КИСКЕ
сир кисеуенә барып ҡойоноғоҙ. Д. Бураҡаев. Һаҡмар кисеуен уҙып, яр буйлап китә ятһа, ҡолағына йыр тауышы ҡағылды. Ә. Хәкимов. Ана ла һуц кук тирәк ҡарайып куренә, унан куп тә бармайһың — Торна кисеуе, унан, Тәңребирҙе йылғаһының аръяғында, уларҙың сабынлығы. Т. Ғарипова. Атайымдың һөй-ләуенә ҡарағанда, ҡуйы әрәмә ҡаплаған был ышыҡ кисеу аша ҡасандыр шул Зәйнетдин исемле ҡараҡ ҡына сығып йөрөгәнгә, уға шундай исем биргәндәр. Н. Мусин. • Кисеу курмәй аяҡ сисмә. Мәҡәл. Кисеуен белмәһәң, һыуға төшмә. Мәҡәл. Кисеу бирмәҫ йылға юҡ, батыр еңмәҫ дошман юҡ. Мәҡәл.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, теге һәм был донъяны бәйләп тороусы хәүефле урын. □ Брод (опасное, пограничное между тем и этим светом место).
КИСКЕ (Р.: вечерний; И.: evening; T: akşam) с.
Кис була торған, кисен үткәрелгән, кискә мөнәсәбәтле. □ Вечерний. Киске ямғыр. Киске буран. Киске тамаҡ. Киске сәй. Киске уҡыу. Киске уйын. И Уның хәтеренә киске ваҡ, ләкин куңелһеҙ бер ваҡиға төштө. Һ. Дәүләтшина. Киске һауа тын. Уртаса аҙымдар менән бер юлдан барабыҙ. Д. Юлтый. Киске елдәр иркәләуендә шаулаған япраҡтар ҙа тынды. Ғ. Хәйри. Тирмә эсендәге тынсыулыҡтан һуң киске һалҡынса һауа битенә бәрелеугә уйҙары асыҡланғандай булды. Ә. Хәкимов. • Иртәнге ашты ташлама, кискеһен башлама. Мәҡәл. Киске шаңдаҡ ҡыҙарһа, киленем ул тапҡандай, иртәнге шаңдаҡ ҡыҙарһа, илем яуға сапҡандай. Мәҡәл. Киске эш таңға көлкө. Мәҡәл.
КИСКЕ АКШАМ (Р.: сумерки; И.: twilight; T.: alacakaranlık) и. диал.
1. Эңер ваҡыты. □ Сумерки. Киске аҡшамға тиклем ҡайтып етеу.
2. миф. Ауырыу, яман заттар күтәрелгән ваҡыт. □ Сумерки (опасное время).
КИСКЕ АШ (Р: ужин; И.: (late) dinner; supper; T.: akşam yemeği) u.
Йоҡо алдынан туҡлана торған иң һуңғы аш. □ Ужин. ■ Киске аштан һуң, ҡараңғы төшөу менән, ҡыуыш алдына ут яҡтылар. М. Тажи. Киске аштан һуң әсәһе ҡайҙалыр
йыйына башланы. Үҙенең йөҙө борсоулы. Н. Ғәйетбаев. [Һауынсылар] ҡаҙан аҫтарына ут яғып, аҡланды әскелтем төтөн еҫенә тултырып киске аш хәстәрләй башлайҙар. Т. Ғарипова.
КИСКЕЛЕК I (Р: вечерний; И.: evening; T: akşam, gece) с.
Кискә тәғәйенле, кис үтәлергә тейешле. □ Вечерний. Кискелек аш. Кискелек намаҙ.
КИСКЕЛЕК II (кискелеге) (Р: вечерняя пора; И.: evening; T: akşam) и.
1. Киске ваҡыт, кислек. □ Вечерняя пора, вечер. ■ Бына әле Кәбир кискелеккә малдарҙы ҡарарға сығып китте, ә Зифа уның хатын уҡый. Н. Мусин. Сәрбиямал Йәнеште туҡмап, ҡарғап та тымыҙа алмағас, кискелеккә һауыр өсөн һыйырҙы алып инергә уҙе сығып китте. 3. Биишева. Кискелеккә дарыу эсер ваҡыт еткәс, баҡсала елләнгән ике ҡартлас һертелдәп ҡайтып инде. Й. Солтанов.
2. һөйл. Киске аш. □ Ужин. ■ Кискелекте ашағас, ике туған тағы ла оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Д. Исламов. Кай-тып, кискелеккә ыумас эсеп, дәрестәрҙе әҙерләгәнсе, ҡараңғы ла төшөп китте. Й. Солтанов. Кәртә эсендәге ҡаҙан аҫтына ут яғып, ҡатын-ҡыҙ, сыр-сыу ҡысҡырышып, эркет ҡайната, кискелеккә аш бешерә, самауырҙарҙан сәй эсергә әҙерләнә. Я. Хамматов.
КИСКЕ МӘКТӘП (мәктәбе) (Р: вечерняя школа; И.: continuation school; T.: akşam okulu) и.
Эштән һуң, киске ваҡытта барып уҡыу өсөн ойошторолған мәктәп. □ Вечерняя школа. Киске мәктәптә уҡыу. Киске мәктәпкә барыу.
КИСКЕ СУЛПАН и. диал. ҡар. Зөһрә йондоҙо.
КИСКЕТАҢНЫК (кискетаңнығы) и. диал. ҡар. шәфәҡ.
КИСКЕҺЕН (Р: вечером; И.: in the evening; T: akşamleyin) p.
Кис менән, кис булғас; кисен. □ Вечером. Кискеһен һалҡынайтып ебәрҙе. И Кискеһен кеше уҙ ғумеренең бер көнөнә йомғаҡ яһай. Ш. Янбаев. Үткер бәйет бер көн эсендә бригадаларға, фермаларға таралып өлгөрҙө.
494