Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 499 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИҪЕКҺЕҘ
Һуңғы ике көн эсендә, кисә һәм бөгөн.
□ За последние два дня, вчера и сегодня. Кисәле-бөгөнлө көн һыуыҡ тора. ■ Кисәле-бөгөнлө ауыл клубында ла ут куренмәй, төн йоҡоларын онотоп, ауылда ҡыңғыраулы гармунға ҡушылып йырлап йөрөусе егеттәрҙең дә дәртле моңдары ишетелмәй тора. Ф. Әсәнов. Тик Зифаның кисәле-бөгөнлө һымаҡ ныҡ һуңлағаны юҡ ине. Н. Мусин. Кисәле-бөгөнлө Хәнифәнең аңы асыҡланып, ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрөгән сағы ине. Ә. Хәкимов. Ниңәлер ул һаман Иҫәнбай ҡарттың ауырыуына ышанып етә алмай — кисәле-бөгөнлө шап-шаҡтай бәндә әле килеп ни эшләп сирләп ятһын инде. Ә. Әминев.
КИСӘҢГЕ с. һөйл. ҡар. кисәге 1. Кисәңге йылыш. Кисәңге осрашыу.
КИСӘҮ I (Р.: поздно спарившаяся; И.: cattle which mated late; T: geç çiftleşen) с.
һуң ҡасҡан, һуңға ҡалып быуаҙыған (ғәҙәттә, һыйыр, һарыҡ-кәзәгә ҡарата әйтелә).
□ Поздно спарившаяся (о самке домашних животных). Кисәу һыйыр. Һарыҡтар быйыл кисәу булды.
КИСӘҮ II (Р.: поздно; И.: late; T.: geç) р. диал.
Тейешле ваҡытынан аҙаҡ, артҡа ҡалып; һуң. □ Поздно. ■ Бәхеттәренә, быйыл ҡар кисәу төшһә лә, былтырғы кеуек бер юлы ҡалын булып яуманы. «Ағиҙел», № 9, 2010.
КИСӘҮ АҒАСЫ (Р: головешка; И.: firebrand fall (about night); T: öksü) и. миф.
Янып ҡуҙланған, күмерләнгән мифлаш-тырылған ағас киҫәге. □ Головешка (мифологизированный предмет). И Янып ятҡан кисәу ағасын сығарып ташларға ярамай, насар була. Башҡорт мифологияһынан.
КИСӘҮБАШ и. миф. диал. ҡар. кисәү ағасы.
КИСӘҮЕЛЛӘҮ (кисәүеллә-) ҡ. ҡар. кисәүләү 1. Кышҡы көн тиҙ кисәуелләй. ■ Көн ярайһы уҡ кисәуелләгән. Ғ. Ибраһимов.
КИСӘҮЛӘҮ (кисәүлә-) (Р: вечереть; И.: fall (about evening); T: akşam yaklaşmak) ҡ.
1. Кис булыу, кискә ауышыу; кисләү.
□ Вечереть, клониться к вечеру. Көн ки-сәуләгән. И Кырау ауылына еткәндә, көн кисәуләу генә тугел, шәфәҡ батыуға ла куп
ҡалмаған ине. Т. Йәнәби. Тал һуйғансы, көн кисәуләне. Н. Мусин. Хәйер, көҙ бит инде, көн дә кисәуләне, балыҡ сиртә буламы бындай ваҡытта. Ә. Хәкимов.
2. Һуңға ҡалыу, һуңлау. □ Опаздывать, запаздывать. ■ Рахман килеп инде. Гөләйшә инәй: — Эй-й, улым, ниңә кисәуләп йөрөйһөң? — ти. К. Кинйәбулатова. Куп көттөрмәне, ҡояш тау аръяғына йәшенгәндә юлда куренде был кисәуләгән ҡунаҡ [Брагин]. Ғ. Хөсәйенов.
КИСӘҮ ТАЯҒЫ и. миф. диал. ҡар. кисәү ағасы.
КИҪЕГЕҮ (киҫек-) ҡ. ҡар. киҫәү 2.
КИҪЕК I (Р: отрезанный; И.: offcut; Т: kesik) с.
1. Киҫеп алынған, киҫелгән. □ Отрезанный, обрезанный, срезанный, срубленный. Киҫек ҡойроҡ. Киҫек бау. ■ Урта буйлы, утыҙ йәштәр тирәһендәге был башҡорттоң танауы, ҡолаҡтары киҫек: танау урынындағы йәрәхәт-яза эҙҙәре өнрәйеп тора — ҡарауы имәнес. Ғ. Хөсәйенов.
2. Өҫкә өлөшө яҫылыҡ менән киҫелгән. □ Усечённый. Киҫек конус һыҙыу. Киҫек пирамиданың куләмен хисаплау. Киҫек цилиндр. Киҫек сфера.
КИҪЕК II (киҫеге) (Р: отрезок; И.: piece, section, segment; T: kısım, kesinti) и. мат.
Ике яҡтан киҫелгән һыҙыҡ. □ Отрезок. Киҫектең оҙонлоғо. Киҫек һыҙыу. Йунәлтелгән киҫек. Һандар киҫеге.
КИҪЕККЕР с. диал. ҡар. киҫекһеҙ 1.
КИҪЕКТЕРЕҮ (киҫектер-) ҡ. ҡар. киҫәтеү. Баланы киҫектереп тороу.
КИҪЕКҺЕҘ (Р: непослушный; И.: disobedient, naughty; T: söz dinlemez) c.
1. Әйткәнде ҡолағына элмәүсән; тыңлауһыҙ. □ Непослушный, не воспринимающий. Киҫекһеҙ әҙәм. Киҫекһеҙ бала. Я Кәңәшең өсөн рәхмәт, миңә куп изгелек курһәттең. Сол-танғәлемде кеше иттең. Тик Заһиты ғына киҫекһеҙ булып сыҡты. Я. Хамматов. Был тиклем киҫекһеҙ кешеләр булыр икән. Уҙған юлы ҡырҡҡан ағастарының осон ҡар бөткәнгә хәтлем уртәп бөтөгөҙ, тип киткәйнем, һаман эшләмәгәндәр. Н. Мусин.
499