Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 496 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИСЛОРОДЛЫ
етешмәй башлау. ■ Яңы тыуған сабыйға кислород етешмәй икән, уныц тән ағзалары тейешле кимәлдә формалаша алмай. «Йәшлек», 31 ғинуар 2012.
КИСЛОРОДЛЫ (Р.: кислородный; И.: oxygen; T.: oksijenli) с.
Кислороды булған, ҡушылмаһына кислород ингән. □ Кислородный. Кислородлы органик ҡушылмалар. Кислородлы берләшмәләр.
КИСЛОРОДЛЫ МЕНДӘР (Р.: кислородная подушка; И.: oxygen bag; T.: oksijen torbası) и. мед.
Һауа етмәгәндә кислород һулатыу өсөн ҡулланылған медицина приборы. □ Кислородная подушка. Кислородлы мендәр ҡуйыу.
КИСЛОТА [рус.] (Р: кислота; И.: acid; Т.: asit) и. хим.
Тоҙҙар барлыҡҡа килгәндә металл менән алмашыныуға һәләтле водороды булған әскелт шыйыҡ химик берләшмә. □ Кислота. Тоҙло кислота. Аскорбин кислотаһы. Аккумуляторҙың кислотаһын алыштырыу. Кислотаға бирешмәүсән.
КИСЛОТАЛЫ (Р: кислотный; И.: acid; T: asitli) с.
Кислотаһы булған; кислота ҡушып эшләнгән. □ Кислотный, с кислотой. Кислоталы буяғыстар. Кислоталы берләшмәләр. Кислоталы стакан. ■ Кассир өндәшмәне... [Алтынды] кислоталы һауытҡа төшөрҙө. Я. Хамматов.
КИСЛӘТЕҮ (кисләт-) (Р: вечереть; И.: fall (about night); T.: kararmak) к.
1. Кис етеү, кискә еткереү. □ Вечереть, приближаться к вечеру. Көн кисләтә. ■ Көн кисләтеп килеүгә ҡарамаҫтан, урамда ла шаҡтай томра ине. Ә. Вәли. [Емеш] был яҙғы оҙон көндө кисләтә алмай йөҙәне.
3. Биишева.
2. Кискә ҡалыу. □ Задерживаться допоздна, до вечера. ■ Харрастыц йөрәге түҙмәне, кисләтеп булһа ла, ҡалаға барып ҡайтырға булды. Ғ. Аллаяров. Колморҙа старшина ошо ваҡиғалар һуңынан кисләтеп булһа ла, янында Әлекәй ҙә булғас, бер нигә ҡарамай Уралға йәйләүенә ҡайтты. Т. Хәйбуллин.
Ысынлап та, Талха кисләтеп кенә, арба билен эйелтеп, Ғөмәр ауылы тирмәненән ҡайтып килә ине. Ж. Кейекбаев. Ә бына кисә, бөтөнләй көтмәгәндә, теүәл өс көн һуңлап, Мәрйәм кисләтеп кенә инеп сыҡты. Д. Бүләков. Фәрештәләр һинән китмәйме тип, йәнем ҡайтыр, бәлки, кисләтеп. X. Назар.
КИСЛӘТӘ (Р: вечером; И.: in the evening; T.: akşamları) p.
Кис булғас, кис менән. □ Вечером. ■ Эштән кисләтә ҡайтып, аулаҡ бүлмәһенә бикләнеп ултырғас, ишек шаҡылдаттылар. Й. Солтанов. Көс, һәләт һынаш ярыштары, уйындары бөткәс, кисләтә һабантуйҙағылар тәбиғәт ҡосағында аш-һыу мәжлестәренә таралышты, һәр кемдең үҙ ҡоро, үҙ зауығы. Ғ. Хөсәйенов.
КИСЛӘҮ (кислә-) (Р: вечереть; И.: fall (about night); T: kararmak) ҡ.
1. Кис яҡынлашыу, кискә һарҡыу. □ Вечереть. Көн кисләне. И Бара-бара бер урманға етәләр. Ул арала көн кисләй башлай. Әкиәттән. [Ғариф ҡарт:] Көн кисләй, һуңға ҡалам, — тип ҡараны, ләкин уңған хужа ҡатын уны, ай-вайына ҡуймай, ашарға ултыртты. Б. Бикбай. Был мәл көн кисләй башлағайны. Н. Ғәйетбаев. Мәмерйәлә Хә-миттең дә булғаны юҡ. Күргеһе килә. Ә икегә бүленһәң, көн кисләйәсәк. Д. Бүләков. Көн кисләй. Тағы бер ун-ун биш саҡрым барабыҙ ҙа берәй ауылға инеп ҡунырбыҙ. 3. Биишева.
2. Кискә, һуңға ҡалыу. □ Задерживаться до вечера. Кисләп китеү. Кисләп ҡайтыу.
КИСМӘЛЕК (кисмәлеге) и. диал. ҡар. кисеү II, 1. Кисмәлек эҙләү. Кисмәлек аша үтеү. Шул ерҙә кисмәлек була торғайны.
КИСТЕ (Р: вечером; И.: in the evening; T.: akşamleyin) p.
Билдәле бер кистә; кисен. □ Вечером (в сочетании с определительными местоимениями). Был кисте. Теге кисте. ■ Кыҙҙар ул кисте теген менән булаша алманылар. Һ. Дәүләтшина. Ул кисте Мостафаның йортонда христиан диненә күскән төркмән офицеры Хан-Йомудскийҙың улы Николай Николаевич Хан-Йомудский тигән офицер менән кис буйы һөйләштек. Ә.-З. Вәлиди. Мунса
496