кисә
Киске йыйылыш, мәжлес. □ Вечер, вечеринка. Юбилей кисәһе. Хушлашыу кисәһе. Шиғриәт кисәһе. Студенттар кисәһе. Сығарылыш кисәһе. ■ Ошондай көндәрҙең береһендә техникумда хушлашыу кисәһе булды. М. Тажи. Был кисә булыуҙан файҙаланып, иптәштәрҙең фекерен белергә, поэмамды уҡымаҡсы булдым, миңә һөйләргә һуҙ бирҙеләр. Ғ. Сәләм. Шул байрам кисәһендә генә Коля-Николаша минең исемемде һораны һәм уға «Сәриә» тигән һуҙҙе башҡортса дөрөҫ итеп әйтергә өйрәттем. Н. Мусин. Клуб итеп йәтешләгән иҫке складта байрам кисәһе буласағы тураһындағы хәбәр Карабулакҡа таралып та өлгөргәйне. Р. Солтангәрәев. Волость куләмендәге ҙур тантаналы кисәләр, йыйылыштар ҙа ошонда утә. 3. Биишева.
КИСӘ III (Р.: вчера; И.: yesterday; T: dün)/?.
Үткән көнө. □ Вчера. Кисә ҡайтты. Кисә килде. Кисә булды. ■ Сәғиҙә кисә ҡурҡыу ҡатыш ҡыҙыулыҡ менән аяҡтарының ауыртҡанын артыҡ һиҙмәһә лә, иртән торғас, атлай ҙа алмай ине. М. Тажи. Кисә генә әле томан арҡаһында ҡылауланған ағастар, буран сапҡынынан ҡылауҙарын һелкеп, ергә аунаталар. Т. Хәйбуллин. Бөтәбеҙ ҙә кисә кистән ук был мәлде һағынышып, кейемдәребеҙҙе ипләп ҡуйғайныҡ. Й. Солтанов. Ә кисә юғалған ун һигеҙ малай өлкән лейтенантты төрлө яҡтан аптырауға ҡалдыра. Н. Ғәйетбаев. Арбала артыҡ бер бурәнә башы булыу сәбәпле, Хәбибулла ла, Сөнәғәт тә кисә һөйләгән һуҙҙәргә ҡайтманылар. Ж. Кейекбаев.
КИСӘ IV (Р: вчерашний день; И.: yesterday; T: dünkü gün) и.
Кисәге көн, кисә булған көн. □ Вчерашний день. Кисәнән бирле көтә. Кисәнән планлаштырып ҡуйған. И Кәмәгә төшәрбеҙ, балыҡ тоторбоҙ тип, кисәнән һөйләшеп ҡуйғайныҡ. М. Хәйҙәров. Әгәр иҫән-һауҙар икән, ниңә кисәнән бирле ҡайтмағандар? Н. Ғәйетбаев. Ә минең кисәнән бирле уң куҙемдең өҫтө тарта... — Кайғынан башҡа нәмә курмәгән Мәҙинә быны утә хафаланып әйтте. Т Ғарипова. • Кисә йөрөгән бөгөн һөйөнөр. Мәҡәл.
КИСӘБАЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әйле ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени ай.
КИСӘГЕ I [боронғо төрки кечи\ (Р: вчерашний; И.: yesterday’s; T: dünkü) с.
Кисә булған, кисә эшләнгән, үткән көнгө. □ Вчерашний. Кисәге ваҡиға. Кисәге хәбәр. Кисәге байрам. ■ Гөлйөҙөм сығып киткәс, ул Муйылбикәгә кисәге һуҙҙәрен ныҡланы. Һ. Дәүләтшина. Мөлөк ағай мең бәлә менән атын табып алып екте лә, кисәге юлы менән китә башланы. Т. Хәйбуллин. Уның кисәге киҫәтеуен ҡолаҡтарына ла элмәй, яны диләнкәне ҡырҡа башлағандармы әллә? Н. Мусин. • Кисәге аҡыл бөгөнгө ярамай. Мәҡәл.
КИСӘГЕ II р. диал. ҡар. кисә III. Кисәге ҡайҙа барҙың?
КИСӘГЕНӘК р. ҡар. кисә III. М Эйе шул. — Көндәй балҡыны хужабикәнең йөҙө. — Кисәгенәк барып, туҙмәй, арышыбыҙҙың мал ауыҙы ялмарҙай юл эргәһенән урыштырып алғайным. Й. Солтанов. Ә дала өҫтөндә хәҙер төн. Кисәгенәк кенә әле был ваҡытта ҡарайып ятҡан даланы инде йоҡа ғына ҡар ҡатламы ҡаплаған. А. Карнай.
КИСӘЙЕҮ (кисәй-) ҡ. ҡар. кисләү 1. ■ Көн кисәйҙе, ваҡ тамсылы көҙгө ямғыр ҙа туҡтаны, шулай булһа ла куктәге һоро болоттар юғалып бөтмәгән әле. Ғ. Хәйри. [Әпҡәдир мулла] Аҫылғужа тархандың ғумерен оҙайтмағаны өсөн Хоҙайҙы әрләй-әрләй Тамъян еренә ҡайтып ингәндә, көн кисәйеп бара ине. К. Мәргән.
КИСӘК I р. диал. ҡар. ҡапыл. Кисәк килеп сыҡты. Кисәк кенә тоҡанып китте. Кисәк тороп ултырҙы.
КИСӘК II (кисәге) (Р: конец улицы; И.: end of a street; T: sokağın ucu) и. диал.
Урам осо. □ Конец улицы. Был киҫәктә ололар ғына йәшәй. Киҫәккә хәтлем йугер-гәнмен.
КИСӘЛЕ-БӨГӨНЛӨ (Р: за последние два дня; И.: during last two days; T: dünden bugüne) р.
498