Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 495 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИСЛОРОД ЕТЕШМӘҮ
Кискеһен уны йәштәр, гармунға ҡушылып, урамда йырлап уттеләр. Й. Солтанов. Кискеһен шофёрҙарҙы йөрөтөу се автобус һуң-лабыраҡ китә. Р. Солтангәрәев.
КИСКӘ I (Р: вечером; И.: night; T.: akşamleyin) р.
Кис булыуға, ҡараңғы төшөүгә; кисен.
□ Вечером. ■ Кып-ҡыҙыл ут шары кеуек ҡалҡҡан ҡояш, .. кискә йәнә ҡыҙыл шарға әйләнеп, әллә ҡайҙа төшөп китә. 3. Ураҡсин. Көн уҙәгендә ярайһы уҡ ҡыҙҙырһа ла, кискә табан һалҡынайта, килеп-килеп ямғыр яуып ебәрә. Ә. Хәкимов. Былай ҙа еуеш һалҡын һауа кискә табан .. сирҡандырғыс булып елкәгә баҫа. 3. Биишева.
КИСКӘ II и. диал. ҡар. түмәр.
КИСКӘ ҠАЛЫУ (кискә ҡал-) (Р: запоздать; И.: be late; T.: geç kalmak) ҡ.
һуңлау, һуңлап килеү. □ Запоздать, опоздать. ■ Ғәлимәкәй, — тине, уҙе уның елкәһенә ҡулын ҡуйҙы,— һин хәҙер ҡайтһаң да ярар, ҡараңғы төшөп килә. Кискә ҡалһаң, ҡайтыу ҡыйын булыр. А. Таһиров.
КИСКӘРЕ/?. диал. ҡар. кискеһен. Кискә -ре килерһең. Кискәре барыу.
КИСКӘ ҺАРҠЫУ (кискә һарҡ-) ҡ. ҡар. кисәүләү I.
КИСҠОРОН (Р: под вечер; И.: towards evening; T: akşamleyin)/?.
Кискә табан, кис яҡынлашып килгәс.
□ Под вечер, ближе к вечеру. ■ Берҙән-бер мәлде, көҙ көнө, кисҡорон, батшаның уландары ҡарындаштары менән баҡсала йөрөргә булған. Әкиәттән. Кисҡорон, Таштуғайҙағы туғандарына инеп хәл белешкәс, тимерлектә тимер сынрауын ишетеп, Килдебәк аулаҡта Кәримбайҙың ҡылын тартып ҡарамаҡ булды. А. Абдуллин. Кисҡорон ку-ңелле генә эселеп ултырылған сәй янында башланған был һуҙҙәр Вәхиттең бығаса уҙе өсөн борсолоп йөрөгән ата-әсәһенә уҙенең эс серен башлап асып биреуенә сәбәп булып төштө. М. Ғафури. Барыбер хәҙер яуап юҡ, һөйләшербеҙ кисҡорон. Ш. Бабич.
КИСЛАХРУМ (Р: драгоценный камень; И.: gemstone; T: mücevher) и. диал.
Ҡиммәтле таш. □ Драгоценный камень. Кислахрум ҡашлы йөҙөк.
КИСЛЕК (кислеге) (Р: вечер; И.: evening; T: akşam) и.
Киске ваҡыт, кискелек. □ Вечер, вечерняя пора. Көн кислеккә ауышты. ■ Боландар иректә йөрөп өйрәнгән, бабай. Кислектә, көслө бурандарҙа, яуындарҙа ятып торорлоҡ ышыҡ булдымы, шул етә, — тине Фәриҙә. Н. Мусин. Кайтып кислеккә мал тәрбиәләу, ҡурала ваҡ-төйәк эштәр менән булғансы, ҡояш та Бире урманы өҫтөнә төртөлдө. Ғ. Хөсәйенов. • Төшлөк ғумерең булһа, кислек ашарға әҙерлә. Мәҡәл.
КИСЛЕКЛЕ (Р: бессонный; И.: sleepless; T: uykusuz) с.
Кисен оҙаҡ йоҡламай ултырыусан. □ Бессонный. Кислекле әҙәм. Кислекле бала.
КИСЛЕКҺЕҘ (Р: рано засыпающий; И.: wont to go to sleep early; T: erken uyuyan) с.
Кисен түҙә алмай, тиҙ генә йоҡларға ятыусан. □ Рано засыпающий, рано ложащийся. Кислекһеҙ ҡатын.
КИСЛОРОД [рус.] (Р: кислород; И.: oxygen; T: oksijen) и. хим.
Химик элемент, тын алыу һәм яныу өсөн кәрәк булған, водород менән ҡушылғанда һыу хасил иткән, һауа составындағы еҫһеҙ, төҫһөҙ газ. □ Кислород. Атомар кислород. Шыйыҡ кислород. Кислород етешмәй интегеу. ■ Йыр кислород булып ҡанға керә, ул ҡан булып тәнгә тарала; ҡулың менән һыпырып алған һымаҡ, арыу-талыу шул саҡ юғала. М. Хәй.
КИСЛОРОД АППАРАТЫ (Р: кисло родный аппарат; И.: oxygen breathing apparatus; T: solunum cihazı) и. махс.
Ауырыу үҙе тын ала алмағанда үпкәһенә кислород бирә торған аппарат. □ Кислородный аппарат. ■ Шәфҡәт туташтарының ҡайһы берҙәре кислород аппараты менән булашалар, береһе Йыһанша ағайға укол ҡаҙап тора. Р. Ғабдрахманов.
КИСЛОРОД ЕТЕШМӘҮ (кислород етешмә-) (Р: испытывать недостаток кислорода; И.: feel lack of oxygen; T: oksijen yetersizliği) к. мед.
Тән туҡымаларында кислородтың аҙа-йыуы. □ Испытывать недостаток кислорода. // Кислородное голодание. Кислород
495