Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 493 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИСЕҮ
хитов. Заһит өйрөлтмәкте куҙҙәре талғансы куҙәтеп төрҙө. Ә мейеһе, шул өйрөлтмәктәй, бер туҡтауһыҙ уҙ кисерештәрен ҡайнатты. Яр. Вәлиев.
КИСЕТ [рус.] и. ҡар. янсыҡ 2. ■ Ҡыҙҙар егеттәргә сигелгән кисет йәки ҡулъяулыҡ буләк итә, уларҙы көтөргә вәғәҙә бирә. Т. Ғиниәтуллин. Беҙ икегеҙгә бик матур итеп, бөтә оҫталығыбыҙҙы һалып, тәмәке өсөн кисет әҙерләнек, иң матур сигештәр менән нағышлап, ҡулъяулыҡтар эшләнек. Д. Юлтый.
КИСЕҮ I (кис-) [боронғо төрки кеч- ке-чиг; кечуг\ (Р.: переходить вброд; И.: ford; T.: sığ yerden yürüyerek geçmek) ҡ.
1. Һыуға төшөп, алға хәрәкәт итеү; һыуға төшөп атлау. □ Переходить вброд. // Брод. Йылғаны кисеп сығыу. Һыуҙы кисеу. ■ Ҡола ат уҙе теләгән бер урында туҡтап ашап ала, теләгән бер урында йылғаны кисеп, һыу эсә. С. Кулибай. Яйыҡты аша кисеп, Әбйәлил юлына төшкәндә, ысынлап та, юлаусылар кубәйеп китте. Ғ. Ғүмәр. Тупа-лац-даръя йылғаһын кисеп сыҡҡан ерҙә, урмандан сығып, миңә бер ҡабан һөжум итте. Ә.-З. Вәлиди. Фәузиәнең бөтә өмөтө бит уҙҙәре кисеп сыҡҡанда балаһы тороп ҡалған йылғала ҡалды. Т. Ғарипова.
2. Ниҙер эсенән йырып хәрәкәт итеү, йырып атлау. □ Проходить, утопая в чём-л. Көрт кисеп барыу. Ысыҡ кисеу. Батҡаҡ кисеп килеу. ■ Ураҡ ваҡытында игенде кисеп йөрөнө халыҡ — уҙҙәренең ашағаны быҡтырылған улән, һыйыры барҙыҡы — ҡатыҡ булды. Т. Ғарипова. Мин уҙемде ер уйылып, шунда төшөп киткәндәй һиҙҙем, шунан аҡ болоттар араһында йөҙөп йөрөнөм, унан йондоҙҙарға кутәрелдем, ергә төшөп, сәскәле болондарҙа ысыҡ кисеп йөрөнөм, кубәләктәй, гөлдәргә ҡундым да тағы юғарыға талпындым. Н. Мусин. Бына бөгөн дә лаштыр-лоштор ҡар кисеп ҡайтам әле. Й. Солтанов.
3. Атлап йәки берәй нәмә ярҙамында һыуҙы аша сығыу. □ Проходить через что’, пересекать что. // Прохождение (водное пространство). И Ул һөйгәне артынан бер тугел, ете диңгеҙ кисергә, ете ҡат ер аҫтына төшөргә, кәрәк икән, хатта уның менән бер
гә, уның өсөн ете ҡат улергә лә әҙер. 3. Биишева. Ғәскәрҙең .. Үтәк кисеуенә ҡарай табан ялтыратҡаны бер кем өсөн дә сер тугел ине инде. Унда паром менән Иҙел кисерҙәр ҙә тауҙар ышығындағы юлдарҙан Өфөгә ҡарай сигенерҙәр. Ф. Иҫәнғолов. © Ирле кеше иҙел кискән, ирһеҙ кеше утҡа төшкән. Мәҡәл. Иҙел кисер булһаң, ике көнлөк аҙыҡ ал. Мәҡәл. Иҙел кисмәйенсә аяғыңды киптермә. Мәҡәл. Һыуҙы кисә-кисә белерһең, кешене тора-тора белерһең. Мәҡәл.
4. Урын аралығын үтеү; аша гиҙеп үтеү. □ Пересекать (местность) // Прохождение. Дала кисеу. Тауҙар кисеу. ■ Һибелә ул, ямғыр булып, сулдәр кискәндә ирҙәр, еләҫ елдәр булып иҫә, тамғанда биттән тирҙәр. М. Басыров. Уҙаман ир Салауат тауҙар кискән, һыу кискән; яу ҡырында көрәштә полковник булып уҫкән. Ҡ. Даян. Аҡбуҙ аттар менеп, арҡаларҙа сәхрә гиҙҙем, йәмдәр тапманым. Куп илдәрҙә йөрөнөм, йыһан кистем, уҙ илемдәй илдәр тапманым. Халыҡ йырынан.
5. кусм. Дауам итеп үтеү (ваҡытҡа ҡарата). □ Проходить (о времени). // Прохождение. ■ Бер йыл кисеп китә, тағы һуғыш башлана. Әкиәттән.
6. кусм. Кәүҙәләнеп, бер-бер артлы баштан үтеү (уй-фекер тураһында). □ Проходить, пробегать (о мыслях). Куңелдән кисеу. И Боронғо ваҡыттар артынан береһе бөгөнгө кеуек куңелемдән кисеп, куҙ алдыма килә ине. М. Ғафури.
7. кусм. Үҙ башыңда татып үткәреү, күреү. □ Пережить. Оҙайлы ғумер кисеу. Ҡайғыларҙы бергә кисеу. ■ Шулай уҫтем, шулай ғумер кистем, шаян ҡылдар сиртеп уҫмәнем. Д. Юлтый. • Ағын һыуҙы ат кисер, ауыр көндө ир кисер. Мәҡәл.
8. Кире уйлау. □ Передумать. ■ Мәстурә өҫтөн алмаштырырға ниәтләп бөткәс, был уйынан кисеп, тәкәббер төҫтә кулдәкте һандыҡҡа кире һалды. Ә. Хәкимов.
КИСЕҮ II (Р.: брод; И.: ford; T.: sığ yer) и.
1. Йылғаның йәйәү йәки машина менән сығып йөрөй торған һай урыны. □ Брод, переправа. ■ Рөхсәт, — тине ҡарттар. — Тик аслан Убыр куленә яҡын бармағыҙ. Ана Ба
493