кисә
инеп сығып, тирләп-бешеп сәй һемерә ине ул кисте Суминов. Ә. Хәкимов.
КИСТЕРЕҮ (кистер-) [боронғо төрки кечит-, кечурт] ҡ. йөкм. ҡар. кисеү I, 1. понуд. от кисеү I, 1. Йылғаны кистереп сығыу. И Юл ҡайһы саҡта ҡайҡайып торған бейек ҡая аҫтынан, йылға эсенән китә, байтаҡ ер һыу кистереп бараһың; ҡая өҫкә ҡолай яҙып тора. Ж. Кейекбаев. Артыҡ ҙур булмаған йылғаны кистереп сыҡҡас, ул [Сергей] уңға ҡайырылды. А. Абдуллин. Фёдор Пъянков трактор йөрөтә белә, монтажсыларҙың трубоукладчигын алдылар ҙа һыу кистереп киттеләр. Р. Солтангәрәев. ® Димсе диңгеҙ кистерер, илтеп ярҙан осорор. Мәҡәл.
КИСТОЧКА [рус.] и. ҡар. бумала. Кисточка менән буяу. И Шәһурә, Мөбәрәккә ҡушып, ат ҡылынан төрлө ҙурлыҡтағы кисточкалар яһатып алды ла кереште яңы эшкә. Н. Мусин. [Аталары] Иллионораға шалтыратҡыс, Нинилгә ҡарағусҡыл сепрәктән яһалған айыу, Маратҡа буяу менән кисточка, Ҡәләмфергә һүрәт яһарға ҡағыҙ алды ла ҡайтырға ашығып сығып китте. Ғ. Дәүләтшин.
КИСТӘН I (Р.: с вечера; И.: from evening on; T.: akşamdan) р.
1. Кис менән, кисен. □ С вечера, вечером. И Ул кистән, Бибинурҙы күрергә теләп, Ғамирҙарға кергәйне, ләкин уның һенлеһе ауыл советынан ҡайтмаған икән. Б. Бикбай. Салауаттарҙың ҡалай түбәле өй алдына кистән бер зәңгәр машина килеп туҡтаны. Й. Солтанов. Ғәбдеян кистән баш күтәрмәй отчёт төҙөп ултырҙы. Н. Мусин.
2. Уҙған кис, кисә кис. □ Прошлым вечером. Кистән яуған ҡар. ■ Сейәбикә тора һалып, сыралап сыуал алдына киптерергә ҡуйған утындарын көлдөксәгә бушатты ла, кисә кистән күмеп ҡалдырған ҡуҙын болғатып, өрә-өрә сыуалға ут тоҡандырып ебәрҙе. Т. Хәйбуллин. Рауза ғәҙәттәгенән иртәрәк уянды. Уянғас, йомро беләгенә башын һалып, кистән ҡорғаны тартылырға онотолған тәҙрә аша төшкән иртәнге ҡояштың сағыу нурына күҙен ҡыҫа биреберәк уйланып ятты. Т. Ғарипова. • Кистән аяҙ булһа, иртән дә аяҙ килә. Мәҡәл.
КИСТӘН II и. ҡар. киҫтән. Айыу киҫтәне. Кистән менән һуғып алыу (януарҙы).
КИСТӘН-КИС (Р: вечерами; И.: in the evenings; T.: akşamları) 79.
Кис ваҡыты, кистәрен. □ Вечерами. Кистән-кис гәзит уҡыу. Кистән-кис әҙерләнеп ҡуйыу. Кистән-кис бәйләм бәйләү.
КИСТӘРЕН (Р: вечерами; И.: by evenings; T.: akşamları) р.
Кис көндәре, кис төшкән ваҡыт. □ Вечерами, под вечер, вечером. ■ Кистәрен ауыл урамынан йырлап үткән ҡыҙҙар, егеттәрҙең дәртле йырҙары уның йөрәген елкендерҙе, күңелен ҡанатландырҙы. М. Тажи. Татлыбай — гел генә эштән бушамай, кистәрен уйынға бик һирәк сығыусан егет, Фатима — матур, шул уҡ ваҡыт уҫал һәм күңелсәк ҡыҙ. Б. Бикбай, һырт яҡтағы иркен аҡланда кистәрен ҡурай тартҡан, таҡмаҡ әйткән ауаздар яңғыраны. Й. Солтанов. Улар яңғыҙ, улар икәү генә был донъяла. Шуға күрә лә Батыр әсәһен кистәрен яңғыҙ ҡалдыра алмай. Н. Ғәйетбаев. Әле ҡыш уртаһы. Кистәрен бик һыуыҡ була. Ғ. Хәйри.
КИС УЛТЫРЫУ (Р: вечерние посиделки; И.: seating; T.: akşam oturmaları) и.
Тышҡы оҙон кистәрҙә йыйылышып ҡул эше менән ултырыу. □ Вечерние посиделки. Кис ултырыуға барыу.
КИС ҺАРҠЫУЫ (Р: вечерняя тень; И.: evening fog; T.: akşam dumanı) и. диал.
Ауырыу, сырхау килтереүсе киске һалҡын томан. □ Вечерняя тень, опасная дымка, сгусток в воздухе, несущий болезни людям и животным. Кис һарҡыуы төшкән.
КИСЫРАНТАЙ с. диал. ҡар. ҙур.
КИСӘ I [боронғо төрки кеч\ и. иҫк. ҡар. кис 1. Айҙың икенсе кисәһе. ■ «Тыуҙы Ғәли Әхмәт... айҙың 27 кисәһендә, көн матур ине. Аллаһы Тәғәләнән үҙенә бәхет вә байлыҡ дәрәжәһе теләйем. Амин». Ғ. Хәйри. Ураҙала, ҡәҙер кисәһендә, теләгән теләк ҡабул булмай ҡалмай, ти, ул. Алла бирһә, ожмах ишеге һис шикһеҙ асыҡ булыр Шәмсиә һылыуға, — тип раҫлап уҡ ҡуйҙы Бибисара абыстай. 3. Биишева.
КИСӘ II [боронғо төрки кеч} (Р: вечер; И.: evening party; T: akşam) и.
497