҡан тир бөрсөктәрен усы менән һепереп төшөрҙө лә ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы. Ә. Ва-
492